ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Күмертау ҡалаһында бер көндә өс игеҙ – ике малай һәм дүрт ҡыҙ тыуған. Сабыйҙар матур көндә 2018 йылдың 18 июлендә донъяға килгән.
«Башинформ» агентлығына Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс игеҙ ҙә урындағы Перинаталь үҙәктә тыуған. Был осраҡ Күмертау бала табыу йорто тарихында тәүге.
Әлеге ваҡытта әсәләр һәм сабыйҙар үҙҙәрен яҡшы тоя һәм туғандарынан ҡотлау һүҙҙәре ҡабул итә.