Журналист етди һөнәр һымаҡ тойолһа ла, ҡайсаҡ шундай ҡыҙыҡ хәлдәргә, күренештәргә юлығып ҡуяһың. Районда яңы мәҙәниәт усаҡтары асылып, министрҙың эш сәфәре менән килеүе ине. Йөрөп ятабыҙ шулай ауылдар буйлап. Фотоға төшөрәбеҙ, яҙабыҙ, һыҙабыҙ, тигәндәй. Минең менән урта йәштәрҙәге хеҙмәттәшем дә йөрөй. Бына сираттағы клубҡа индек. Яңы ғына иҙән һөртөп алғандар. Әле ялтыры ла уңмаған иҙән буяғы тағы ла балҡып киткән һымаҡ. Район хакимиәте вәкилдәре, министр апай сәхнә яғына үтә. Уларҙың үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә сәхнә түрен байҡауҙарын төшөрөп алмаҡсы булып хеҙмәттәшем улар яғына йүгерә. Ялтырап ятҡан иҙәндә йүгереп буламы ни инде, тайып йығылып китә, хатта баяғы төркөм алдына шыуып уҡ барып ята. Үҙен уйламай әле ул. Ҡулында ҡиммәтле яңы фотоаппарат. Яуаплылыҡ уның иңендә. Боҙолоп ҡуймаһын тип үҙе ҡәҙерләп күтәргән. Ситтән ҡарап торғанда ятып фото төшөрөргә ниәтләгән һымаҡ күренә. Беҙҙең менән бергә йөрөгән район хакимиәте башлығы аптырап ҡалманы: "Оһ! Бына бит! Беҙҙең журналистар улар шулай! Ятып та төшөрәләр!" -тип төптө етди тон менән майлап та ҡуйҙы.
Төштән һуң тағы бер ауылға мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына киттек. Иң аҙаҡтан бөтәһен бергә теҙеп, иҫтәлеккә фотоға төшөргәндә төркөм араһынан баяғы ағай:"Ятып төшөр, ятып төшөр!"-тип күҙ ҡыҫа. Белгәндәр көлөштө.