Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июль 2018, 12:52

Үткәндәрҙе хәтерләргә йыйылды ауылдаштар

Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле бит ул - июль айы. Шулай булмай ни һуң - картуф, йәшелсә баҡсаһы, еләк, етмәһә, бесәне лә өлгөргән. Ошо ығы-зығылы ваҡыт та ҡурҡытманы Волостновка ауыл биләмәһендә урынлашҡан Түләбай ауылы халҡын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына берҙәм йыйылдылар. Һүҙ ҡуйышҡан ваҡытты көтөп тә тормайынса, ауыл урамы бала-саға, йәш-елкенсәк, оло быуын кешеләре менән шығырым тулды ла ҡуйҙы.

Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле бит ул - июль айы. Шулай булмай ни һуң - картуф, йәшелсә баҡсаһы, еләк, етмәһә, бесәне лә өлгөргән. Ошо ығы-зығылы ваҡыт та ҡурҡытманы Волостновка ауыл биләмәһендә урынлашҡан Түләбай ауылы халҡын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына берҙәм йыйылдылар. Һүҙ ҡуйышҡан ваҡытты көтөп тә тормайынса, ауыл урамы бала-саға, йәш-елкенсәк, оло быуын кешеләре менән шығырым тулды ла ҡуйҙы.
Мәнеү йылғаһы ярына һыйынып ҡына ултыра Түләбай. 18-се быуатта сағыштырмаса ҙур ауыл була ул, 5-се ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда 57 өйҙә 413 кеше йәшәгән, 2 өйлө утары ла булған. 1859 йылда 211 кеше йәшәй. Түләбайҙың 46 йәшлек улы Юлдаш, 7-се ревизия күрһәтеүенсә, есаул булған. Ағалары - Ҡайбулды, Муса, Ғайса.

Мәғлүмәттәр аҙ булыуға ҡарамаҫтан, түләбайҙарҙың тик үҙҙәренә генә хас һыҙаттары бар. Иң беренсеһе - тоғролоҡ. Ауылға ингән урындағы стелла янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, Заһир ағай Күлбаев изге байрам уңайынан ошонда тыуып үҫеп, матур ғүмер кисергән һәм ошо изге ерҙә ерләнгән ата-бабаларыбыҙҙың рухына аят уҡыны, йәндәре йәннәттә булыуын, тереләргә сауабы насип булыуын теләне.

Зәйнәб Биишева урамы, әлбиттә, тоғролоҡто үҙ иткән ғаиләләр менән дан тота. 50 йыл бергә ғүмер иткән Менәүәрә инәй менән Фәрит бабай Йәнбирҙиндарҙың (ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күскән) нигеҙе һаман да гөрләп тора: ошонда үҫеп буй еткергән дүрт ҡыҙ һәм ике улды, уларҙың иптәштәрен, бала-сағаларын һыйындырырлыҡ ныҡлы ата нигеҙенең дауамы Фәнүр һәм Рәйфә килендең яҡшы сифаттары - нәҡ ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡ билдәһе ул.

Зилә һәм Йәмил Түләковтарҙың йорт-ҡаралтылары төҙөк, ныҡлы, улар Айгизә, Наҙгөл, Лиана, Зарина, Залина исемле биш ҡыҙлы йорт булараҡ билдәле, был ғаиләнең үрнәге сәләмәт тормошҡа тоғролоҡ булып балҡыны. Ата йортона саң ҡундырмаҫҡа тырышып, ҡапҡанан уҡ сәскәләргә күмеп донъя көткән Венера апайҙың миҫалын (үҙе ҡалала йәшәһә лә), һис шикһеҙ, тыуған нигеҙгә тоғролоҡ тиергә булалыр.

Артабанғы төбәк - Батырлыҡ тип исемләнер. Ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 52 аҫыл улын оҙатҡан, шуларҙың 21-е генә әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың береһе лә юҡ инде. 2017 йылда һуңғы ветераныбыҙ Сәхәүетдин Шәмсетдин улы Псәнчинды ла һуңғы юлға оҙаттыҡ. Мәрйәм инәй менән Сәхәүетдин бабайҙың балалары Гөлшат, Минефәр, Сәйфетдин үҙ-ара дуҫ һәм татыу булып, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө күрһәтеп йәшәй.

Шул уҡ тирәлә донъя көтөүсе Зөлҡәғизә инәй Юскаева -тыл ветераны, туғыҙынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы хәтерле, уның ҡыҙы Зәйтүнә апай балалары менән асҡан шәхси эшен яңғыҙы дауам итә (Насибулла ағай мәрхүм булып ҡалды).

Мәүлиҙә апай Ҡайбирҙина ла барлыҡ оҫталығын һалып күргәҙмә, өҫтәлгә тәм-том әҙерләгән.
Рафиҡа инәй Псәнчина, инде 92 йәше менән барған тыл ветераны, ауылдаштары рухына ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыуҙа ҡатнашырлыҡ көс тапты.

Артабан үҙенә ыҡсымлығы, таҙалығы менән саҡырып торған йорттоң хужабикәһе тағы ла бер батырлыҡ өлгөһө, ул - Хисмәтуллина Шәкирә инәй,тыл ветераны. Үҙе ипле,балалары ла ошо матур һыҙатты үҙҙәренә һеңдереп, хеҙмәттә һынатмай.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Миләүшә Арыҫланбаева ла ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, әсәһенең һәм туғандарын һөйөндөрөп сауап алып китте.
Оло ғүмер кисереп, балаларының изгелегендә көн итеп, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән Сәғүрә инәй менән Сәйфулла бабай Хисмәтуллиндарҙың йорт-ҡураһы тағы ла ҙурыраҡ, күркәмерәк төҫ алған, сөнки атай нигеҙе ҡоромай - төпсөктәре Рәсүл донъя көтә бында. Шәхси эшҡыуарҙың төп шөғөлө - мал аҫрау.
Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, район Советы секретары Руслан Әхмәров, район буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе Рәшит Байғусҡаров, “Тәүәкән” хужалығының баш агрономы Азамат Хисмәтуллин һәм Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтов та, Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Данил Хәсәнов та түләбайҙарҙың берҙәм халыҡ икәнлеген билдәләне.
Район хакимиәте башлығының һәм үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Эльвера Фәйрушина Рәмзиә Хисмәтуллинаға, Рәсүл Хисмәтуллинға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ Харис ағай Юлдашев райондың почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды,маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Өлгөлө йорт хужалары исеменә Фәнүр Йәнбирҙин, Йәмил Түләков, Зәйтүнә Түләкова, Гөләйшә, Марат, Рәсүл Хисмәтуллиндар, Сәйфулла Әлмөхәмәтов, Харис Юлдашев, Ғилметдин Псәнчин, Флүрә Радчик, Батыр Дилмөхәмәтов, Гөлшат Псәнчина, Айрат Хәйеров, Гөлсәсәк Йәғәфәрова эйә булды. Өҫтәлдәр ярышында Рәйфә Йәнбирҙина, Рәмзиә Хисмәтуллина, Тәнзилә Түләкова, Рүзилә Юлдашевалар билдәләнде. Ауылдың иң оло кешеһе Рафиҡа инәй Псәнчинаға, тыл ветерандары Шәкирә һәм Бибиямал Хисмәтуллиналарға, Мәрйәм Псәнчинаға, яңы тыуған сабыйҙар Айгизә, Руслан Йәҙгәровтарға, Самира Ниғмәтуллинаға, 56 йыл бергә ғүмер кисергән Хәтимә һәм Урал Ниғмәтуллиндарға һ.б. бүләктәр тапшырылды.
Күңелле осрашыу минуттары бик тиҙ үтеп китә икән, көн кискә ауышҡас, ололар көтөү мәшәҡәтен хәстәрләне,ҡунаҡтарын барлап, киске ашҡа йыйналды. Шул ваҡыт дәртле бейеү көйө йәштәрҙе уйынға әйҙәне, байрамдың ҡунағы – билдәле йырсы Радмир Туйсин дәртле программаһы менән йәштәрҙең күңелен асты.
Мәҡәләмдең аҙағын Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр юлдары менән тамамлағым килә:
Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ!
Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!

Финара ХӘСӘНОВА, Ҡалдар урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Анатолий КАЗАКОВ фотолары.
Читайте нас: