Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда ғына йылына 885 мең тоннанан ашыу ағыулы матдәләр сығарыла. Шуларҙың яртыһы автомобилдәргә тура килә. Йылдан йыл артҡан машиналар һанын иҫәпкә алғанда, был күрһәткестең дә арта барыуын күҙаллауы ауыр түгел. Баш ҡалала ғына йыл һайын 30 меңдән ашыу яңы машина теркәлһә, башҡа ҙур төбәктәр тураһында әйтеп торорға ла түгел. Хатта мегаполистар менән сағыштырғанда бәләкәй ауыл һымаҡ ҡына күренгән беҙҙең район үҙәгендә лә машиналар ҡайнап тора. Хәҙерге заманда йәйәүлеләр һаны машина йөрөтөүселәргә ҡарағанда күпкә әҙерәк. Сөнки ҡасандыр машина байлыҡ, зиннәт һаналһа, бөгөн килеп унһыҙ “аяҡһыҙ-ҡулһыҙ” һымаҡ та булып китәһең.
Йәмәғәт транспорты тип ураған һайын такси саҡыртыу ҙа, эшкә һуңлап ҡуймайым тип сәғәтеңә ҡарай-ҡарай “Газель” көтөп тороу ҙа уйын түгел заман менән бергә атларға тырышҡан эш кешеһенә. Шулай ҙа бер көн булһа ла уңайлыҡтан баш тартып, велосипедҡа йәиһә йәмәғәт транспортына ултырыу халыҡҡа артыҡ әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Һәр хәлдә экология файҙаһына бер көн машинанан йәйәүгә күсеү кешенең үҙе өсөн икеләтә файҙалыраҡ.
Беҙҙең велоуҙышсылар Мораҡ 1-се урта мәктәп эргәһенән Мораҡ үҙәк район дауахана яғынан урап килеп, бер көнгә машинанан баш тартыусыларға теләктәшлек белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: сарала төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Юғиһә күп кенә ошондай йәмәғәт сараларын мәктәп уҡыусылары көсө менән үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әлбиттә, мәктәп уҡыусылары бындай сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Шулай ҙа кемдәндер (бигерәк тә балаларҙан) талап итерҙән алда үҙеңә өлгө булырға ла кәрәктер ул. Сөнки, ни генә тиһәң дә, балалар –ололарҙы, ябай эшселәр түрәләрҙе үрнәк итеп күрә.