Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2018, 19:04

“Сәхибә” мәсетенең ишектәре ҡасан асылыр?

2010 йылда Юлдыбай ауылында үткән шәжәрәбайрамында уҡ был төбәктә мәсет төҙөү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны.Ниһайәт, ике-өс йыл үткәс, тамырҙары менән ошо яҡтан булған Хәйҙәр Мәүлекәсовһәм уның ғаиләһе, туғандары ярҙамында был юҫыҡта боҙ ҡуҙғалды.

2010 йылда Юлдыбай ауылында үткән шәжәрә байрамында уҡ был төбәктә мәсет төҙөү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Ниһайәт, ике-өс йыл үткәс, тамырҙары менән ошо яҡтан булған Хәйҙәр Мәүлекәсов һәм уның ғаиләһе, туғандары ярҙамында был юҫыҡта боҙ ҡуҙғалды. Юлдыбай ауылы киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөүсе Миңлеәхмәт ағай Алламоратов урындағы халыҡтан аҡса йыйыу эшен ойоштороп, мәсет төҙөүгә тиңһеҙ өлөш индерҙе (уның ярҙамында 280 мең аҡса йыйылған). Шулай итеп, берҙәм көс менән иман йортона нигеҙ һалынды, икенсе йылға бинаһы ла күтәрелде. Тик төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүенә, аҡса етмәүенә бәйле, мәсеттең эштәре тамамланманы әле.
Бөгөн “Сәхибә” мәсетенең хәле нисек? Ошо хаҡта ауыл старостаһы Килсенбаев Рәйес Мөхәмәт улы ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китте:
- Күреүегеҙсә, ауылдашыбыҙ Хәйҙәр башлап ебәргән эш ырамлы булды, мәсеттең ҡара өлгөһө әҙер, хәҙер эшләнеп бөтмәгән эштәрен еренә еткереп ҡуйыр өсөн финанстар кәрәк. Берҙәм көс менән ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙан ингән иғәнә иҫәбенә түбәһе эшләнде, евротәҙрәләр ҡуйылды, иҙән-түшәме йәйелде. Ислам Мәүлекәсов линолеумына ҡәҙәр һатып алып ҡайтҡан, булған әйберҙе түшәүе оҙаҡ булманы. Шуныһы йәтеш – таҡта материалдарын үҙебеҙҙең Рәмил Хөснуллиндың пилорамаһында сығартып алырға мөмкинлек бар. Стенаны бер ҡат штукатурлап сыҡтыҡ, икенсегә тигеҙләп шымартаһы ҡалды, манараһын да дин ҡағиҙәләренә ярашлы ипкә-һапҡа килтерәһе бар. Электр ингән, зәңгәр яғыулыҡ ҙур сығымдар талап итә, бәләкәсерәк электр мейестәре, йәиһә ауыл мейесе менән генә йылытыуҙы хәстәрләмәйенсә булмай. Эштәре эшләнеп бөтмәһә лә иман йортонда Ураҙа байрамдарын үткәрҙек, халыҡ берҙәм килде, ҡәнәғәт ҡалды, Ҡорбан байрамын да үҙебеҙҙең мәсеттә уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Бөтә нәмә аҡса мәсьәләһенә барып туҡтала. Магазин алдына аҡса һалыр өсөн йәшник элдек, яңыраҡ ҡына ауыл халҡынан 15 меңләп аҡса йыйылды. Иман йорто беҙҙең ауыл өсөн генә түгел, Төпсән һәм Яңы Хвалын ауылдары кешеләре өсөн дә, шуға күрә был төбәктәрҙә тыуып-үҫеп, хәҙер сит тарафтарҙа йәшәүсе матди яҡтан хәллерәктәр мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерһә, ҙур файҙа булыр ине.
Эйе, был яҡтарҙа мәсет кәрәк. Мәсет өсөн йән атып йөрөгән, кешелеклеге, булмышы менән ысын имам-хатип булырлыҡ Миңлеәхмәт ағайҙың да арабыҙҙан иртәрәк китеүе хафаға һалды (10 йыл элек унан иң тәүге балама исем ҡуштырғайныҡ, илаҡ ҡына ҡыҙымдың алсаҡ йөҙлө аҡһаҡалға ҡарап йылмайғаны, моңло уҡыуына әүрәп тыныс ҡына ятҡаны хайран иткәйне – авт.). Иман йортонан аҙан яңғыраһа, бәлки, был яҡта ла руханиҙар артыр, халҡыбыҙ йолалары үтәлер, ағыулы эсемлек менән сауҙа итеүселәр намыҫҡа килер ине тигән өмөт бар күңелдә. “Сәхибә” мәсетенә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр Мораҡ ауылында “ДООСАФ” ҡаршыһында йәшәүсе Хәйҙәр ағайҙың туғаны Фәриҙә апайға ла килеп аҡса ҡалдыра. “Тамсынан күл йыйыла, тигәндәй, мәрхәмәтле кешеләр күп, Аллаға шөкөр, күмәк көс менән яҡын киләсәктә Юлдыбайҙа ла иман йорто үҙ ишектәрен асыр ул”, - ти Фәриҙә апай ҙа.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: