Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2018, 18:51

Алсаҡлығы менән хайран итте Мораҙым халҡы

Йәмле тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған, моңдаръялай серле Эйеге менән күркәм Мораҙым ауылы кемдәрҙе генә үҙенә арбамай икән. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына был изге төбәк ошонда мәңгелеккә ерегеп, татыу ғүмер кисереүсе һәм сит тарафтарҙан һағынып ҡайтыусы ғаиләләрҙе, дуҫ-иштәрҙе, туғандарҙы тупланы.

Йәмле тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған, моңдаръялай серле Эйеге менән күркәм Мораҙым ауылы кемдәрҙе генә үҙенә арбамай икән. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына был изге төбәк ошонда мәңгелеккә ерегеп, татыу ғүмер кисереүсе һәм сит тарафтарҙан һағынып ҡайтыусы ғаиләләрҙе, дуҫ-иштәрҙе, туғандарҙы тупланы.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, изге Күгәрсен еренең хозурлығынан алған яҡты тәьҫораттарын төҫлө буяуҙар ярҙамында үҙҙәренең ижад емештәрендә сағылдырыу теләге менән алыҫтарҙан килеп, “Урман әкиәте” ял базаһында туҡталыусы рәссамдар (туристар) сараның оло ҡунағы булды.

Йола буйынса байрам ауыл осонда ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, сәк-сәк менән ҡаршы алыуҙан башланып китте. Урамдар буйлап үткәндә байрам хөрмәтенә ҡупшыланған йорт-ҡаралтылар, һый-ниғмәттән һығылып торған табындар, ауыл уңғандарының ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр... – береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Иң беренсе булып ҡунаҡ ҡаршылаусы Рәмзиә һәм Фазулла Моталаповтар оҙаҡ йылдар Салауат ҡалаһында йәшәп, хәҙер инде ғаилә башлығының тыуған төбәгенә ҡайтып төпләнгән.
Тынғыһыҙ, эшһөйәр ғаилә пилорама тота, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Көнһылыу һәм Абдулхай Хоҙайғоловтарҙың өҫтәлен ҡоймаҡ, сәк-сәк, төрлө емеш бәлештәре биҙәне.

Гөлсара һәм Салауат Ҡотлогилдиндар музыкаль ғаилә булып сыҡты, әсә кеше ҡыҙҙары Сабина менән моңло йыр һуҙһа, ғаилә башлығы ҡурайҙа өҙҙөрҙө.

Зөмәрә һәм Ринат Казбаковтар ишле мал тота, шуға күрә өҫтәлдәре лә мул ризыҡлы. Фәимә Ҡотлогилдина йәшләй генә тол ҡалып, өс балаһын бер яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, йылдарға бирешмәйенсә һаман да гөл итеп донъя көтә, күпләп ҡош-ҡортон аҫрай.

Ауылдың иң күркәм ғаиләләренең береһе Хәбирә менән Рим Ҡоланбаевтар,

Зөмәрә һәм Миңлеәхмәт Ҡотлогилдиндар ифрат бай табындары менән дә, халҡыбыҙҙың балаға исем ҡушыу, килен төшөрөү кеүек күркәм йолаларын күрһәтеп тә әсир итте. Тырышлығы, көслө рухлы булыуҙары менән арбаусы Рәмилә һәм Азамат Китиковтар (өлкән хужа – Әхмәдулла Ғимадетдин улы),

мөләйем Зара һәм Урал Ҡотлогилдиндар ҡунаҡсыллыҡта айырылып торҙо. Алтын ҡуллы Гөлсирә һәм Илдар Хоҙайғоловтар, ҡайғы-хәсрәттәр кисереп тә тормошҡа һөйөүе һүнмәгән, сәскәләр үҫтерергә яратҡан Наирә Ҡотлогилдинаның өҫтәлдәре эстетик зауыҡлы биҙәлеше менән һоҡландырҙы. Әлфинур һәм Нәҡип, Ғәли Хоҙайғоловтар, Рәйлә һәм Флүр Исмәғиловтар милли ризыҡтарға өҫтөнлөк биргән.

Бөгөн өс бала тәрбиәләүсе Ҡотлогилдиндар йәшәгән йортта элек 6 бала тәрбиәләнгән, туғандары атай йортоноң ырыҫын кәметмәйенсә, ғаилә ҡороп татыу йәшәүсе кинйәләре – Илфатҡа, килендәре Гөлсиәгә мең рәхмәтле. Биш балаға ғүмер бүләк иткән Хәлиҙә һәм Хәсән Казбаковтар, уңған хужабикә Миңниса Исмәғилова, ишле мал аҫрап донъя көтөүсе Рәмилә һәм Венер Моталаповтар, Фирҙәүес һәм Рамаҙан Ҡотлогилдиндар мул ризыҡлы табындарын балалары менән бергәләп әҙерләгән.

Һый-хөрмәттән ауыҙ иткән туристарҙың береһе: “Был ҡәҙәр ҡунаҡ иткәндәре юҡ ине әле, башҡорттарҙың табыны гел шулай баймы?”- тип һорап ҡуйҙы. Ошо һүҙҙәр үҙҙәре үк халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, ауыл уңғандарының уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ҡырҡмаһа-ҡырҡ эшен ташлап бай ҡунаҡ өҫтәле әҙерләгәне өсөн ҡуйылған юғары баһа бит!

Артабан күркәм сара йәмле аҡланда дауам итте. Ауылдың аҡһаҡалы Рим хәҙрәт ауылдаштарын ихлас ҡотлап, Мораҙымдың, мәсеттең тарихына туҡталып үтте. Район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилметдин улы мораҙымдарҙың оло шатлығын уртаҡлашып, ошондай байрамдарҙың ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, уларҙың рухи үҫешенә, айырыуса Ғаилә йылында туғандарҙың, халыҡтың берләшеүенә ҙур булышлыҡ итеүен билдәләне. Әүҙемлеге, намыҫлы хеҙмәте менән ауыл тормошона үҙ өлөшөн индереүселәрҙе: шәхси эшҡыуар Әхтәм Казбаковты – Маҡтау грамотаһы, Яңы Хвалын мәктәбе водителе Таһир Ҡотлогилдин, Мораҙым мәсете имам-хатибы Рим Ҡоланбаев, фельдшер Вәзирә Ҡотлогилдина, халыҡты утын менән тәьмин итеүсе Салауат Ҡотлогилдин, хаҡлы ялдағы Миңлеәхмәт Ҡотлогилдин, ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Көнһылыу Ҡотлогилдиналарҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илдар Килсенбаев бөтәһен дә күркәм байрам менән ихлас тәбрикләп, Мораҙым ауылын төҙөкләндереү маҡсатында бергәләп башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. (Ысынлап та, эштәр күҙгә күренерлек: ауыл зыяраты, урам буйҙары ипкә-һапҡа килтерелгән, юлдарға ҡырсын түшәлгән... Ошо ерҙә Мораҙым халҡының ауыл хакимиәте башлығы менән бер һүҙҙән булып, ҙур яуаплылыҡ тойоп, был сараға етди әҙерләнеүен билдәләп үтеү яҙыҡ булмаҫ – авт.) Аҙаҡ етәксе төрлө өлкәлә айырылыусы иң-иңдәрҙе исемләп атап, бүләктәр тапшырҙы. “Өлгөлө йорт” алтаҡталары Хәбирә һәм Рим Ҡоланбаевтарҙың, Зөмәрә һәм Миңлеәхмәт Ҡотлогилдиндарҙың, Наирә Ҡотлогилдина, Фирҙәүес һәм Рамазан Ҡотлогилдиндар, Эльвира һәм Әхтәм, Хәлиҙә һәм Хәсән, Римма һәм Ғәлийән Казбаковтар, Рәмилә һәм Азамат Китиковтар, Көнһылыу һәм Абдулхай Хоҙайғоловтар, Элвира һәм Фәнүр Ишембәтовтарҙың өйҙәрен биҙәйәсәк. “Иң күркәм ихата” хужалары тип Хәжирә Моталлапова, Фатима, Фәүзиә һәм Мидхәт Ҡотлогилдиндар, “Үҙ эшенең оҫтаһы” тип Вәзирә Ҡотлогилдина, “Иң уңған хужа” тип Хәлит Ҡотлогилдин, “Иң шәп умартасы” тип Зиннур Моталлапов һәм Ғәфур Хоҙайғоловтар табылды. Ауыл хакимиәте башлығы хөрмәтле хеҙмәт ветерандары Хәкимә Хәкимова, Фатима Ҡотлогилдина, ауылдың иң өлкән һәм абруйлы кешеһе Ҡотлоғәләм Ҡотлогилдинды, ҡымыҙ оҫтаһы – Элвира Казбакованы, атай нигеҙен һаҡлаусы Зөлфиә һәм Радик, Роберт Хәкимовтарҙы, Фәүриә һәм Ғәйнулла Хәкимовтарҙы, сәскә үҫтереүсе Әлфинур Хоҙайғолованы, ваҡ мал ҡараусы Гөлниса Ғәлимйәнова һәм Роза Кәримоваларҙы, күпләп ҡош-ҡорт аҫраусы Рәйфә Мәҡсүтованы, йылҡы тотоусы Эльвина һәм Альберт Казбаковтарҙы, матур баҡса үҫтереүсе Рафаэль Мәҡсүтов, Фәнүзә һәм Шәрифйән Казбаковтарҙы, Гөлфизә һәм Мәүлит Моталлаповтарҙы, “Мораҙым һандуғасы” исеменә лайыҡ булыусы Миңлейәр Солтанбаевты бүләкләп үтте.

Район мәҙәниәт һарайы артистары Гүзәлиә Миңлебаева, Линар Сәйфетдинов, Фәрүәз Миңлебаев һәм урындағы һәүәҫкәрҙәр, мәҙәниәт эшсәндәре ҡатнашлығындағы концерт байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Зөмәрә Ҡотлогилдина, Хәйҙәр Миңлебаев һуҙған йырҙар, Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортоноң “Умырзая”бейеү ансамбле (уның етәксеһе Лира Миңлебаеваның байрамды ойоштороуға тиңһеҙ өлөш индереүен әйтеп үтке килә – авт.) башҡарған дәртле бейеүҙәр күңелдәрҙе елкетте.
Тик унан алған яҡты тәьҫораттар, матур кисерештәр мораҙымдарҙың йөрәгендә оҙаҡ һаҡланып, алдағы тормоштарына яңы көс-дәрт өҫтәп торор, ә сит өлкәләрҙән килеп ауыл халҡының алсаҡлығы һәм ҡунаҡсыллығына, изге еребеҙҙең гүзәллегенә хайран ҡалыусы рәссамдарҙың күңеленә яңы ижади асыштар өсөн илһам яғыр әле.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: