Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2018, 16:30

Себер китә ирҙәр...

Хәҙерге замандың тағы ла бер ҙур заман социаль проблемаһы ул - себер мәсьәләһе. Үҙе йәшәгән төбәктә эш булмау сәбәпле бихисап ир-егеттәр, хатта ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ситтә эшләргә мәжбүр. Ошо күренеш арҡаһында беҙҙең бик күп ғаиләләр тарҡала, балалар атайһыҙ үҫә. Был хәлдән сығыу юлы бармы икән? Кемдер әйтер: халыҡ кәсептәрен тергеҙергә, шәхси хужалыҡтарҙы йәнләндереп ебәрергә кәрәк тиеп. Килешергә лә мөмкин. Ыңғай һөҙөмтәләр ҙә, әлбиттә, булыр, бәлки, ошо мәсьәләне әҙме-күпме хәл итергә мөмкинлек тә бирер, әммә был проблеманы тулыһынса хәл итергә халыҡ кәсептәрен тергеҙеү генә булышлыҡ итерме икән ул?..

Фәйрүзә ИБРАҺИМОВА, район мәғариф бүлеге методисы:
- Беҙҙең ғаилә ҡороуға әле ни бары 6 йыл ғына, әллә ни ҙур тормош тәжрибәһе булмаһа ла, йәш ғаиләләрҙе айырыуса нимә борсоғанын күҙәтеүҙәрҙән белеп торабыҙ. Ул – эшһеҙлек. Күп ир-егеттәр эш булмау сәбәпле, себергә китә, ә ҡатыны өйҙә тороп ҡала. Бер яҡтан ирҙәрҙең аҡса табып, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итергә лә тырышыуын хупларға ла була. Әммә, икенсе яҡтан баһалағанда – балалар атай тәрбиәһен күрмәй, атай һүҙен ишетмәй үҫә, ҡатындың бик тиҙ яңғыҙлыҡҡа күнегеүе ғаиләнән ир-атты ҡыҫыҡрыҡлай. Әгәр ғаиләлә ике-өс бала икән, әсәнең дә уларға тейешле тәрбиә биреп еткермәүен тойорға була.
Олоно –оло итеп күреү, кесегә -кесе итеп ҡарау тәрбиәһе лә ғаиләнән килә, өлкәндәр менән һаулыҡ һорашыу, йәмәғәтселектә үҙеңде ипле тотоу кеүек тәрбиә нигеҙҙәре балаға ғаиләлә һалына. Ә ата-әсәнең эш менән мәшғүл булып өйрәтергә ваҡыты ла ҡалмай китә. Шул ваҡыт етмәүен ата-әсә күпселек ваҡыт самаһыҙ иркәләү, әпәүләү менән ҡапларға тырыша, ә был баланың шәхес булып формалашыуына кире йоғонто яһай. Бала үҫкәс, мәҫәлән, студент булып киткәс, уҡыуҙа, тиҫтерҙәре менән аралашыуҙа, йәмғиәттә ҡаршылыҡтарға осраһа, юғалып ҡалыуы, хатта һынылыш кисереүе ихтимал. Сөнки бала саҡта ул ауырлыҡ күрмәгән, ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыныҡмаған, уны ата-әсәһе, эргә-тирәһендәге ололар ҡурсып, проблемаларҙан аяп, бөтә нәмәне уның өсөн хәл итеп торған. “Аҡсаһын ебәреп торһа, булды, үҙе миңә нимәгә ул” тигән ҡатындарҙы ла ишеткәнем булды. Бындай ғаиләләрҙә атай абруйы, атай тәрбиәһе юҡ тигән һүҙ. Ғаилә башлығын эшсе көс итеп кенә күреп үҫкән ир балаларға ла, ҡыҙ балаларға ла киләсәктә ныҡлы ғаилә ҡороу бик ауырға тура киләсәк.
Себергә эшкә китеп тә, алданып ҡайтыусылар юҡ түгел. Ундайҙарҙы ла хөкүмәт күрергә тейештер, минеңсә.
Читайте нас: