Һабантуй байрамы күп быуатлыҡ тарихҡа эйә. Әйткәндәй, олоһон да, кесеһен дә берләштергән һәм яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас үткәрелгән был сараны Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ миләттәр ҙә үҙ итә.
Ололар яҡшы хәтерләйҙер: совет осоронда был байрам башта колхоз-совхоздарҙа булыр һәм аҙаҡ бар ауылдарҙы берләштергән район һабантуйы уҙғарылыр ине. Был күренеш уҙған быуат аҙаҡтарына тиклем дауам итте.
Районыбыҙҙа тәүге һабантуй ҡасан һәм ҡайһы ерҙә уҙғарылғандыр – быны, әлбиттә, бер кем дә белмәй. Ә шулай ҙа бынан 100 йыл самаһы әүәл уҙған байрамдың һүрәтен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү мөмкинлеге бар. Был уникаль документты беҙгә Күгәрсен тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Ғәфүрә Әбделмәнова алып килде. Уның әйтеүенсә, 1926 йылда Ҡыҙыл Мәсеттә, йәғни Мораҡта уҙғарылған һабантуй күренешен һүрәтләгән фотоны ҡасандыр Мораҡ үҙәк район дауаханаһында эшләгән Исхаҡова Светлана Әнүәр ҡыҙы алып килгән булған.
Тарихи фотоһүрәт бер аҙ һарғая төшһә лә, үҙенсәлекле ваҡиғаны сағылдырыуы менән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Бында алғы рәттә көрәшселәр ҙә, ҡатыҡ тулы һауыттан тәңкә эҙләүсе лә, ат сабышында ҡатнашыусылар ҙа, һебә йыйыусылар ҙа, тынлы оркестр ҙа, велосипедсы ла, өлкәндәр менән бер рәттән бала-саға ла урын алған. Артҡы фонда - һабантуйға килгән йөҙәрләгән халыҡ.
Фотоның артына ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған “1926 йылдың 5-6 июнендә Ҡыҙыл Мәсеттә уҙған һабантуй күренеше”тигән яҙыуҙы иһә яҡташыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов тәржемә иткән.