Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Июль 2018, 16:45

Матур йәшәү сере - сабырлыҡта

Элек-электән әсәй-ѳләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя кѳтѳп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларына, ейәндәренә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет! Шѳкѳр, шундай парҙар беҙҙең яҡтарҙа ла бихисап. Ибраһим ауылында йәшәүсе Клара менән Сәмсетдин Ишемтаевтарҙың ғүмер юлы - үҙе бер тарих, улар ғаиләһен дә күктәргә ашып шатланған, башты ташҡа бәреп илаған мәлдәре лә урап үтмәгән.

Элек-электән әсәй-ѳләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя кѳтѳп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларына, ейәндәренә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет! Шѳкѳр, шундай парҙар беҙҙең яҡтарҙа ла бихисап.
Ибраһим ауылында йәшәүсе Клара менән Сәмсетдин Ишемтаевтарҙың ғүмер юлы - үҙе бер тарих, улар ғаиләһен дә күктәргә ашып шатланған, башты ташҡа бәреп илаған мәлдәре лә урап үтмәгән.
Клара Янбай ҡыҙы менән Сәмсетдин Хөснөтдин улы икеһе лә ошо ауылда Бөйөк Ватан һуғышы осоронда донъяға килә. Ул быуын балалары менән бергә һуғыш, унан һуңғы ауыр йылдарҙы үҙ елкәләрендә татый, нығынып та бөтмәгән малай-ҡыҙҙар бергә ауыр эштәргә егелә.

Ишемтаевтар 1962 йылда өйләнешкәс, бер айлыҡ ҡына балалары менән үҙ аллы тормош ҡорор өсөн тыуған ауылдарынан сығып китәләр. Илебеҙҙең төньяғындағы Инта ҡалаһына барып урынлашалар. Билдәле, бер кемде лә бер ҡайҙа ла берәү ҙә көтөп тормай. Ишемтаевтарға ла тормоштарын яйға һалып ебәреүе еңелдән булмай. Әммә улар бирешеп тормай, булғанына, тапҡан-таянғандырына шөкөр итеп, бик күңелле итеп йәшәйҙәр. Алсаҡ, ихлас, изге күңелле кешеләр һәр саҡ үҙенә татып тора. Клара апай менән Сәмсетдин ағайҙарҙың да дуҫтары, таныштары күбәйә, ә шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе, юғалтыу-үкенестәрҙе дуҫтар менән бүлешеү, тормошто тағы ла йәмлерәк тә, еңелерәк тә итә. Әле лә Ишемтаевтар үҙҙәренең йәшлек дуҫтарын йыш ҡына һағынып иҫкә ала, ҡайһы берҙәре менән һаман бәйләнеште өҙмәй, телефондан һөйләшеп тора.
Ожмах булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ. Йәш саҡтарында бик беленмәһә лә, олоғая килә Ишемтаевтар тыуған тупраҡты йыш иҫтәренә ала. Хәтфә үләндәрҙән ялан аяҡ йүгергән, йәйге эҫе көндәрҙә рәхәтләнеп һыу ингән Эйек буйҙары, иртә менән ҡош һайрауын тыңлай-тыңлай ысыҡ кискән саҡтары төштәренә инеп йөҙәтә. Пенсияға сыҡҡас, улар күп уйлап тормай үҙҙәренең тыуған ауылына күсеп ҡайта.
Ситтә йәшәгәндә Сәмсетдин ағай аттар тип һаташа. Ауылда үҫкән малайҙарға аттың ни тиклем ҡәҙерле икәнен һөйләп тороу артыҡтыр... Үҙ яғына ҡайтҡас та ул ҡолон һатып ала, уны тәрбиәләй, хужалығында ваҡ-төйәк эштәр эшләп, кинәнеп донъя көтөргә тотона ул. Ә Клара апайҙың ниндәй оҫта баҡсасы икәнен бар тирә-яҡ белә. Ҡарҙар иреп, ҡара тупраҡҡа аяҡ баҫыу менән егәрле хужабикә баҡса эшенә тотона.
Ваҡыт үтә. Йәш тә алға бара. Дәрт бар ҙа, дарманы әҙерәк шул, тиҙәр Ишемтаевтар үҙҙәренең элеккесә донъя көтә алмағандарына көрһөнөп. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ауылдың йәмәғәт тормошонан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайҙар, экологик өмәләрҙә лә, мәҙәни сараларҙа теләп ҡатнашалар.
Ярты быуат буйы тормош һуҡмағынан бергә атлаусы ғаилә йәштәргә оло үрнәк булып тора. Ауылдарыбыҙҙың күрке булған ана шундай ғаиләләр күберәк булһын, ә тормоштағы һәр һикәлтәне: шатлығын да, хәсрәтен дә бергә кисергән Клара менән Сәмсемдин Ишемтаевтарҙың артабанғы ғүмер күге гел аяҙ һәм ҡояшлы булһын!

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: