Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 22:14

Социаль селтәрҙәр: Башҡортостан чиновниктарынан кемдәр аккаунттарын үҙҙәре алып бара

Һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәр хәҙерге заман кешеләренең тормошона ныҡлап үтеп инде. Чиновниктарҙың «Фейсбук»та, «Инстаграм»да, «Бәйләнеш»тә һәм башҡа мессенджерҙарҙа бер-бер артлы аккаунттары барлыҡҡа килә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙәр хәҙерге заман кешеләренең тормошона ныҡлап үтеп инде. Чиновниктарҙың «Фейсбук»та, «Инстаграм»да, «Бәйләнеш»тә һәм башҡа мессенджерҙарҙа бер-бер артлы аккаунттары барлыҡҡа килә.
Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров, Павел Качкаев, Рафаэль Мәрҙәншин, Дәүләт Йыйылышы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Руфина Шаһапова, министрҙар Ленара Иванова, Сергей Новиков, Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Исәргәкованың үҙ аккаунттары бар.
Аккаунттары булыуға ҡарамаҫтан, бөтә дәүләт эшмәкәрҙәре лә социаль селтәрҙә әүҙем түгел. Кемдер интернет ҡулланыусылар менән әүҙем аралаша, кемдер сәхифәһен алып барыуҙы ярҙамсыларына йөкмәтә.
Социль селтәрҙәр менән әүҙем ҡулланыусылар «Башинформ»ға ни өсөн селтәргә сығыуҙары хаҡында һөйләне.
«Мин 2016 йылда аккаунттар булдырҙым, һәм быны иртәрәк эшләмәүемә бик үкенәм. Социаль селтәрҙәр — ярҙамсы, ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүсе, кәңәшсе, тормошоңдағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы һәм мөһим мәғлүмәтте һаҡлаусы, бер үк ваҡытта дуҫтар менән тиҙ генә бәйләнешкә инеү юлы ул, — ти Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. — Ә депутат өсөн аккаунттар — асыҡлыҡ, аралашыу, Дәүләт Думаһында, төбәктә һайлаусыларың менән аныҡ эшең тураһында популяр һәм аңлайышлы итеп һөйләү, ҡабул ителгән закондар тураһында мәғлүмәт биреү, һайлаусыларҙың проблемаларын оператив хәл итеү, хатта үҙеңдең әҙәби ижадың менән бүлешеү мөмкинлеге».
Ысынлап та, Зөһрә Рәхмәтуллина үҙенең эше, ижады хаҡында мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр менән әүҙем бүлешә, башҡа кешеләрҙең яҙмаларына комментарийҙар ҡалдыра һәм үҙенә яҙылған комментарийҙарға яуап бирә. Депутат әйтеүенсә, ул сәхифәләрен үҙе тултыра һәм һәр һүҙгә иғтибарлы ҡарай.
Күп йылдар социаль селтәрҙә сәхифә алып барған республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ике йыл элек киң мәғлүмәт сараларында былай тигәйне: «Мин бөтәһен дә үҙем яҙам, ярҙамсыларымды йәлеп итмәйем. Халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыу беҙҙең эштә бик мөһим тип иҫәпләйем. Бәйләнештәге аккаунтта күберәк ялыуҙар ҡабул итәм, ә Фейсбукта — фекерҙәремде белдерәм. Шәхси хәбәрҙәргә ялыуҙар килһә, мин уларҙы рәсми рәүештә эшкә йүнәлтәм, бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай». Ленара Иванованың «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, шул ваҡыттан бирле уның фекере үҙгәрмәгән.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты башлығы Вячеслав Ғиләжетдинов «Фейсбукта»ғы аккаунтын үҙе алып бара.
«Ҡайһы берҙә әрләйҙәр, ҡайһы берҙә конструктив тәҡдимдәр уҡыйым, — ти ул. — Ләкин иң мөһиме, ағымдағы тормоштоң нервыһын тоям. Дуҫтарың араһында әүҙем ҡатнашыусылар, йыш ҡына йәмәғәтселек фекере лидерҙары, тимәк, кире бәйләнеш булыуы айырыуса ҡыҙыҡлы. Быны үҙемдең эшем өсөн бик файҙалы тип иҫәпләйем».
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова ла асыҡ үҙ-ара файҙалы аралашыу принциптарын хуплай.
«Социаль селтәрҙәр — тәү сиратта кире бәйләнеш ҡоралы ул, шуға күрә бер йылдан ашыу ваҡыт элек «Инстаграм»да аккаунт астым һәм яңыраҡ «Бәйләнештә», «Фейсбук»та сәхифәләр алып бара башланым. Көн һайын яҙмалар ҡуйыу мөмкин түгел, ләкин даими яҙырға тырышам. Төрлө мәсьәләләр буйынса шәхси хәбәрҙәр, социаль селтәргә урынлаштырылған киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләргә һылтанмалар алыу ҙа эштә ярҙам итә», — тип билдәләне депутат.

Читайте нас: