Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2018, 23:46

Алдыбыҙҙа – мөһим бурыстар

17 август көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында Күгәрсен районы терроризмға ҡаршы комиссияһының кәңәшмәһе үтте.

17 август көндө район хакимиәтенең ултырыштар залында Күгәрсен районы терроризмға ҡаршы комиссияһының кәңәшмәһе үтте.
- Яңы уҡыу йылы башланырға һанаулы көндәр ҡалып килә, алда БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайына депутаттар һайлау, шул йәһәттән уҙғарыласаҡ күләмле сараларҙа тәртип булдырыу-беҙҙең төп бурыс, - тип, иң тәүҙә комиссия рәйесе Ғайса Янбаев көн тәртибендә ҡараласаҡ һорауҙар, алда торған бурыстар менән таныштырып үтте.
Иң беренсе булып сығыш яһаған Күгәрсен районы буйынса Рәсәй эске эштәр бүлегенең начальник урынбаҫары Илдар Ғилманов яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан уҙғарыласаҡ тантаналы байрамдарҙа һәм уға әҙерлек осоронда мәғариф объекттарын терроризм күренештәренән яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында үткәреләсәк сараларҙы һанап сыҡты. Мораҡ һәм Йомағужа кеүек күп халыҡлы ауылдарҙы хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү өсөн уларға ҡарата иғтибар көсәйтеләсәген, хоҡуҡ һаҡсылары ҡарашына шикле күренгән граждандар тикшереләсәген, мәғариф объекттарын тулыһынса тикшереү үтәсәген, һөҙөмтәләре өҫкә хәбәр ителәсәген, 1 сентябргә тиклем йәйәүлеләр һуҡмағын тәртипкә килтереү, Мораҡ 1-се урта мәктәбе ҡаршыһын ҙур хәрәкәтле юлдан ҡамаулау мәсьәләһе хәл ителергә тейешлеген билдәләне.
Мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлек кимәле тураһында һөйләп, террористик акттарға ҡаршы тороу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәрҙе һанап үтте.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина мосолмандар араһында терроризм һәм экстремизм идеологияһын таратыуға ҡаршы ислам ойошмалары вәкилдәре һәм етәкселәр ҡатнашлығында көрәш алып барыу кәрәклеге тураһында сығыш яһаны. Терроризм ислам исеме аҫтына йәшенә, экстремизм профилактикаһы иң тәү сиратта балаларға ҡағыла, радикалдар үҫмерҙәрҙе, донъяға үҙ ҡарашы булмаған һәм рухы нығынмаған, тотороҡһоҙ психикалы йәштәрҙе йәлеп итеүсән, тәрбиә эшендә, экстремистик фекерҙәрҙән ҡурсалауҙа әсә-атаның, ғаиләнең роле ҙур, педагогтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары әсә-аталар һәм балалар менән профилактик әңгәмәләр үткәрергә тейешлеген, маҡсатлы эштә волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү, көстәрҙе берләштереп, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, дискуссия, осрашыуҙар ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Күгәрсен районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Александр Зиновьев БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына депутаттар һайлау барышында һәм уға әҙерлек осоронда граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса үткәреләсәк саралар хаҡында әйтеп үтте.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Рәмил Йосопов еребеҙҙең төрлө тарафтарында оло һәләкәткә килтергән террористик акттарҙы иҫкә алып, 3 сентябрь – террорға ҡаршы көрәшкә берләшеү көнө уңайынан белем усаҡтарында класс сәғәттәре, күргәҙмәләр, турнирҙар, кисәләр, интернет селтәрҙәрендә терроризмға ҡаршы агитацион йүнәлештә акциялар ойоштороу талап ителеүен иҫкәртте.
Шулай уҡ төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, халыҡты транспорт менән тәьмин итеү буйынса район хакимиәте урынбаҫары Валерий Павлов социаль тәғәйенелешле объекттарҙы янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Илнур Исҡужин мәғариф, мәҙәниәт һәм медицина объекттарын тикшереү һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Һәр өлкәлә кәмселектәр бар, Валерий Павлов мәсьәләләрҙе тиҙ арала сисеү юлдарын табыу кәрәклеген иҫкәртте.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: