Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексының 80-се статьяһы буйынса ата-әсәләр өсөн 18 йәше тулмаған, бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарау бурыстары билдәләнгән. Балаларҙы ҡарауға иң тәү сиратта уларҙы аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин итеү, уларҙың ялын ойоштороу һәм башҡалар инә.
Күгәрсен район суд приставтары бүлегендә үтәлеш өсөн алимент бурыстары буйынса 290 производство эше ята. Бурыстары булғандар Рәсәй Федерацияһы территорияһынан ситкә сыға алмай.
Бурыслыларға иң көслө тәьҫир иткән сараларҙың береһе ул махсус хоҡуҡ менән файҙаланыу хоҡуғын, мәҫәлән, төрлө катетогориялағы транспорт саралары (автомобиль, мотоцикл, һауа йәки һыу судноһы) менән идара итеүҙе сикләү. Әлеге көндә алимент буйынса бурыстары булған 87 граждандың транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы сикләнгән. Шуныһы ла мөһим, әгәр транспорт сараһы менән идара итеүгә сикләнгән кеше руль артына ултырһа, ул Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 17.17 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ (50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәр йәки суд тарафынан махсус хоҡуҡты бер йылға тиклем мәхрүм итеү).
2018 йылдың 7 айында Күгәрсен район суд приставтары бүлеге тарафынан Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35.1 статьяһы буйынса алимент бурыстары булғандарға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 27 протокол төҙөлдө. Ул эштәр суд тарафынан ҡаралды һәм үҙ бурыстарын үтәмәгән ата-әсәләрҙе мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү тигән яза сығарылды. Шулай уҡ ошо административ хоҡуҡ боҙоу өсөн 10 тәүлектән 15 тәүлеккә тиклем административ арест йәки 20 мең һум күләмендә административ штраф һалыу кеүек язалар ҡаралған.
Шулай уҡ Күгәрсен район суд приставтары бүлегендә алимент түләмәүселәргә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 157-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса 9 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Уларҙың 7-һе ғәйепләү акты менән судҡа ебәрелде. Әлеге ваҡытта 5 гражданға ғәйепләү хөкөмө сығарылды. Мәҫәлән, Исем ауылында йәшәүсе граждан В. 4 йылдан ашыу үҙенең ҡыҙына алимент түләмәй. Күгәрсен районы буйынса 1-се һанлы мировой судтың судьяһы тарафынан уға дәүләткә эш хаҡының 10 процентын тотоп ҡалыу менән, 6 ай холоҡ төҙәтеү эштәре язаһы бирелде.
Алимент бурыстары һәм даими эш урыны булмағандарҙы эш урыны булмау уларҙы алимент түләүҙән азат итмәй, тип тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ. Алимент түләүселәрҙең эше булмаған ваҡыттағы бурысы Рәсәй Федерацияһындағы уртаса эш хаҡынан сығып иҫәпләнә.
Г.ЗАМАНОВА, Күгәрсен район суд приставтары бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты.