Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2018, 16:50

Рәсәй Гидрометүҙәге август айының нисек буласағын һөйләне

Август айында Рәсәйҙә ҡояшлы һәм эҫе һауа торошо урынлаша, термометр күрһәткесе +30 градустан юғары була. Ошо хаҡта Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һөйләне, тип хәбәр итә «Рәсәй гәзите».

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Август айында Рәсәйҙә ҡояшлы һәм эҫе һауа торошо урынлаша, термометр күрһәткесе +30 градустан юғары була. Ошо хаҡта Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд һөйләне, тип хәбәр итә «Рәсәй гәзите».
Йылы үҙәк төбәктәренә был аҙнала уҡ килә һәм яйлап киләһе йәй айына ла күсә.
«Биш көнгә ҡыҫҡа сроклы фараздар – 95 процент, оҙаҡ сроклы 75-78 процент ихтималлыҡ менән бирелә. Йәғни, бөтә иҫәптәр буйынса август йылы булырға вәғәҙәләй», — тине Вильфанд.
Өҫтәүенә августа яуым-төшөм июлгә ҡарағанда күп булмай. Алыҫ Көнсығышта, Уралда һәм Себерҙә август шулай уҡ йылы була. Әммә һауа торошо үҙгәреүсән булырға вәғәҙә итә.
Читайте нас: