Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Сентябрь 2018, 13:39

Был донъяның кеме юҡ...

26 июлдән ватсапта телефон аша һөйләшеү яҙҙырылған тауышлы бер хәбәртарала башланы. Әллә ни ҙур әһәмиәт тә бирмәҫ инек, һөйләшеү йөкмәткеһе хафағаһалды. Унда бер ҡатын 6-7 йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙ балаға шылтырата ла, әсәһеэргәһендәме, өйҙә кемдәр барлығын һораша. Ҡыҙ тәүҙә әсәһенә шылтыратмаҡсы була,әммә баяғы ҡатын кәрәкмәй, шылтыратма, уны һин үҙең дә эшләй алаһың тип,кухняға инеп, газ плитаһының крандарын асырға ҡуша. Йәнәһе, ул газ хеҙмәткәреһәм хужалыҡ шул рәүешле тикшереү эштәре алып бара. Ҡыҙҙың нимә эшләүен һорашып,плита кранын асыу-асмауын еҫе сығамы тип тикшереп тора.

26 июлдән ватсапта телефон аша һөйләшеү яҙҙырылған тауышлы бер хәбәр тарала башланы. Әллә ни ҙур әһәмиәт тә бирмәҫ инек, һөйләшеү йөкмәткеһе хафаға һалды. Унда бер ҡатын 6-7 йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙ балаға шылтырата ла, әсәһе эргәһендәме, өйҙә кемдәр барлығын һораша. Ҡыҙ тәүҙә әсәһенә шылтыратмаҡсы була, әммә баяғы ҡатын кәрәкмәй, шылтыратма, уны һин үҙең дә эшләй алаһың тип, кухняға инеп, газ плитаһының крандарын асырға ҡуша. Йәнәһе, ул газ хеҙмәткәре һәм хужалыҡ шул рәүешле тикшереү эштәре алып бара. Ҡыҙҙың нимә эшләүен һорашып, плита кранын асыу-асмауын еҫе сығамы тип тикшереп тора. Ҡыҙыҡай еҫе сыҡмай тигәс, тимәк, дөрөҫ асмағанһың тип, тағы ла бер ҡабат ҡарарға, дөрөҫ итеп башҡарырға, нығыраҡ асырға ҡуша. Инде газ еҫе тарала башлауын әйткән ҡыҙ балаға хәҙер инде һүндермәйенсә генә икенсе бүлмәгә барып, ял итергә ятырға йә үҙ эше менән булышырға тәҡдим итә, газды беҙҙең хеҙмәт үҙе һүндереп, ебәреп ҡараясаҡ, башҡа бер нәмәгә лә теймәһәң дә була тип, һүҙен йомғаҡлай.
Оло кешенең ышаныслы тауышы ҡушҡас, бала барыһын да теүәл үтәй. Шулай ҙа хәбәрләшеү барышында ҡыҙ бала өйҙә яңғыҙ түгеллеген ысҡындырып ебәрә лә, тиҙ генә төҙәтә һала. ( Шуға ла был яҙманан эргәһендә оло кешенең булғанлығын тойоп, тынысланырға була. Үҙен газ хеҙмәте операторы итеп танытҡан кешене ( әгәр кеше тип атарға мөмкин булһа инде) фашлау өсөн атаһы йә әсәһе күрһәтмәһе менән һөйләшеүҙе өҙмәй, дауам иткәндер тиеп тә үҙебеҙсә тынысланған булабыҙ былай...)
Интернет киңлектәрендә йәшен тиҙлегендә таралған хәбәр Ҡаҙағстан газ хеҙмәтенә лә барып етә. “КазТрансГаз Аймак” акционер ойошмаһы был мәғлүмәт тураһында: “Бер хеҙмәткәр ҙә, белгес тә конфоркалар төҙөклөгөн тикшереү буйынса бер кемгә лә, бигерәк тә балаларға, шылтыратмай. Ата-әсәләргә ашығыс рәүештә балалар менән һөйләшеү, аңлатыу эштәре үткәрергә, кем генә шылтыратһа ла, газ приборҙары эргәһенә яҡын бармаҫҡа ҡушырға, уларҙың ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн сит шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеүҙе ҡәтғи тыйырға кәрәк. Был яҙма, бәлки, газ хеҙмәтенең репутацияһын төшөрөү өсөн эшләнгән фейк яҙма булыуы ла, йәиһә балалар һәм үҫмерҙәр ғүмерен ҡыйыуға йүнәлтелгән енәйәтсе төркөмдәрҙең ҡара эше лә булыуы ихтимал.
Яҙма хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылды, белгестәр уның килеп сығышын тикшерә” тип белдерә.
Ялған мәғлүмәт булған хәлдә лә, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар тигәндәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡайтанан ҡарап сығыу, балаларҙы, яҡындарыбыҙҙы иҫкәртеү артыҡ булмаҫ, был донъяның кеме юҡ...

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас: