Һалмаҡ ҡына ағымлы Ағиҙел йылғаһының моңдарына иҙрәгән Түбәнге Һапаш ауылы илһамлы яҙҙары, уңдырышлы көҙҙәре менән үҙе иңдәренә ҡанат ҡуйған, тормош күгендә балҡып-янып йәшәр өсөн йөрәктәренә көс-дәрт биргән улдарын һәм ҡыҙҙарын – ауылдаштар, дуҫтар, туғандарҙы күптән түгел “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы.
Тантаналы өлөштө асып, Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Юдаев ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын ихлас тәбрикләне.
“Бөгөн ауыл ғына түгел, мәсет асылыуға 10 йыл тулыу айҡанлы байрам, шуға күрә дин әһелдәре бөгөнгө сарабыҙҙың хөрмәтле ҡунаҡтары булып тора. Мәсетһеҙ ауылыбыҙҙың йәме булмаҫ ине”, - тип әйтеп үтеп, икеләтә байрамға етди әҙерләнгәндәре, ауылды төҙөкләндергәндәре өсөн ауылдаштарына оло рәхмәтен, аҡ теләктәрен еткерҙе.
Ғайса Янбаев ошондайыраҡ сараларҙың халыҡты берләштереү, ауылдарҙың матурланып ҡалыуы менән әһәмиәтле икәнлеген билдәләп, был яҡ халыҡтың, һапаштарҙың эшкә сәмле икәнлеген һәм Ирек Раял улының намыҫлы хеҙмәтенә 18 йыл булыуын да телгә алып үтте.
Рәсүл хәҙрәт менән Салауат ҡалаһынан килгән Миңлеәхмәт хәҙрәт үҙ сығыштарында был тормошта бөтә туғандарҙың, ауылдаштарҙың үҙ-ара татыу, берләшеп йәшәүҙәренең, насар ғәҙәттәр менән мауыҡмайса хаҡ юлда булыуҙарының мөһимлеген билдәләне.
Һапаш мәсете имам-хатибы Мөдәрис ауыл кешеләренең иҫәнлек-һаулығына доға ҡылып, ошо төбәктән оло яуға китеп кире ҡайтмаған ил батырҙары, тыуып-үҫкән ере өсөн йән атып, изге төбәктәрен үткәндәрҙә нурлап йәшәгән бөтә мәрхүмдәрҙең рухына бағышлап аят уҡығас, таҡтаташҡа сәскә һалынды.
Артабан ҡунаҡтар ауыл урамдарынан үтте. Ауыл буйлап үткәндә юлдарҙың төҙөклөгө, яңы буялған ҡоймалар һәм өйҙәр, ауыл кешеләренең байрамға ныҡлы әҙерлеге иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Һәр ҡайһыһы ҡунаҡтарҙы алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, уларҙы халҡыбыҙҙың милли аштарынан, эсемлектәренән ауыҙ иттерҙе. Аш-һыуға ла, донъя көтөргә лә шәптәр икән һапаштар.
Рәйлә һәм Хәлит Ишдәүләтовтарҙың йорт-ихаталары ялт итеп тора. Уңған хужабикә үҙе ошо ауыл ҡыҙы, һөнәре менән һатыусы, тормош иптәше ситтә асфальт түшәү буйынса мастер. Гүзәл парҙар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙары Наҙгөл оҫта бейеүе менән хайран итте. Өҫтәлдәре һый-хөрмәттән һығылып тора.
Айгөл һәм Альберт Йәғәфәровтарҙың йорто алдына ҡуйылған өҫтәлдә күгәрсен һөтө генә етмәй ине. Мул ризыҡлы байрам табынын күрше йәшәгән Йәғәфәровтар, Ғилмановтар, Йосопбаевтар, Кәлимуллиндар бергәләп әҙерләгән.
Бай табын – ауылда күрше-күләндәрҙең үҙ-ара татыу йәшәүенең сағылышы. Фәһимә Әхмәҙиеваға Мәләүездән килгән апайҙары – Флүрә Яппарова һәм Фәниә Ярышева табын әҙерләшергә ярҙамлашҡан. Ул ҡоймағы, сәк-сәге, бәлештәре – бөтәһе лә шартына килгән. Фәһимә Фәйзрахман ҡыҙы яңғыҙы ғына ике бала тәрбиәләгән, икеһен дә һөнәрле иткән. Баҡса үҫтерә, күпләп ҡош-ҡортон аҫрап, дәртләнеп донъя көтә, байрамға ла йорт-ихатаһын гөл итеп ҡуйған.
Артабанғы йорт хужалары – Раҡия һәм Фитрат Мусиндар, береһе совхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр утаусы, икенсеһе оҙаҡ йылдар газ сәнәғәте эшсәне булып хеҙмәт иткән хаҡлы ялдағы ауыл уңғандары, күңелдәре менән йәш ҡалыусылар байрамдан да ситтә ҡалмаған.
Ишле ғаиләләр һәр саҡ маҡтауға, ихтирамға лайыҡ. Ләйсән һәм Фәнис Иҫәнғоловтар – фермерҙар, егәрлеләрҙең өҫтәле лә мул ризыҡлы, үҙҙәре алсаҡ. Уңған хужабикә бешергән бәлештәр ауыҙҙа иреп тора (үҙем дә ауыҙ иттем – авт.).
Йәш ғаиләлә береһенән-береһе матурыраҡ 5 бала тәрбиәләнә.
Зөлфиә һәм Зөлфәт Фәйзуллиндар ҡунаҡтар иғтибарына күҙҙәрҙең яуын алырлыҡ гөл-сәскәләрҙән төҙөлгән композиция тәҡдим итте.
Гөлсирә һәм Фәнил Кирәевтарҙың парлы татыу ғүмер кисереүҙәренә 45 йыл тулған.
Икеһенең дә ғүмере намыҫлы хеҙмәт юлында үткән, береһе - 3 меңенселәр рәтенән төшмәгән алдынғы һауынсы, икенсеһе ферма мөдире булып эшләгән, ике ул үҫтергәндәр.
Ауылдың иң тырыш ғаиләләренең береһе һаналған Кирәевтар байрамда ла һынатманы: ҡунаҡтарҙы йыр-моң һәм бай табын менән лайыҡлы ҡаршы алды.
Зөлфиә һәм Илшат Ишкининдар байрам өҫтәленә бәлештәрҙең ниндәйен генә бешермәгән. Өлкән хужабикә Хәнифә Исхаҡ ҡыҙы -танылған быуын ултыртыусы, уларҙың ғаиләһе хәҙер һирәк күренешкә әйләнгән килен менән ҡәйнәнең татыу йәшәү өлгөһө булып тора.
Мәҙәниә Вәлитова ҡыҙы, килендәре менән байрам хөрмәтенә самауыр выжлатҡан. Ауылдың алтын ҡуллы инәйе үҙе бешергән бауырһаҡ, күпереп бешкән икмәк, бәлештәр табындарының биҙәге булды. Фәриҙә Иҙрисова ғаиләһе, туғандары менән атай йортона Салауаттан ҡайтҡан, байрам өҫтәлен ултыртҡан, Венера һәм Марат Байрамғоловтар ҙа атай нигеҙен һыуытмай, 4 бала үҫтерә.
10 бала тәрбиәләнгән Кирәевтар йәшәгән йортта бөгөн иң кесеһе Гөлфирә тормош иптәше Фәрих Ильясов менән донъя көтә. Сәрүәр һәм Йәүҙәт Кирәевтар, Айгөл һәм Ирек Юдаевтарҙың табындары милли ризыҡтарҙан: сәк-сәктән, бәлештәрҙән һығылып тора ине.
Артабан байрам ауыл осондағы йәмле яланда дауам итте. Урындағы һәүәҫкәрҙәр әҙерләгән һәм Хоҙайбирҙин мәктәбе уҡытыусыһы Алһыу Хисмәтулла ҡыҙы алып барған концерт программаһы йыр-моңға, сағыу сығыштарға бай булды. Ысын таланттар төбәге икән дә был яҡтар!
Гөлнара Әхмәтова, Гөлнур Ишкинина, Рәзилә Вәлитова башҡарған йырҙар күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын да тирбәтте. Оҫта йәш бейеүсе Алмаз Сабанчин өҙә баҫып бейегәндә йөрәктәр елкенде. Зөлфирә Әхмәтова, “Бесәнсе” фольклор ансамбле, Һапаш килендәре сығыштары сараға йәм өҫтәне. Мәрйәм Күсмәеваның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына бағышлап яҙылған шиғырын Айгизә Аҙнабаева бөтә нескәлектәрен тойоп, тасуири һөйләп ишеттерҙе.
Был йыл - Ирекмәндәр һәм Ғаилә йылы, шуға бәйле Рәхимә һәм Илшат Кирәевтар - “Спорт һөйөүсе ғаилә”, Резеда һәм Хәбир Сляучиндар - “Музыкаль ғаилә”, Айгөл һәм Альберт Йәғәфәровтарҙы “Әүҙем ғаилә” булараҡ билдәләнде. Юбилярҙарға ла бай йыл булған икән: Рәйсә Инсеғолова - 80, Сытимер Йәғәфәров 85 йәшен туйлаған. Ә Люциә һәм Харис Йәғәфәровтарҙың бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тулған.
Ырыҫлы ғаилә пары йәштәргә аҡ теләктәрен, матур кәңәштәрен еткерҙе. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, данлы тормош юлын үтеүҙәре менән йәштәргә өлгө булып тороусы һуғыш йылдары балаларын: Ғиниәт Яҡшыбаев, Ишбикә Нуғаева, Йәсминур инәй, Зөләйха һәм Харис Йәғәфәровтарҙы, Фәриҙә Ишкинина һәм башҡаларҙы сәхнә түренә саҡырып, бүләкләп үттеләр. Тыуған төбәктең изге йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, йәш быуынға еткереүсе Раял Юдаев, Хәнифә, Миңнур, Фәриҙә Ишкининалар, Миңлегөл Сляучина, Сәлиха Хәмиҙуллина, Нурия Әминева, Фәриҙә Кирәева, Нәзилә Ниғмәтуллина, Рәшит Ишкинин, Люциә Йәғәфәрова, Рәйсә Инсеғолова кеүек ауылдың ағинәй, аҡһаҡалдарына ихтирам-хөрмәт күрһәтелде байрамда.
Ирек Юдаев Мөҙәрис Иҫәнғолов, Рәхимә һәм Фәнил Кирәевтар, Фәнүр Ғилманов кеүек әүҙемлек күрһәтеп, сараға әҙерләнеүгә өлөш индереүселәрҙе рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ яланда балалар һәм йәштәр өсөн милли уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо.
Эйе, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте һәм һапаштарҙың эшкә сәмле, йыр-моңға, тормошҡа ғашиҡ йәндәр икәнлеген, Ялсы, Хоҙайбирҙин, Һапаш ауылдары халҡының берҙәм һәм татыу йәшәүен тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Ә туғандар, дуҫтар, ауылдаштарҙы берләштереүсе Түбәнге Һапашҡа бындай күркәм саранан һуң йәнә лә йәм өҫтәлеп, йән бөркөлөп ҡалды.