Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июль 2018, 11:56

Йәйге ял тыныс үтһен

Балаларҙың һағынышып көтөп алған йәйге каникул осоро кинәнеп ял итеү өсөн булһа ла, хәүеф-хәтәргә лә бай миҙгел. Көндәрҙең эҫе тороуы барыһын да йылға буйҙарына тарта. Тәбиғәткә сығып ял итеү өсөн йылға буйынан да ҡулайлы урын юҡ һымаҡ. Шулай ҙа әҙәм балаһын һыу буйында бәлә-ҡаза айырыуса һағалап ҡына тора. Яҙа баҫтыңмы, саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы – төштөң-киттең һыу төбөнә.

Балаларҙың һағынышып көтөп алған йәйге каникул осоро кинәнеп ял итеү өсөн булһа ла, хәүеф-хәтәргә лә бай миҙгел. Көндәрҙең эҫе тороуы барыһын да йылға буйҙарына тарта. Тәбиғәткә сығып ял итеү өсөн йылға буйынан да ҡулайлы урын юҡ һымаҡ. Шулай ҙа әҙәм балаһын һыу буйында бәлә-ҡаза айырыуса һағалап ҡына тора. Яҙа баҫтыңмы, саҡ ҡына уяулығыңды юғалттыңмы – төштөң-киттең һыу төбөнә.
Ауыл ерендә бигерәк тә. Йөҙөү өсөн махсус урындар билдәләнмәгән. Ҡайҙа таҙа, ҡайҙа тәрән, ҡайҙа сумырға мөмкин – бөтәһе лә шундай урынға ынтыла.
Йәй башланыу менән республикала батып үлеүселәр һаны ла артҡандан-арта. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтарын күҙәтеп барыусылар хәбәрҙарҙыр: республиканың бер районында яңыраҡ ҡына алты йәшлек малайҙы ла һыу төбөнән табалар. Ул да ата-әсәһе менән ял итергә йылға буйына сыҡҡан була.
Ошондай уҡ ҡаза Дөмбәй ауылында ла була яҙа. 12 йәшлек ҡыҙ өйрөлтмәккә эләгеп һыу төбөнә китә.
Уны бер малай күреп ҡалып, һыуға һикерә. 4 метр самаһы тәрәнлеккә сумып, ҡыҙҙы күлдәгенән эләктереп, һыу өҫтөнә сығара. Унан инде сәсенән һөйрәп ярға табан йөҙә. 11 йәшлек кенә малайҙың иғтибарлылығын, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһон ниндәй генә һүҙҙәр менән әйтһәң дә, асып, һүрәтләп биреп булмаҫтыр.

Азамат был мәлдә нимә уйлаған, нимә кисергән – бер Хоҙайға мәғлүмдер. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше ғүмерен ҡотҡарырға ынтылыу ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң.
Малайҙың әсәһе Эльза әйтеүенсә, Азамат 5 йәштә үк йөҙөргә өйрәнгән. Йәйгеһен Дөмбәй ауылында йәшәгән өләсәләренән ҡайтмаған малай Оло Эйек буйында үҫкән тиһәк тә арттырыу булмаҫ.
Улының был батырлығын әсә кеше, әлбиттә, юғары баһалай.
- “Әсәй! Ҡыҙыҡай батты!” тине лә һыуға һикерҙе. Ауыҙ асып һүҙ әйтергә, туҡтатырға ла өлгөрмәнем. Бөтәһе лә күҙ асып йомғансы булды. Ярҙағылар хатта иғтибар итеп тә өлгөрмәне, ахырыһы. Әлбиттә, иң беренсе, әсә кеше булараҡ, балам өсөн хәүефләндем. Ҡыҙҙы һөйрәп килеп сыҡҡас та, йөрәгем урынына ултырмай бер булды.
Азамат бик яуаплы. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын ул уйламаған да, аңламаған да инде. Бала саҡтан көрәш, йөҙөү, саңғыла йөрөү менән мауыға, төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, үҫкәс иһә именлек хеҙмәтендә, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыяллана. Хәҙер инде ул ҡотҡарыусы булыу теләге менән дә яна,- ти әсә кеше ғорурлыҡ менән улын ҡылыҡһырлап.
Азамат Араповтың был ҡаһарманлығы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы тарафынан “Һыуҙа батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” ведомство билдәһен алыуға тәҡдим ителгән.

Һаҡланғанды һаҡлармын, ти Хоҙай. Һыу буйына ял итергә төшкәндә лә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармайыҡ, балаларҙы ла батып барғанда нимә эшләргә, батҡан кешене ҡотҡарғанда нимәләрҙе күҙ уңында тоторға, тәүге ярҙамды нисек күрһәтергә өйрәтергә кәрәк.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Ринат ӘЛИМҒУЖИН фотоһы.
Читайте нас: