Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 19:00

Тормоштоң һәр мәлен ҡәҙерләп

Ҡапҡа төптәренә барып туҡтау менән, мөһабәт йорттоң ихатаһынан хужалары бер-бер артлы сығып, ихлас ҡаршы алып, өйгә әйҙүкләне. Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә әңгәмәселәр ҙә алсаҡ йөҙлө, мөләйем булғас, күңелгә лә йылы йүгерҙе. Ауыл ерендә лә донъя артынан ҡыуып, барыһын да аҡса менән иҫәпләүсе ҡаты күңелле кешеләр арта барған заманда, халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллелек кеүек матур һыҙаттарын һаҡлаусы өлкән быуын вәкилдәре алтынға бәрәбәр шул. Һүҙем өс тиҫтәнән артыҡ парлашып ғүмер йомғаҡтарын һүткән Ибраһим (Өмөтбай) ауылында йәшәүсе Йәмилә һәм Миңлейәр Мәһәҙиевтар тураһында.

Тыумышы менән Йәмилә Ғүмәр ҡыҙы Ишембай ҡалаһынан. Тыуып-үҫкән ерендә урта мәктәпте тамамлағас, ҡаланың финанстар бүлексәһендә эшләй. Теремек, кеше менән аралашыусан ҡыҙ әүҙем йәмәғәтсе лә була, 1975 йылда партияға ингәс, төп эшенән тыш, партия комитеты йомоштарын мәктәптәргә тапшырыу, киләсәктә партияға инерлек яңы көстәр тәрбиәләү буйынса эш алып бара. Артабан Ишембай нефть техникумының киске махсус электриктар төркөмөнә уҡырға инә. Был бит ир кеше һөнәре тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, Салауат ҡалаһының “Оргсинтез” спирт заводына дежур-электрик булып эшкә инә, ир-егеттәрҙән һис ҡалышмайынса һәм һынатмайынса биш йыл намыҫлы хеҙмәт итә.
Ә беҙҙең район менән ул яҙмышын нисек бәйләгән тиһегеҙме? ...Егет яғынан шаһит булып килгән һөлөктәй Ибраһим ауылы егете менән ул һеңлеһенең туйында таныша. Йәш-елкенсәк ҡыҙ ул мәлдә туғанына ант иткәндәй: “Мин төпкөл ауылға кейәүгә сығып бер ҡасан да йәшәй алмаҫ инем”, - ти. Күрәһең, Хоҙай, ашыҡма ҡолом, тигәндер. Танышҡандан һуң теүәл 11 йыл үткәс, 1985 йылда ул үҙе ошо ауылға килен булып төшә. Бөркөттәй биш ул тәрбиәләнгән ғаиләлә Миңлейәр Фәтих улы кинйә булғанлыҡтан, Йәмиләгә лә ҡайны-ҡәйнәнең ҡанат аҫтына һыйынырға тура килә.
- Ҡайным менән 6 йыл, ҡәйнәм менән 11 йыл бергә татыу йәшәнек, ул 98 йәшенә етеп мәхрүм булды. Килен булып төшкәс тә “Ҡыҙым” тип өндәшкәндәре, үтә хәстәрлекле, кеселекле булыуҙары менән һоҡландырҙы улар, ауыл еренә өйрәнә алырмы икән, тип тәүҙә аптырауын-аптыранылар. Ишле мал тоталар ине, шөкөр, һыйыр һауырға ла, ауыл ерендә донъя көтөргә лә өйрәттеләр, - ти яҡын кешеләрен йылы хәтирәләргә бирелеп Йәмилә Ғүмәр ҡыҙы.
Ҡала ҡыҙымын тип тормай Йәмилә апай, ауылдағы фермаға эшкә сыға, “Искра” совхозында тәүҙә лаборант, быҙау ҡараусы, аҙаҡ һауынсы булып эшләп, намыҫ менән хеҙмәт итеп, 2005 йылда хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Тормош иптәше Миңлейәр Фәтих улының да тормошо намыҫлы хеҙмәт юлында үтә. Ҡазанда өс йыл танк ғәскәрҙәрендә әрме сафын үтеп ҡайтҡас, Мораҡта быраулаусы, бер нисә йыл совхозда тракторсы була, оҙаҡ йылдар Иҫәнғол быраулау идаралығында дизелсе-моторист булып эшләй. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәре нәҡ Миңлейәр ағай хаҡында әйтелгән дә инде.
Эштән бәхете булған, татыулығы менән тирә-яҡты һоҡландырған Мәһәҙиевтарҙы яҙмыш һынауҙары ла урап үтмәй. Ике балаға ғүмер бүләк итеп, изгелекле ата-әсә улдарына бәхет-тәүфиҡ, оҙон ғүмер теләп үҫтерә. Оҫта ҡуллы Наил улдары Мораҡ ауылындағы “Водолей” магазинының намыҫлы эшсәне булараҡ күптәргә яҡшы таныш. Кинйәләре - Вадим бәләкәстән эшкә егәрле, һүҙгә лә тос, уҡырға ла маһир була, Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. Яңы ҡулына диплом алып, ағаһынан алдараҡ өйләнгән егет, киләсәккә ҙур пландар ҡороп янған һәм ең һыҙғанып эшкә тотонған сағында ғына Мәскәү яғында фажиғәле һәләк була. Балдай ғына татлы балаһын ер ҡуйынына һалғас, донъялары бушап ҡалғандай, йөрәктәренең бер киҫәге телеп алынғандай тойола ата-әсәгә. Әммә тәҡдир яҙғаны шулдыр тип, ауыл ерендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән йөрәктәрендәге әрнеү-һағышты баҫырға тырышып, гөл итеп донъя көтөүҙәрен дауам итә улар.
Әле лә, олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һыйырҙан да өҙөлмәйҙәр, күпләп ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп хеҙмәттән йәм табып йәшәйҙәр. Йорт-ҡураларының төҙөклөгө, ихаталарының аллы-гөллө сәскәләр менән балҡыуы – тормошто һөйөүсе һәм эшһөйәр парҙың берҙәм тырышлығы емеше.
- Ауылда йәшәп үҙеңдең һөтөң-майың да булмағас... Баҡса уңды, картуфыбыҙ ҙа мул сыҡты, помидор айырыуса һөйөндөрҙө, - тиҙәр көҙгө уңышҡа ихлас ҡыуанып.
Йылдар менән һыналған саф һөйөүҙәрен, бер-береһенә булған тәрән ихтирам хистәрен күңел түрҙәрендә ғүмер көҙҙәренә ҡәҙәр ҡәҙерләп һаҡлай белгән Йәмилә һәм Миңлейәр Мәһәҙиевтар ваҡ тормош мәшәҡәттәренән өҫтөн ҡалып, сыуаҡ көҙҙәрҙең бай килеүенә, донъяларҙың имен-аман тороуына ла шөкөр итә белеүҙәре, йәшәүҙе сикһеҙ һөйөүҙәре менән дә ифрат һоҡланғыс пар шул!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: