Улар икеһе лә Ҡасҡын ауылында тыуып үҫә. Зәңгәр күҙле, етен сәсле сибәр һылыу менән мыҡты кәүҙәле, тыныс, ипле егет икеһе лә Ташлы йылғаһының шифалы һыуҙарында ҡойоноп буй еткерә. Алдан бер-береһен белеп-күреп йөрөһәләр ҙә, мәхәббәттең тәүге осҡондары ҡабынған мәлде әле лә айырым наҙ һәм йылылыҡ менән иҫләй улар.
- Беҙ ғаилә менән Тәрән уяҙҙа бесән күбәләп йөрөйбөҙ. Айҙар Моҡаста йәшәүсе апайҙарына ярҙамға барған да шунан ҡайтып килә, беҙҙең янға туҡталып, малайҙар менән һөйләшеп китте. Бөгөнгөләй күҙ алдымда – мыҡты кәүҙәле, яурындары киң, шундай сибәр егет... Күҙем төштө уға... Ана шул мәлдәрҙән бирле бергәбеҙ инде, - тип хәтирәләрен һүтә Вәсилә апай. - 10-сы класҡа мин Рәфиә исемле әхирәтем менән Маячныйға уҡырға киттем, мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Айҙар мәктәпте Мораҡта бөттө, аҙаҡ шунда уҡ училищены тамамланы, әрме хеҙмәтен Әстрхан өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә үтеп ҡайтты. 1977 йылда Айҙар ҙа Стәрлетамаҡҡа килеп урынлашты. 1978 йылда ғаилә ҡорҙоҡ, бер йылдан тәүге шатлығыбыҙ – улыбыҙ Илгиз донъяға килде. Айҙар училищела эшләне, мин - балалар баҡсаһында. 5 йыл йәшәнек беҙ был ҡалала. Шунан әллә газ шулай тәьҫир иттеме, минең һаулыҡ ҡаҡшап китеү сәбәпле, тыуған яҡтарға күсеп ҡайтырға ҡарар иттек. Тап шул мәлдә беҙҙең ауыл янында радиорелейлы станция астылар, унда эшләргә белгестәр кәрәк, станция эргәһенә йорт та төҙөнөк, тигәс тәүәккәлләп күсеп ҡайттыҡ. 1983 йылдың апрель айында беҙ тыуған ауылыбыҙҙа йәшәй башланыҡ, икебеҙ ҙә станцияға эшкә урынлаштыҡ, - тип һөйләне ул.
1984 йылда уларҙың ғаиләләрен ишәйтеп, өйҙәренең йәмен арттырып, бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәп ҡыҙҙары Алһыу донъяға килә. Ҡыҙҙарына 10 ай булды тигәндә , мөхәббәтле, матур ғаиләгә яҙмыш ҙур һынау ебәрә - Вәсилә апай ҡаты ауырып китә.
- Эй, Хоҙайым! Шул саҡтар иҫкә төшһә, әле лә тәндәрем зымбырлап китә. Донъя, ике бәләкәй бала, етмәһә, ауырыу ҡатын – бөтәһе лә Айҙарым ҡулына тороп ҡалды. Етмәһә, миңә асыҡ ҡына итеп диагноз ҡуя алмайҙар, нилектән ауырыу килеп сыҡҡанын да әйтә алмайҙар.
Айҙарыма рәхмәтлемен. Минең хәлде еңеләйтер, сирҙе еңер, мине аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҡайҙарға ғына йөрөтмәне, кемдәргә генә күрһәтмәне, ниндәй генә дарыу-дауалар юлламаны, - ти Вәсилә апай күҙ йәштәрен тыя алмай.
Эйе, әле әйтеүе генә анһат, хәләл ефетен аяҡҡа баҫтырыр өсөн уларға ниндәй генә һынауҙарҙы үтергә тура килмәй. Тап ошондай мәлдә, яҡын кешеһе кеше көнлө булып ятҡанда, уға терәк–таяныс ҡына түгел, ә һөйгән йәре күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн рухи терәк тә була белгән, уның менән бер һулышта йәшәп, барыһын да эшләргә тырышҡан Айҙар ағайға һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Тик ауырыу ботлап инә, мыҫҡаллап ҡына сыға, тиҙәр. Вәсилә апайҙың аяҡҡа баҫыуы көндәр, аҙналар, айҙар ғына түгел, ә йылдарға һуҙыла. Дауалар алып, хәле бер аҙ яҡшырғас, яйлап ултыра башлай, аҙаҡ әкренләп инвалид коляскаһында, ҡултыҡ таяғы менән йөрөргә өйрәнә. Ҡансияровтар иң ауыр мәлдәрендә уларға бар көсөнән ярҙам иткән, ҡыҙының, улының иңдәренә төшкән ауыр ҡайғыны күтәрешкән, артабан да һынмаҫ-бөгөлмәҫ өсөн, өлөшөнә төшкән тәҡдирҙе лайыҡлы үтергә ярҙам иткән өсөн үҙҙәренең әсәләренә рәхмәтле. Айҙар ағай менән Вәсилә апайҙың сабыр ҡанаттары талғанда, арыуҙары етеп ҡыл да ҡыбырҙата алмаҫлыҡ хәлгә килгәндә, улар тип йән атып торған яҡындарынан - Бәбәгөлъямал Абдулла ҡыҙы һәм Зәйтүнә Әбүталип ҡыҙынан тауҙай эштәр аҡтарырлыҡ көс алалар.
Айҙар Насип улын ауылдаштары миһырбанлы, оло йөрәкле, изгелекле ир-уҙаман итеп кенә түгел, ә эшкә уңған, тырыш ир-егеттәрҙең береһе булараҡ та хөрмәт һәм ихтирам итә. Кәләшенең хәле бер аҙ еңеләйгәс, бура бурап, яңы матур йорт та һалып ултырта ул. Ҡансияровтар унда 1992 йылда күсә. Өйҙәрендә бөтә уңайлыҡтарҙы булдырғандар, кәртә тултырып мал-тыуарын да аҫрайҙар, ҡош-ҡортон да тоталар. Хәҙер инде ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөгән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеш менән дә һыйлайҙар. Ә балалары - күҙ нурҙары күптән инде үҙаллы тормош ҡорған. Илгиздәре кәләше Гөлнара менән Мәләүез ҡалаһында төпләнгән, үҙе шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, кәләше – китапханасы, өс бала - Гүзәлиә, Морат, Уралды тәрбиәләйҙәр. Алһыу әсәһе юлын һайлаған, уҡытыусы, тормош иптәше Филүс менән Юлиә һәм Сара исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ҡансияровтар менән һөйләшеүҙән үҙеңә фәһем алаһың: ауырлыҡтарға бирешмәйенсә һәр ваҡыт яҡшы күңелле булып ҡалырға, күркәм сифаттарҙы бер ваҡытта ла юғалтмаҫҡа, яҡындарыңа ҡарата миһирбанлы булырға – былар бөтәһе лә бөгөнгөһө менән бәхетле парҙың тормош принциптары. Утын-һыуын бергә кискән, өлөшөнә төшкән тәҡдирҙе лайыҡлы үткән ғаиләләрҙең донъяға ҡарашы ла, ғөмүмән, донъяны ҡабул итеүе икенсе. Улар донъяны бар матурлығында ҡабул итә белә. Шулай булмай ни! Ваҡ донъя мәшәҡәттәре, юҡтан ғына ғауғалашыу яҡын кешеңде бөтөнләйгә юғалтыу менән йәнәшә тора аламы ни? Әлбиттә, юҡ! Шуға ла улар өсөн иң мөһиме яҡын кешеләре, балалары, туғандары һау-сәләмәт булһын да, бәлә-ҡаза улар ғаиләһен урап үтһен.
Донъя тотҡаһы – ҡатын-ҡыҙ. Ошондай матур әйтем бар халыҡта. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йорт усағын, ғаилә именлеген һаҡлай. Әммә Ҡансияровтар ғаиләһенең тотҡаһы – Вәсилә апайҙың ғүмеренә хәүеф янағанда, уны лайыҡлы рәүештә тормош иптәше алмаштыра ала.
- Ошо ғүмерем өсөн Айҙарыма рәхмәтлемен, ауырып ятҡан саҡтарымда ла ҡайҙан ул тиклем көс ала икән, тип һәр саҡ һоҡлана торғайным, әле лә һоҡланып туя алмайым, - ти Вәсилә апай иренең ҡулдарына әкрен генә ҡағылып.
Һоҡланырлыҡ та шул. Ирҙәрҙең күптәре ҡатындары ғына түгел, хатта балалары ауыр дауалана торған сиргә тарыуын белгәс, ғаиләнән китә, рәхәт юл һайлап, именерәк ғаилә ҡора. Был ирҙәрҙе яманлап әйтеү түгел, ә аяуһыҙ статистика мәғлүмәттәре. Арыҫлан йөрәкле заттарҙан булған Айҙар ағай ундай аҙымды эшләү тураһында уйлап та бирмәй, ә йән һөйгәнен дауалау юлдарын эҙләй һәм маҡсатына ирешә. Вәсилә апай, Аллаға шөкөр, хәҙер үҙ аяҡтарында йөрөй.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА фотоһы.