Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2018, 18:00

“Ҡояшҡай”ҙа көҙҙәрен дә йылы таба һәр сабый

27 сентябрь – Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө- Уй, Айгөл,һаумы, ҡалай матур күлдәк кейгән, әллә-лә!..- О-о-о, Камилға яңы машина алып биргәндәр...- И-ии, Самат килгән, бигерәк тыныс малай инде ул! Һәр бер сабыйҙы ихлас ҡаршы алып, ҡайһыһын арҡаһынан тупылдатып ярата, әсәһенән айырылырға теләмәй шыңшып торғанын йәһәтерәк ҡулына алып йыуата. Һәр бала уның өсөн айырым бер шәхес, һәр береһенең йөрәгенә асҡыс яратып, уға күңел наҙын тигеҙ өләшә. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки ул – ысын тәрбиәсе. Һүҙем 26 йыл ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһының тәжрибәле һәм намыҫлы тәрбиәсеһе Гөлшат Сафина хаҡында.

Ул үҙе тамырҙары менән Етеболаҡ ауылыныҡы, 1969 йылда Миңлеямал Моталип ҡыҙы һәм Хәсән Нуретдин улы ғаиләһендә 9-сы бала булып донъяға килгән. Бала сағы һәм ярһыу йәшлеге Мораҡ ауылында үтә.
- Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма әсәйемә рәхмәтлемен, ул сикһеҙ бала йәнле булды, ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышланы. Бәләкәстән, сабыйҙар менән эшләүе иң изге, матур һөнәр, тип аңыма һеңдереп үҫтерҙе. Мораҡ 1-се урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, ғәзиз кешемдең кәңәштәрен тотоп, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға индем. 1989 йылда уны тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, “Тәрбиәсе булам” тигән ҡарарға килдем, - ти ул.
Иң тәүге хеҙмәт юлын Гөлшат Хәсән ҡыҙы Подгорный ауылының балалар баҡсаһында башлай. Унда эшләгән 5-6 йыл осорон иҫләп: “Коллективым татыу булды, мине күп нәмәгә өйрәткән тәрбиәсе ярҙамсыһы Ирина Анатольевнаның изгелеген мәңге онотмайым”, - ти. Мораҡтан йөрөп эшләүе ҡыйыныраҡ булғанға күрә генә ул район үҙәгендәге “Йәйғор” балалар баҡсаһына күсә. Ауыл еренән күскәс, тәүҙә ауырыраҡ була, әммә ярайһы тәжрибә туплаған тәрбиәсе иңдәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы тейешенсә атҡара. Артабан оҙаҡ йылдар “Айгөл” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ул ябылғас, хеҙмәт юлын “Күгәрсенкәй”ҙә дауам итергә насип була.
Гөлшат Сафина етәкләгән “Ҡояшҡай” кескәйҙәр төркөмөндә 25 бала тәрбиәләнә. Бында йөрөгән сабыйҙарҙың һәр саҡ кәйефе көр, күтәренке, сөнки тәрбиәсе апайҙары һәм уның ярҙамсылары кескәйҙәрҙең һәр көнөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрергә тырыша. Гөлшат Абдрахманова үткәргән иртәнге зарядканан һуң, балаларҙың танып-белеү һәләтен, телмәрен үҫтереүгә ҡоролған дәрестәр – һүрәт төшөрөү,”лепка”, тирә-яҡ менән танышыу, музыка дәрестәре (Гөлгөнә Яугилдина)үтә. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, дәрестәр уйын рәүешендә ойошторола, кескәйҙәрҙең аң-белемен, фекерләү дәрәжәһен, телмәрен үҫтереү менән бер рәттән рухи, әхлаҡи тәрбиә биреү, уларҙы үҙаллылыҡҡа, таҙалыҡҡа өйрәтеү маҡсаттарын алға ҡуя тәрбиәселәр. Көнөнә дүрт тапҡыр туҡланыу ҡаралған, балаларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаусы йәшелсә-емештәр, балыҡ, ит, һөт ризыҡтары менән рациондары төрләндереп торола. Шәфҡәт туташы Айгөл Һөйәрғолова кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген тикшереп, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
- Өс йыл элек “иләү”ҙән үтеп, “Гүзәл” һәм “Айгөл” балалар баҡсалары эшсәндәре “Күгәрсенкәй”ҙә бер коллективҡа тупланып, Алһыу Хәйбуллина етәкселегендә тәү көндән алып бер ҡаҙанда ҡайнап, маҡсаттарҙы уртаҡ итеп берҙәм эш башланыҡ. Яңы коллективта нығыныуҙа, төп эшемдә тәжрибә туплауҙа Рәшиҙә Кәримова, Венера Тоҡомбәтовалар ныҡлы таяныс булды. Ата-әсәләрҙең ярты һүҙҙән аңлап тороуы, кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, кәрәккәндә ярҙам ҡулын һуҙыуы эшебеҙҙе еңелләштерә. Сабыйҙарҙың шат йөҙө, бәләкәс кенә асыштары миңә илһамланып эшләргә яңы көс-дәрт бирә, - ти тәрбиәсе ихласлап.
Ғөмүмән, һәр саҡ ихлас, изге йөрәкле булған, яһалмалыҡты, икейөҙләнеүҙе һөймәгән эшсәндең күркәм кешелек сифаттары һоҡландыра. Ысын тәрбиәсегә хас булғанса, уның йөҙөндә һис ҡасан болот әҫәрен күрмәҫһең. Бына шуға күрә лә яратҡан “апай”ҙарын икенсе әсәй урынына күреп, сабыйҙар уға ылығып бара, “Күгәрсенкәй”кә лә атлығып тора, һалҡын көҙҙөрҙә лә “Ҡояшҡай”ҙа уйнап-көлөп бөтмәҫ йылы наҙ ала.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: