Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июнь 2018, 18:07

“Шәфиғә” мәҙрәсәһе ишектәрен асты

Мәсет һалдырыу сауаплы эш булһа ла, яуаплы һәмкүләмле хеҙмәт. Игелекле яҡташыбыҙ Рауил Рәфҡәт улы Ғүмәров тыуған ауылыхалҡына ярҙам итеү яйын табып ҡына тора. Уның ярҙамы менән 2014 йылда ауылыбыҙға йәм биреп “Шәфиғә” мәсете ҡалҡыпсыҡты. Ул үҙе төҙөткән иман йортона әсәһенең исемен бирҙе. Яңы мәсеткәйөрөүселәр һаны ла артты. Бигерәк тә балаларҙың, йәштәрҙең дингә ылығыуы ҡыуандыра. Ғәрәп телен өйрәнергәтеләүселәр күбәйҙе. Әлисә Маннанова, Азат Маннанов уҡырға теләүселәргә ғәрәпалфавитын өйрәтеү буйынса дәрестәр бирҙе. Ололар менән бер рәттән балалар ҙауҡырға йөрөнө. Район үҙәгенә мәҙрәсәгә лә йөрөп уҡынылар.

Кәрәк фани донъяла уҡ

Яҡын тороу Аллаһҡа.

Хоҙайҙы ололап йәшәү,

Беҙҙән иман һорала.
Мәсет һалдырыу сауаплы эш булһа ла, яуаплы һәм күләмле хеҙмәт. Игелекле яҡташыбыҙ Рауил Рәфҡәт улы Ғүмәров тыуған ауылы халҡына ярҙам итеү яйын табып ҡына тора. Уның ярҙамы менән 2014 йылда ауылыбыҙға йәм биреп “Шәфиғә” мәсете ҡалҡып сыҡты.

Ул үҙе төҙөткән иман йортона әсәһенең исемен бирҙе. Яңы мәсеткә йөрөүселәр һаны ла артты. Бигерәк тә балаларҙың, йәштәрҙең дингә ылығыуы ҡыуандыра.

Ғәрәп телен өйрәнергә теләүселәр күбәйҙе. Әлисә Маннанова, Азат Маннанов уҡырға теләүселәргә ғәрәп алфавитын өйрәтеү буйынса дәрестәр бирҙе. Ололар менән бер рәттән балалар ҙа уҡырға йөрөнө. Район үҙәгенә мәҙрәсәгә лә йөрөп уҡынылар. Ауылдаштарыбыҙ Фәрәһия һәм Фәйрүзә апай Вәлитовалар быйыл сентябрь айында өсөнсө курсҡа уҡырға бара. Улар инде Ҡөрьәндең ғәрәпсәһен уҡый.

Мәсет төҙөүгә бер йыл тулған көндө Рауил Рәфҡәт улы ауылдаштарына тағы ла бер бүләк яһаны: Татарстандан йырсы Илһөйә Бәҙретдинова һәм уның ижадташ дуҫтарын саҡырып, ауылда бик ҙур, матур йөкмәткеле концерт күрһәтеүҙе ойошторҙо.

Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән былтыр, 2017 йылдың йәйендә, халҡы 860-тан артығыраҡ булған Күгәрсен ауылы мәсете эргәһендә мәҙрәсәгә лә нигеҙ һалынғайны.

Рауил туғаныбыҙ үҙе Екатеринбург ҡалаһында йәшәһә лә, эште еренә еткереп ойоштороу сараһын күреп, Зилфат Абдуллинды үҙенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләне, барлыҡ эштәр уның ҡулы аҫтында барҙы. Ҡыҙыу ураҡ өҫтө булыуға ҡарамаҫтан, Күгәрсен юл төҙөү - ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтов, Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе етәксеһе Айрат Болғаиров техника менән ныҡ ярҙам итте.

Бина эске яҡтан матур итеп йыһазландырылды. Көндәр йылынып, ер кипкәс, мәҙрәсәнең тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса эштәр эшләнде, өмәләр үткәрелде. Мәсет менән мәҙрәсә матур ҡойма менән уратып алынды, ҡапҡа алдына хакимиәт ярҙамы менән асфальт түшәлде.

Байрамға әҙерлек май айында уҡ башланды. Һәр кемгә тәғәйен эш бүлеп бирелде. Аҙна һайын ауыл активы, депутаттар, эшҡыуарҙар мәсеткә йыйылып нимәләр эшләнеүе, тағы нимәләр эшләнергә тейешлеге хаҡында һөйләште, кәңәшләште, яңы бурыстар, йөкләмәләр алды. Эш, ысынлап та, бик ҡыҙыу барҙы. Ауыл халҡы үҙ йортоноң эргә-тирәһен дә таҙаланы, урамдарҙы, паркты рәтләне.

Һәм бына 15 июнь – Ураҙа ғәйете көнөндә Күгәрсен ауылында “Шәфиғә” мәҙрәсәһе асылды. Ауыл халҡы иртә менән байрам тантанаһына йыйылды. Кемдәрҙер мәсеткә инеп хәйер-саҙаҡа бирһә, кемдәрҙер дуҫ-иштәрен осратып, хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп торҙо, вәғәздәр тыңланы. Һәүәҫкәр артистар байрам концертына әҙерләнде, мәҙрәсә эсендә ҡыҙҙар мул байрам табыны ҡорҙо, 4 һарыҡ итенән ике ҙур ҡаҙанда аш бешерҙе, Эльмира менән Ирек Хәйбуллиндар ҙур ҡаҙанда былау әҙерләне.

Байрам Күгәрсен ауылы имамы – Хәбир хәҙрәт Шәриповтың аят бағышлауы менән башланып китте. Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Башҡортостан Диниә назараты вәкиле Ирек хәҙрәт , Татарстан Диниә назаратынан Фирнат хәҙрәт, Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев килде. Ауылда элек төҙөлгән мәсеттәр тураһында Ниғмәтулла Ваһапов һөйләне. Барыһы ла ауыл халҡын изге Рамаҙан айында ҡыуандырған-шатландырғаны өсөн Рауил Ғүмәровҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Район хакимиәте башлығы ошо изге эштә ҡатнашыусыларҙы рәхмәт хаттары менән билдәләне . Ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин Рауил Рәфҡәт улына “Күгәрсен ауылының почетлы гражданы” таныҡлығы, шулай уҡ мәҙрәсә төҙөү эшен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев Әлисә Маннноваға Диплом тапшырҙы. Аллаға шөкөр, хәҙер мәҙрәсәбеҙҙә белем бирерлек уҡытыусыбыҙ ҙа бар.

Байрам табынын әҙерләүҙә ауыл халҡы менән бер рәттән Руслан Ғүмәров, Рәшит Хәлитов, Фәиз Ваһапов, Риф һәм Рәис Хәлитовтарҙың матди ярҙамдары ҙур булды.

Байрам тантанаһы моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде.

Ауыл халҡын сикһеҙ ҡыуандырған изгелекле яҡташыбыҙ Рауил Рәфҡәт улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле мул тормош насип булһын, Аллаһы Тәғәлә үҙенә сауап әжерен арттырып ҡайтарһын, мәҙрәсәбеҙ ишеге иһә бер ҡасан да ябылмаһын, ауылыбыҙ йәме булып, халыҡҡа иман нуры таратып, дини белемгә әйҙәп ултырһын!

Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.

Күгәрсен ауылы.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: