Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Июль 2018, 12:41

Башҡортостанда пациент ашығыс ярҙам автомобилен урлап алып киткән

Башҡортостанда ашығыс ярҙам автомобилен урлап алып киткәндәр. Был хәл Мәләүез районы дауаханаһы биләмәһендә булған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.


Башҡортостанда ашығыс ярҙам автомобилен урлап алып киткәндәр. Был хәл Мәләүез районы дауаханаһы биләмәһендә булған.


Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, шик аҫтына дауаханалағы пациенттарҙың береһе элеккән. Ир кеше ҡабыҙыу йоҙағында ҡалдырылған асҡыс арҡаһында хеҙмәт транспортында үҙәк район дауаханаһы биләмәһенән сығып киткән. Урлаған автомобилде үҙенең элекке автосервисына килтереп йәшергән.


Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөмө сыҡҡан. Енәйәти эҙләү хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән бергә ғәйеплене тотҡан. Ул алдан урлашыу өсөн хөкөм ителгән урындағы 40 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ир кеше ҡылған эшен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡултамға биргән.

Читайте нас: