Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2018, 19:25

Төркиәнән Ҡөрьән-хафиз килде

Барлыҡ мосолмандар өсөн изгеләрҙән-изге һаналған Ураҙа айында уҙған йылдағы кеүек үк Башҡортостан Диниә назараты саҡырыуы буйынса республикабыҙға Төркиәнән 21 имам килде. Динде тәрәндән белгән был ҡунаҡтар төрлө мәсеттәрҙә ислам нигеҙҙәрен өйрәтте, Ҡөрьән дәрестәре бирҙе.

Уҙған йыл Муджур ҡалаһы мәсетенең имамы Сами Юнал Ураҙа айын беҙҙә уҙғарһа, быйыл бындай бәхет Төркиәнең баш ҡалаһы Анкаранан килгән ҡунаҡ – “Әрәнлаш” мәсете имамы Йософ Йуксәл Алаҡаш өлөшөнә төштө.
Ул – Ҡөрьән-хафиз, йәғни изге китапты яттан белгән дин әһеле. 12 йәшенән Риза, аҙаҡ Эрзурум ҡалаларында төплө дини белем алған. Үҙе һымаҡ уҡ уның 7 һәм 9 йәшлек улдары ла күп доғаларҙы яттан белә.
- Башҡортостан да, Күгәрсен районы ла бик оҡшаны. Тәбиғәт бик матур, айырыуса Мораҙым тарлауығы күңелгә ятты. Урындағы мосолман ҡәрҙәштәр бер-береһенә бик яҡшы мөнәсәбәттә, бик ҡунаҡсылдар. Мине лә бик йылы ҡабул иттеләр. Рамаҙан айын бергә-бергә бик матур үткәрәбеҙ, - ти Төркиә ҡунағы.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: