Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2018, 18:00

Халыҡ моңо уның күңелендә

Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк фестивале уҙҙы. Халҡыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес - билдәле башҡорт батыры, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлы полкы командиры Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған ауылында ойошторолған мәҙәни сарала район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинә Рәхмәтуллина ла ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Башҡорт халыҡ тарихи йыры”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” кеүек номинацияларҙа баһаланған. Жюри ағзалары баһа биргәндә һәр йырсының йырлай белеү һәләтен, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын һәм һайлап алынған йырҙың ни дәрәжәлә ҡатмарлы булыуын күҙ уңында тотҡан.
Мәҙинә Булат ҡыҙы “Башҡорт халыҡ тарихи йыры” номинацияһында “Асылыҡай буйы” һәм “Зөлхизә” йырҙарын башҡарған һәм 43 йәштән өлкәндәр араһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Быға тиклем дә бик күп республика, төбәк йыр конкурстарында призлы урындар яулаған һәм моңло тауышы менән күптән инде халыҡ һөйөүен яулаған яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға ижади уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: