Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2018, 16:21

Һапаштар һынатмаҫ!

Һапаш ауылы бынан бер нисә йыл элек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, дан алғайны. Уға әҙерлек барышында ауыл төҙөкләнеп, матурайып, халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, айыҡ тормошто пропагандалап, төрлө мәҙәни-спорт саралары үткәргәйне. Һапаштарҙың ыңғай өлгөһө тотош Ялсы биләмәһенә йоҡто, күп тә үтмәй Ялсы ауыл биләмәһе үҙен “Айыҡ биләмә” тип иғлан итте. Быйыл иһә был ауыл “Башҡортостандың иң матур ауылы” бәйгеһендә ҡатнаша.

Һапаш ауылы бынан бер нисә йыл элек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, дан алғайны. Уға әҙерлек барышында ауыл төҙөкләнеп, матурайып, халҡы сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, айыҡ тормошто пропагандалап, төрлө мәҙәни-спорт саралары үткәргәйне. Һапаштарҙың ыңғай өлгөһө тотош Ялсы биләмәһенә йоҡто, күп тә үтмәй Ялсы ауыл биләмәһе үҙен “Айыҡ биләмә” тип иғлан итте.
Уны "Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы, Йәш депутаттар ассоциацияһы менән берлектә уҙғара. Төп шарт – бәйгелә ҡатнашыуға һәр райондан тик бер генә ауыл тәҡдим ителергә тейеш. Ғаризалар 9 июлдән ҡабул ителә башлап, 27 июлдә тамамланды.
Жюри ағзалары артабан 54 ауылдан иң яҡшы егермеһен һайлап аласаҡ.
Конкурста ауылдың тарихына, төҙөклөгөнә айырым иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ урында халыҡ тарафынан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың уҙғарылыуы мотлаҡ. Әйткәндәй, еңеүселәрҙе аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған.
"Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов әйтеүенсә, еңеүсе ауылға “Башҡортостандың иң матур ауылы” тигән яҙыулы стелла урынлаштырыласаҡ. Стелланы ҡайһы ергә ҡуйырға – халыҡ үҙе хәл итә, ул киләсәк быуындарға тәрбиәүи өлгө лә булып торасаҡ, ти бәйгене ойоштороусылар.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең районда бөтә яҡлап матур – халҡы ла, тәбиғәте лә, ауыл торошо ла – ауылдар бихисап. Киләһе йылдарҙа башҡа ауылдар ҙа һапаштарҙан өлгө алып, район данын республика кимәленә күтәрер, тип өмөтләнәбеҙ.
Конкурс барышы тураһында гәзит биттәрендә яҡтыртып барырбыҙ, интерактив тауыш биреүҙә бөтә район менән әүҙемлек күрһәтеп, Һапаш ауылын алға сығарыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, райондаштар!

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фото автор архивынан: “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең баһалама ағзаларын ҡабул иткәндә. 2014 йыл.
Читайте нас: