Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Июль 2018, 14:36

Почта өлкәһендә лә аҫыл ир заттары эшләй

Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек үк, почта хеҙмәткәрҙәренең дә эше хәҙер ҡатмарлаштырылды. Тик шуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә үҙ эшен яратып башҡарыусылар байтаҡ. Теләүембәт почта бүлексәһе почтальоны Сәйфулла Кинйәбулатов та тап шулар рәтенән. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған намыҫлы хеҙмәте өсөн ул яңыраҡ район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Сәйфулла Хәлил улы үҙе Аҙнағол ауылынан. Колхоздар бөткәс, ике меңенсе йылдар башында почтальон булып эш башлай, тиҫтә йылдан артыҡ башҡарған һөнәренә артабан да тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо өлкәлә хеҙмәт итергә ниәтләй. Уның бурысы – өс ауылды хеҙмәтләндереү, почтальондың эше аҙнаһына өс тапҡыр Аҙнағол, Дауыт-Ҡайып ауылдарына, Черниговка утарына гәзит-журнал таратыуҙа ғына бөтмәй, халыҡҡа кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек һата һәм түләүҙәрен түләргә ярҙамлаша.

“Почтальон эше анһат булмаһа ла, халыҡ менән уртаҡ тел табып, кешеләргә, эшемә күнеккәнмен”, - ти ул ихластан. Әлеге ваҡытта ул хеҙмәтләндергән ауылдарҙа бөтәһе 28 йорт “Мораҙым” һәм 5 ғаилә “Кугарчинские вести” гәзиттәрен алдырып уҡый, күпселек “Йәшлек”, “Киске Өфө”гәзиттәрен яҙҙыра. Киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзитенә яҙылыусылар һаны артыр ул, тип ышанысын белдерә почтальон.
Әйткәндәй, өлгөлө почта хеҙмәткәре өлгөлө атай һәм ғаилә башлығы ла. Йәмәғәте Рәзилә Вәлиулла ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргән, балалары өсөһө лә һөнәрле һәм ғаиләле. Тырыш эшсән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, ихата тултырып малын аҫрай, эш хаҡы бәләкәй тип зарланып та тормай, яратҡан шөғөлдәре ярҙамында һәм хәләл тир тамсылары менән ғаиләгә табыш индерә. Бына ниндәй ныҡ елкәле, тормоштоң һәр минутының ҡәҙерен белеүсе аҫыл ирҙәр эшләй беҙҙең почтала!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: