Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2018, 16:46

Таҡтаташ – хәтер билдәһе

Үткән аҙнала Ҡасҡын ауылында тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә обелиск асылды, уны тантаналы асыу сараһына Ҡасҡын, Санъяп ауылдарында йәшәүселәр, ошо ауылдарҙа тыуып-үҫкәндәр йыйылды, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...

Үткән аҙнала Ҡасҡын ауылында тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә обелиск асылды, уны тантаналы асыу сараһына Ҡасҡын, Санъяп ауылдарында йәшәүселәр, ошо ауылдарҙа тыуып-үҫкәндәр йыйылды, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен, ҡырҡынсы йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...


Сараны ауылдың имам-хатибы Шәфҡәт Ибраһимов асып ебәрҙе, ул азатлы­ғыбыҙ өсөн ғүмерен аямай, яуҙарҙа ятып ҡалған, һәр ҡарыш еребеҙҙе ҡан, тир һәм күҙ йәше аша яулаған, баҫыуҙарҙа тир түгеп, ауыр йылдарҙа ял-ял белмәй эшләгән һәм хәҙер яҡты донъяларҙан киткәндәр рухына аят бағышланы.

Санъяп ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәниә Ғәлина обелискты төҙөү инициативаһын хуплап, күтәреп сыҡҡан ҡасҡындарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Фәймә Аҡъюлова район буйынса партияның программалары һәм проекттары буйынса эшләнгән эштәргә туҡталды һәм таҡтаташты төҙөүсе ойошма етәксеһе Радик Байназаров менән социаль-мәҙәни үҙәктең мәҙәни ойоштороусыһы Миңһылыу Ибраһимованы “Берҙәм Рәсәй” партияһының рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

- Яу яланында ятып ҡалғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск Санъяп ауылында ҡуйылған. Шуға Сөнғәтулла ағай Ҡансияров инициативаһы буйынса Ҡасҡынға тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә обелиск ҡуйырға булдыҡ, программа буйынса бүленгән аҡсаға автопавильон да эшләнде, - тип биләмәлә барған эштәр барышы менән таныштырҙы һәм ауыл активистары - Хәйҙәр Ибраһимов, Ғимран Ҡансияров, Радик Ибраһимов, Юлай Ибраһимов, Хөсәйен Ибраһимовтарға ауыл Советының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ғаилә йылы уңайынан үҙҙәренең алтын туйын билдәләүсе Фәүзиә менән Мирза Игликовтар тәбрикләнде.

Ауыл старостаһы, обелиск асыу инициативаһын күтәреп сығыусы Сөнғәтулла Ҡансияров тарихҡа байҡау яһаны.
- Бәләкәй генә Ҡасҡын ауылынан яуға 160 ир-егет китә, шуларҙың 95-е ҡаһармандарса яу яланында, алыҫ тарафтарҙа башын һалһа, тик 65-е генә фронттан әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешә. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһы ла яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа күскән. Санъяп ауыл биләмәһе буйынса 7 тыл ветераны иҫән-һау. Ғәтиә Ҡунаҡҡужина, Йәмил Түләбаев, Рәшиҙә (Йомабикә) Иҫәнбирҙина, Шәрифә Ғәлина, Сәлмән Исхаҡов, Мөнирә Сәғитова, Банат Мөхәмәтйәноваларға һәм ауылдарҙа йәшәүсе 19 һуғыш балаһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Иң мөһим һүҙҙәр яңғырағас, тыл ветерандары һәм һуғыш балалары иҫтәлегенә төҙөлгән обелискты асыу хоҡуғы Шәфҡәт Ибраһимов менән Сөнғәтулла Ҡансияровҡа бирелде.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА фотолары.
Читайте нас: