Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2018, 17:00

Сит ил утрауҙары ситтә торһон

Илебеҙ һәм республика етәкселеге тарафынан һуңғы йылдарҙа туризм үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең район да был өлкәлә төшөп ҡалғандар рәтенән түгел. Үрге Бикҡужа ауылы һәм Йомағужа һыуһаҡлағысы янындағы “Башҡорт ауылы” туристик базаһында ял итеүсе туристарҙы моңло Ағиҙел ярҙарының хозурлығы хайран итә. Район үҙәгенән 30 км алыҫлыҡта ятҡан йәмле Мораҙым ауылы эргәһендә урынлашҡан “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы көмөш һыулы Оло Эйеге, түбәләре күккә олғашҡан мәғрур ҡаялары, серле мәмерйәләре менән туристарҙы үҙенә арбай.

Изге Мораҙым еренән, моғайын, быйыл да ҡунаҡтар эҙен һыуытмағандыр? Ошо хаҡта “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик белем биреү бүлеге методисы Гөлназ Туймөхәмәтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Былтырғы йыл менән сағыштырғанда туристар һаны күп булдымы? Паркты күреп, унда ял итеүселәрҙең географияһы киң икәнлеген дә ишетеп беләбеҙ...
- Эйе, беҙҙә йәйҙәр күңелле үтә. Мөғжизәләр утрауын хәтерләтеүсе тарлауығыбыҙға быйыл да республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстан Республикаһынан, Ярославль, Екатеринбург, Сочи һәм башҡа ерҙәрҙән туристар ағылды. Был йәйҙә беҙҙең серле тәбиғәт ҡосағын итальян һәм француздар ҙа килеп күрҙе, ә Германия студенттары беҙҙең өсөн йыл һайын көтөп алынған ҡунаҡтар. Ысынлап та, туристарҙың географияһы киң. Данлы башҡорт ерендә һәр ҡунаҡ үҙ йәне теләгәнде таба ала. Текә ҡаялар әүҙемдәрҙе, экстремалдарҙы үҙенә йәлеп итә. Оло сер һандығы булған мәмерйәләр спелеологтарҙы, ҡыҙыҡһыныусан, күп белергә, яңыны өйрәнергә теләүселәрҙе һәм ғилми тикшеренеүселәрҙе берләштерә. Күп буяулы, сағыу пейзаж рәссамдарҙы, фотограф, актерҙарҙы ымһындыра...
Йылдан-йыл туристар һаны артҡандан-арта бара. Быйыл майҙан августҡа ҡәҙәр бында 16 меңдән артыҡ кеше булды, үткән йыл менән сағыштырғанда был 1 мең кешегә күберәк. Экскурсанттар һаны 3 меңгә барып етте, бөтәһе 500 экскурсия үткәрелде.
- Күберәк туристарҙы йәлеп итеүҙә һеҙҙең дә тырышлыҡ барҙыр? Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
- Күлдәгеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, беренсенән, парктың тышҡы матурлығын хәстәрләргә тырышабыҙ. Территорияны төҙөкләндереү, таҙалыҡта тотоу, йәшәү, туҡланыу өсөн урындар, башҡа уңайлыҡтар булдырыу, уларҙы ремонтлау (яҙғыһын был юҫыҡтағы өмәләргә райондың төрлө ойошмалары, хеҙмәт коллективтары йәлеп ителде – авт.), мәғлүмәт стендтары, күрһәтмә билдәләр менән йыһазландырыу... Быйыл Яңы Мораҙым мәмерйәһенә илтеүсе һуҡмаҡ төҙөкләндерелде. Был эште “Башкирия” милли паркының ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева етәкселегендә “Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы” лагеренең йәш волонтерҙары башҡарҙы. Берҙәм тырышлыҡ менән бер нисә эскәмйә ҡуйылды. Әле был күҙгә күренгән эштәр генә, ә күҙгә күренмәгәне...
Туристар ағылған осорҙа беҙҙең тәбиғәт паркы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Туристарҙың ялын хәүефһеҙ, тыныс үткәреүҙе хәстәрләү маҡсатында ҙур хеҙмәт коллективы йәлеп ителгән. Мәҫәлән, законһыҙ-рөхсәтһеҙ территорияға инеү, браконьерлыҡ, тәртип боҙоу күренештәренә юл ҡуймаҫ өсөн һаҡ бүлексәһе булдырылған. Бынан тыш бүлексә эшсәндәре янғын һүндерергә сыға, ҡырағай хайуандар өсөн аҙыҡ әҙерләй. Был йәйҙә инспекторҙар (улар 4 кеше) бөтәһе 133 рейд үткәрҙе, уның һөҙөмтәһендә 2 тәртип боҙоу күренеше асыҡланды.
Экологик белем биреү бүлексәһе тарафынан йәйгеһен 30 дәрес, 20 фәһемле сара (эстафеталар, конкурстар), “Изге йөрәк” ирекмәндәр, “Бәхетле күгәрсенкәй” төркөмдәре һәм тәбиғәткә башҡа битараф булмаған кешеләр менән берлектә байтаҡ экологик өмәләр үткәрелде. Беҙҙең парк территорияһында илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән рәссамдарҙың плэнэры, БР Машиналар төҙөү сәнәғәте өлкәләренең профсоюз ойошмалары ассоциацияһының 2-се туристик йәштәр слёты һәм башҡа күләмле саралар, дискотекалар уҙғарылды.
- Тимәк, быйылғы йәйҙән һеҙ ҡәнәғәт ҡалдығыҙ, ә киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр?
- Эйе, был йәй бөтә яҡлап уңышлы булды. Туристарҙан ишеткән йылы һүҙҙәр, ҡунаҡтарҙың ыңғай баһаһы беҙгә киләсәктә лә дәртләнеп эшләр өсөн көс-дәрт бирер, тип ышанам. Башҡараһы эштәр байтаҡ, әлбиттә, яңы экскурсия һуҡмаҡтарын булдырыу, уларҙы яңы мәғлүмәти һәм рекрацион элементтар менән байытыу, инфраструктураны үҫтереү, тәбиғәт паркын артабан популярлаштырыу һәм уны юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Ысынлап та, даны хәҙер сит илдәргә таралған бай, нурлы төбәктә йәшәйбеҙ, ярһыу Эйегеңдә ҡойоноп, ҡомло ярҙарында ҡыҙынып ял итһәң, Төркиә, Кипрҙарың ситтә торһон. Тик шулай ҙа, туризм өлкәһендә эшләнәһе эштәр әле байтаҡ, районыбыҙҙа мөғжизәле ерҙәр күп, шуларҙы иҫәпкә алып, туристик маршрут булдырғанда ла, Рәсәйҙең “Золотое кольцо” һынан һис кәм булмаҫ ине.
Гөлшат ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас: