Тәүәкән мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Илмира Буранбаева һөйләүенсә, Тәүәкән ауылы тарихы Алтын Урҙа ойошторолоу ваҡытына барып тоташа.
- 1229 йылдарҙа ( ҡайһы бер тарихсылар 1243 йылдар тип иҫәпләй) Алтын Урҙа дәүләтенең барлыҡҡа килеүе мәғлүм. Ул Рәсәйҙең бик күп өлөшөн яулап ала. Башҡорттар йәшәгән ер ҙә Алтын Урҙа составына инә. Ләкин һуңғараҡ, 1502 йылдарҙа ул тарҡала, Ҡаҙан ханлығын Аҡ батша (Иван Грозный) яулап ала һәм башҡорттарға Рус дәүләтенә ҡушылырға тәҡдим итә. 1552 йылдан 1559 йылға тиклем бөтәһе лә Рус дәүләтенә ҡушылып бөтә.
Шул иҫәптән беҙҙең Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуы ла Рус дәүләтенә ҡушыла. Аҡ батша башҡорттарҙың еренә теймәҫкә тигән фарман бирә. Ләкин ул фарман Иван Грозныйҙан һуң килгән батшалар тарафынан юҡҡа сығарыла һәм башҡорт ерҙәрен тартып алыу башлана. Беҙҙең ауыл халҡы элек был ерҙә түгел, ә хәҙерге Нөгөш буйынса ултырған була. Воскресенск баҡыр иретеү заводы төҙөлә башлау менән уларҙы ҡыуа башлайҙар. Әлбиттә, беҙҙең халыҡ үҙ төйәге өсөн һуғыш менән баш ҡалҡытырға ла мәжбүр була, әммә Рус дәүләте ҡеүәтлерәк, көслөрәк булыу сәбәпле, мәжбүри рәүештә күсеп киткән. Ә ауылдың яртыһы тороп ҡалған.
Нөгөштөң һул яҡ ярында Шәрип тигән ауыл бар, ана шул ауылды улар нигеҙләгән. Шәрип ауылы халҡы һөйләүенсә, Тәүәкән Сурағолов исемле уҙаман етәкселегендә уның дуҫы Буранбай менән (ул иһә Бикес ауылыныҡы) Торай тигән ергә килеп ултырғандар. Әммә уларҙы тағы ла ҡыуалар. Һәм улар бына хәҙерге Тәүәкән ауылы еренә килеп төпләнә, - ти тарихсы.
Был ваҡиғаға 260 йылдан ашыу ваҡыт үткәнен иҫәпкә алһаҡ, Тәүәкән ауылы яҡынса 18 быуаттың урталарында нигеҙләнгән. Ауылға исем биргән ҡыпсаҡ ырыуы старшинаһы Тәүәкән Сурағаловтың улы Мөхәмәдиәр Тәүәкәнов 1780-1841 йылдарҙа йәшәгән. Ул йылдарҙа ауылда 19 йортта 86 кеше йәшәгәнлеге мәғлүм. 64 йылдан йорттар һаны - 55-кә, кешеләр 332-гә етә. 1920 йылда иһә 110 йортта 496 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән.
1842 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, 264 кеше игенселек менән шөғөлләнгән.
Халыҡта йөрөгән тағы бер риүәйәт тә бар. Нөгөш буйҙарында урынлашҡан Александровка тигән ауыл урынында Сәңкем ҡарт ырыуы ултырған булған. Башҡорт ырыуҙары үҙ-ара һуғышҡанда, сәңкем ырыуы низағҡа ҡыҫылмайынса, хәҙерге Тәүәкән ауылы урынлашҡан ергә күскән. “Ҡар иреһә –Нөгөш таша, ғауға булһа –сәңкем ҡаса” тигән әйтем шул замандан ҡалған. Сәңкем ҡарт иһә бик зирәк аҡыллы, күҙаллаусан булған, ҡурҡаҡлыҡтан күсенмәгән ул, ырыуҙы һаҡлау уйынан сығып эш иткән. Ауылдың тәүге исеме лә Сәңкем ҡарттан килгән.
Тәүәкән ауылында мәктәп-мәҙрәсә 1914 йылда асыла. Совет осоронда иһә белем биреү йүнәлеше үҙгәреп, 1918 йылда яңы мәктәп барлыҡҡа килә. Тәүге уҡытыусы Әхмәҙулла Әбдрәхимов заманына күрә төплө белем эйәһе, оҫта ҡуллы, ижади ҡарашлы рәссам була. 1923 йылда 4 йыллыҡ мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә һәм етәксеһе итеп Суфий Ҡаразбаев тәғәйенләнә.
Ете йыллыҡ мәктәп иһә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас ҡына барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар Яхъя Ульябаев, ирле-ҡатынлы Әбүшахмиевтар, Рәхмәтулла Вәхитов, Әхмәтғәли Йәнғолов балаларға белем биреүҙән тыш, үҙешмәкәр ижади түңәрәктәр ҙә алып бара, мәктәп баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереүҙе башлап ебәрә.
Һуғышҡа тиклем мәктәптә Вәли Ғиззәт улы Зәйнуллин да эшләй. Ул тәүге балалар баҡсаһын ойоштороусы ла.
Ете йыллыҡ мәктәп директоры булып Хәмзә Дәүләтшин да эшләй. Аҙаҡ инде Ришат Мәғизов, Рәшит Бикмөхәмәтов, Әхмәҙиә Яхин, Ғимран Ибраһимов та директор вазифаһын атҡара.
Тәүәкән ауылында шулай уҡ “Тәүәкән” хужалығы ла уңышлы эшләп килә. 2002 йылда асылған ауыл хужалығы ойошмаһының малсылыҡ, игенселек, ҡошсолоҡ, һөтсөлөк һәм башҡа йүнәлештәге эшмәкәрлеге тотош донъя кимәлендә танылыу яуланы.
Йырҙағыса, ауыл йәмле Таһир-Зөһрәләр менән, тигәндәй, һәр ауыл абруйлы шәхестәре, алдынғы эшсәндәре, уңғандары менән данлы. Ерҙе кеше биҙәй тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Байрамға халыҡ хәленән килгәнсә әҙерләнгән. Былай ҙа төҙөк, матур ауыл тағы ла күркәмләнеп киткән. Йорт-ҡуралар ипкә килтерелеп, буяуҙары яңыртылған, ишек алдарында аллы-гөллө сәскәләр күҙҙе ҡамаштыра.
Тантанаға саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ауыл осонда һыуһын менән ҡаршылағас, ауыл тарихы менән таныша-таныша үҙәк урам буйлап атланыҡ.
Тәүге туҡталыш – 75 баланы үҙ ҡосағына алған “Бәпембә” балалар баҡсаһы булды. Быйыл беренсегә барасаҡ ҡыҙҙар-малайҙар ҡунаҡтарға шиғыр һөйләп, йыр йырлап, бейеп үҙ һөнәрҙәрен күрһәткәс, мәсеткә юлландыҡ. Әйткәндәй, “Ғәлимә” мәсете районда ғына түгел, тирә-яҡта иң матур иман йорто һанала. 1994 йылда төҙөлгән ағас мәсет эргәһендә был иман йорто 2002 йылда ҡалҡа. Унда ҡунаҡтар ауыл имамы Абдулғәни хәҙрәттең ошо ауылдан сыҡҡан әруахтар рухына бағышлаған аятын тыңланы, мәсет иғәнәһенә хәйер-саҙаҡа һалды.
Артабан Сәңкем урамы буйлап ауыл уңғандары әҙерләгән байрам табындарын ҡарау, халыҡ менән аралашыу өлөшө башланды.
Алыҫтан уҡ күмәк кешеләр тупланғанлығы күренгән, өй эргәһендә ҡул эштәренән бай күргәҙмә, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәл ҡуйылған йорт янына туҡталабыҙ. Улар Ҡаразбаевтар икән. Венер ағай менән Наилә апай 4 ир балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән. Наилә апай оҙай йылдар мәктәп директоры булып эшләне, бөгөн ул хаҡлы ялда. Уҡытыусылыҡ эшен бөгөн уның төпсөк улы Йәмил менән дүрт килене дауам итә.
Мөнирә инәй Хәйсәрова әҙерләгән өҫтәл дә ризыҡ төрлөлөгө менән айырылып торҙо. Бәлеше лә, сәк-сәк, бауырһаҡтары ла, ит ризыҡтары ла, ҡайнар самауыр сәйҙәре лә халҡыбыҙҙың ни тиклем дә мул ҡуллы, ҡунаҡсыл, йомарт икәнлеген иҫбатлай. Ул оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында алдынғы һауынсы була. 4 балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырған.
Оло улы Илдыуат та матур ғаилә ҡороп, етеш донъя көтә, икенсе улы Шәкир иһә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кәсеп - ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, Йомабай ағай - алдынғы механизатор, ҡыҙы Сәлимә тормош иптәше Рәмил ағай менән район үҙәгендә донъя көтә. Бөтәһен дә башлы-күҙле итеп бөткән Мөнирә инәй бөгөн бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.
Артабан юлыбыҙ халыҡ телендә Әбейҙән ҡасҡан тип аталған урамға төшә. Ҡайынлыҡ артында үҙе бер ауылды хасил иткән был урамға башлап йәштәр төпләнгән икән. Өйләнешеп, ғаиләләре ишәйә башлағас, ҡайны-ҡәйнә йортонан айырылып, үҙ йорттарын һалып ингән улар. Шуға ла йор телле ауыл халҡы килендәрҙе әбейҙән ҡасты былар, тип шаяртыр булған. Урамдың рәсми атамаһы Ҡайынлы ла матур яңғырай, шулай ҙа Әбейҙән ҡасҡан тигәне халыҡсаныраҡ, миңә ҡалһа. Урындағы “Сәңкем” халыҡ фольклоры ансамбле был хаҡта таҡмаҡ та сығарып йырлай әле.
Фәйрүзә апай менән Нурмөхәмәт ағай Әбдрәхимовтар ҙа байрамға күңелен һалып әҙерләнгән. Килгән ҡунаҡтар эргәһендә бөтөрөлөп өйөрөлгән хужабикә менән йорт хужаһы ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған. Уларҙың ғаиләһендә өс бала – ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләнә. Оло ҡыҙҙары хәҙер үҙ аллы, Өфө ҡалаһында уңышлы ғына эшләп йөрөй, улдары әрмелә гражданлыҡ бурысын атҡарһа, бәләкәй ҡыҙҙары Стәрлетамаҡта юғары уҡыу йортонда белем ала.
Әлмира апай менән Рауил ағай Әбдрәхимовтар ҙа уңғанлығы, эшһөйәрлеге менән ихтирам яулаған. Рауил ағай оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.
Фәрҙәнә инәй Рәхимова ла ҡунаҡсыллығы менән айырылып торҙо. Уның ҡыҙы Рәүфә - “Изгелек” хәйриә фонды директоры, республикала күптәргә билдәле шәхес.
Альбина менән Марс Әбдрәхимовтар шартына еткереп әҙерләнгән. Әбдрәхимовтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала – оло ҡыҙҙары Лилиә күптән үҙе ғаиләле, улдары Иштуған менән өсөнсөлә уҡыған Алмас ата-әсәһе ҡосағында иркәләнә.
Уңған хужабикәләр бешергән манты, ҡаҡланған ҡаҙ, тәмле-татлы бәлештәр, ҡоймаҡтар, бауырһаҡтар, ул емеш-еләге, ул танһыҡ шешлеге – барыһы ла байрам хөрмәтенә бар күңелен һалып бешерелгән-төшөрөлгән. Ҡунаҡтар алдына нимә һалып, нимә ҡуйырға белмәй өтәләнгән ҡунаҡсыл хужа менән хужабикәгә ҡарап һоҡланмай мөмкин дә түгел: һыйлауҙары ысын башҡорт йолаһына торошло!
Көндәрҙең һуңғы арала эҫе тороуын иҫәпкә алып, ағас ышығында ғына сәхнә ҡороп, ауыл халҡына тамаша ҡылыуға уңайлы булһын өсөн эскәмйәләр ҡуйып ебәргәндәр.
Тантананы асып, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ауыл халҡын сәләмләне. Байтаҡ йылдар “Тәүәкән” хужалығы етәксеһе булып эшләгән хакимиәт башлығы халыҡ өсөн күптән үҙ кешегә әйләнгән.
менән “Биш ҡайын” кафеһы мөдире Гөлнур Әлмөхәмәтованы почет грамоталары менән бүләкләне,
ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты акушеркаһы Рүзәлиә Ташбулатова, мәктәптең хужалыҡ эштәре бүлеге мөдире Фәнил Әлмөхәмәтов һәм “Сәңкем” халыҡ фольклоры ансамбленә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тәүәкәндәрҙе байрам уңайынан “Урал” хәйриә фонды белгесе Ришат Зәйнәғәбдинов та, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков та тәбрикләне. Ришат Рәшит улы тәүәкәндәргә ауылдаштары Мортаза Ғөбәйҙулла улының сәләмен тапшырып, ауылдың киләсәктә тағы ла матурайыуын, йәшәү кимәленең тағы ла күтәрелеүен теләне, яҡташтарының Ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
-Тәүәкән ауылының йылдам үҫешендә яҡташығыҙ, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улының хеҙмәте, ысынлап та,баһалап бөткөһөҙ ҙур. Үҙенең тыуған төйәген хөрмәт иткән ил ағаһына оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйек. Уның эшмәкәрлеге республикала әле булһа дауам итә. Ауылдың иң ҙур байлығы – уның уңған, эшһөйәр халҡы икәнлеген ул да яҡшы аңлай, юғары баһалай. Мортаза ағай әйтмешләй, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта-хөрмәттә йәшәргә генә кәрәк, - тине Ришат Рәшит улы һүҙен йомғаҡлап.
Ҡотлау һүҙен ауыл хакимиәте башлығы Марат Хәйсәров та еткерҙе.
- Тәүәкән ауылында төрлө холоҡло кеше йәшәй. Ҡайсаҡ ыңғайҙарына ла торорға тура килә. Шулай ҙа, уңған, егәрле, һәр эште еренә еткереп эшләүҙәре менән һоҡландыра. Ауыл байрамына ла бергәләшеп, берләшеп әҙерләндек. Нимә генә әйтһәк тә, нимә генә ҡушһаҡ та, теүәл итеп эшләп ҡуя, кәрәкле ваҡытына атҡарып сыға белә ауыл халҡы, - тип ауыл халҡын үҙенсәлекле ҡылыҡһырлап та ҡуйҙы ауыл хакимиәте башлығы.
Байрам бүләге менән матур
Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын инде. Тәүәкәндәр ҙә был тәңгәлдә ауылдаштарын хөрмәт итеп, иғтибарын, ихтирамын күрһәтеп, олоһон да, кесеһен дә лайыҡлы билдәләп үтте. Йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Илдус Әбдрәхимов, Ләлә Сәйетбатталова, Зәки Иҫәнгилдин рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бынан тыш “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәт иткән алдынғы хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ғаилә йылы иҫәпкә алып, “Иң татыу ғаилә” номинацияһын да булдырғандар. Ауылдың иң татыу ғаиләләре исемлегендә Зөфиә менән Рәсүл Шәһәровтар, Мәйсәрә менән Абдулғәни Алсынбаевтар, Розалия менән Данил Дәминдәровтар, Земфира менән Флүр Ҡаразбаевтар, Рәмилә менән Шәрифйән Шәһәровтар, Миңлегөл менән Кәбир Иҫәнгилдиндар, Гүзәл менән Дим Әбдрәхимовтар, Фәриҙә менән Роберт Әлмөхәмәтовтар, Гөлгөнә менән Илнур Иҫәнгилдиндар, Гөлназ менән Илшат Хәлитовтар тулыландырҙы.
“Өлгөлө йорт” номинацияһында Нәйлә менән Венер Ҡаразбаевтар, Илмира менән Сынбулат Ғафаровтар, Фәриҙә менән Руфат Әбдрәхимовтар, Мәймүнә Ишкинина, Фәйрүзә менән Нурмөхәмәт Әбдрәхимовтар, Рәйфә менән Хаживәли Шәһәровтар, Флүзә менән Илфат Хәлитовтар, Гөлзирә менән Рәхимйән Шәһәровтар, Гөлнур менән Фуат Әбдрәхимовтар, Филүзә менән Илшат Шәһәровтар билдәләнде.
Йыр-моң яратҡан ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ни тиһәң дә, ауылда үткән бөтә мәҙәни сараларҙы йәмләй, биҙәй бит уларҙың сығыштары.
Ауылдың иң оло кешеһе Шәрифә инәй Ҡаразбаева булһа, иң йәше – Рәйҙә Руфат ҡыҙы Әбдрәхимова икән. Ғаилә йылы уңайынан 60 йыл бергә ғүмер иткән Флүрә менән Вәхит Шәһәровтар, 50 йыл иңгә-иң терәшеп донъя көткән Гөлзирә менән Рәхимйән Шәһәровтар ҙа бүләкләнде.
Яңы ғына барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләр был көндә айырыуса иғтибар үҙәгендә булды. Йәштәр ҡауышып, туйҙар гөрләп тора икән, тимәк, ауылдың ғына түгел, илебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге бар тигән һүҙ. Ошо көндәрҙә генә никахлашҡан Йәнгүзәл менән Азамат Алтынбаевтар, Гүзәл һәм Фидан Сәлиховтар ҡабыҙған ғаилә усағының мәңгелек булһын, өйҙәрендә ҡот уйнап, балалар тауышы гөрләп торһон тигән изге теләктәребеҙҙе лә еткерәбеҙ.
Байрамға мул һый-ниғмәт әҙерләгән аш-һыуға оҫта хужабикәләр ҙә бүләк алып ҡыуанды. Бына улар: Наилә Ҡаразбаева, Фәйрүзә, Әлмира, Альбина Әбдрәхимовалар, Мөнирә Хәйсәрова, Фәрҙәнә Рәхимова.
Байрам үтә лә китә, әммә сара айҡанлы башҡарылған эштәр ҡала, туған-тыумасалар, күрше-күлән, әҡрәбәләр араһында дуҫлыҡ-татыулыҡ көсәйә, берҙәмлек арта. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын маҡсаты ана шунда ла инде.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.