Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2018, 18:46

Исемдәре онотолорға тейеш түгел

Тыуған илебеҙҙең шанлы ла, данлы ла үткәне тарих төпкөлөнә күсә барған һайын уның әһәмиәте арта бара. Оҙаҡламай Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә лә 100 йыл тула. Ысынлап та, ҡайһы бер ҙур хәл-ваҡиғалар аҙ ғына ваҡыт үтеү менән онотола, әһәмиәтен юғалта. Ә ҡайһы берҙәре йылдар үтеү менән яңынан ҡалҡып сыға, яңы һулыш ала. Тыуған илебеҙ үткәндәренең һәр мәле, һәр дәүере үҙе бер томдар яҙырлыҡ тарих. Был тарихта бер нәмә лә, бер кем дә онотолорға тейеш түгел.

Тыуған илебеҙҙең шанлы ла, данлы ла үткәне тарих төпкөлөнә күсә барған һайын уның әһәмиәте арта бара. Оҙаҡламай Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә лә 100 йыл тула. Ысынлап та, ҡайһы бер ҙур хәл-ваҡиғалар аҙ ғына ваҡыт үтеү менән онотола, әһәмиәтен юғалта. Ә ҡайһы берҙәре йылдар үтеү менән яңынан ҡалҡып сыға, яңы һулыш ала. Тыуған илебеҙ үткәндәренең һәр мәле, һәр дәүере үҙе бер томдар яҙырлыҡ тарих. Был тарихта бер нәмә лә, бер кем дә онотолорға тейеш түгел.

1917 – 1919 йылдарҙа Башҡорт хәрби шураһын етәкләгән Зәки Вәлиди менән Башҡорт автономияһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан шәхестәр республикабыҙҙың һәр бер районында булған. Заманында Зәки Вәлиди исеме ҡәтғи тыйылғанлыҡтан уның көрәштәштәре, арҡаҙаштары ла телгә алынмаған, онотолған. Улар араһында сығышы менән беҙҙең Күгәрсен районынан булғандары ла бар. Бына улар:

Сапыҡ ауылынан Абдулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов (1895-1937) - дәүләт эшмәкәре, педагог, яҙыусы. Псевдонимы - Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Буҫтыбай ауылынан Ғәҙелша Дәүләтша улы Ейәнсурин (1894-1937) – Муса Мортазин бригадаһында хеҙмәт итә, “Ҡыҙыл Байраҡ” ордены менән бүләкләнә. 1930- 1931 йылдарҙа Башҡортостан суды рәйесе булып эшләй. 1937 йылда, репрессияның ҡара эше киң йәйелдерелгән осорҙа, Ғәҙелша Ейәнсуринды “Буржуаз – милләтселек баш күтәреү ойошмаһында ҡатнашҡан” тип ҡулға алалар һәм өс ай карцерҙа тотҡандан һуң, аталар.

Үрге Бикҡужа ауылынан Бикбаев Насибулла Рәхмәтулла улы (1897-1937) – Башҡорт хәрби съезы делегаты. Бөрйән-Түңгәүер кантоны хәрби комиссары. Шулай уҡ Совет власы осоронда төрлө юғары вазифалар башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1937 йылда сәйәси золом ҡорбаныны була.

Ғәйбрахман Ғәбитов – “Башҡорт” гәзитендә әүҙем яҙышҡан хәбәрсе. Ул Әпсәләм ауылында ҡыҙылдар тарафынан үлтерелә.

Теләүембәт ауылынан Ғабдулла Сәфәрғәли улы Иҙелбаев (1893-1918). “Баймаҡ фетнәһе” тип тарихҡа ингән ваҡиғалар ҡорбаны. 1- се Башҡорт полкын ойошторорға, хәлде яйлаштырырға тип Баймаҡҡа ебәрелгән бер төркөм иптәштәре менән ҡыҙылдар тарафынан атып үлтерелә. 2-се башҡорт кавалерия полкына уның исеме бирелә.

Уның атаһы Сәфәрғәли Иҙелбаев (1893-1918). 1-се һәм 2-се Бөтөн Башҡорт Ҡоролтайы делегаты. Граждандар һуғышы осоронда һәләк була.

Уның туғаны Хөрмәтулла Иҙелбаев та ошо ваҡиғалар эсендә ҡайнаған кеше.

Ошо уҡ Теләүембәт ауылынан Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы Хәсәнов (1894 - ?). Уның туплаған материалдары буйынса Зәки Вәлиди Башҡортостан картаһын төҙөгән.

Сапыҡ ауылынан Абдулла Ибраһимовтың бер туған ҡустылары Сибәғәтулла һәм Сөнғәтулла Ибраһимовтар. Икеһе лә башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1919 йылдың 18 февралендә Башҡортостан хөкүмәтенең ғәскәре Совет власы яғына сыҡҡан саҡта, ҡайһы бер частар, ҡыҙылдарҙың язалауынан ҡурҡып, аҡтар яғында ҡала. Зәки Вәлиди был хаҡта үҙенең “Хәтирәләр” китабында ла әйтеп үтә. ”Күсергә теләмәүселәр булһа, мәжбүр итмәйем, ундайҙарҙы бер айлыҡ жалованиеларын, ат һәм ҡоралдарын биреп, үҙҙәре теләгән аҡ генералдарға ебәрәм, тинем”, - тип яҙып ҡалдырған. Колчак армияһында ла башҡорттар күп ҡала. Бер-нисә меңләгән башҡорт аҡтар менән тайга аша 5 мең саҡрым ара үтеп, Байкал аръяғына, Ҡытай сигенә тиклем барып етә. Шуларҙың бер аҙы тыуған иленә әйләнеп ҡайта, күптәре юлда барғанда үлеп ҡала. Бына шул юлда үлгәндәрҙең береһе – Сибәғәтулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов. Ә кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡаны – Сөнғәтулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов.

Ошо һанап кителгән кешеләр араһында һоҡланырлыҡ данлы юл үткән Абдулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов тураһында ентекләберәк һөйләп үткем килә.

Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған дәүләт эшмәкәре, педагог, яҙыусы Абдулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов 1895 йылда Сапыҡ ауылында тыуған. Уның атаһы Әбделғәлләм Ғөмәр улы атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған, ғәрәп морфологияһын һәм синтаксисын, фарсы телен яҡшы өйрәнгән дин ғалимы, указлы мулла Зәйнәб Биишеваның әсәһе Фәғилә менән бер туған булған. Шулай итеп, Зәйнәб Биишеваның әсәһе Фәғилә яғынан сыбыҡ осо ошо Сапыҡ ауылына, Абдулла Ибраһимовтың тамырына барып тоташа.

Абдулла Ибраһимов хеҙмәт юлын 1914 йылда уҡытыусы булып Ырымбур өлкәһенең Ҡарғалы ҡалаһында башлай. Ошонан башлап үҙенең хеҙмәт биографияһында ул кем генә булып эшләмәгән дә, ниндәй генә вазифалар башҡармаған -ябай уҡытыусынан алып, халыҡ комиссары, металлургия заводы директоры урынбаҫарына тиклем күтәрелгән.

Абдулла Әбделғәлләм улы Ибраһимов яҙыусы булып та танылған шәхес. Республика кимәлендә биләгән вазифалары күп ваҡытын, энергияһын алыуға ҡарамаҫтан, ул әҙәби эш менән шөғөлләнергә лә форсат таба. Күп әҫәрҙәрен “Ибраһим Ҡыпсаҡ” тигән псевдоним аҫтында ижад итә. Уның “Петроград өсөн көрәштә башҡорт ғәскәрҙәре”, “Йәшелдәр”, “Түңәрәк өҫтәл” тип исемләнгән китаптары , “Мәсекәй”, “Трактор”, “Иҫке факттар” тигән хикәйәләре, ”Конкурс” повесы һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрә. Уның күп әҫәрҙәре республика гәзиттәрендә һәм журналдарында баҫыла. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: Абдулла Ибраһимовтың тарихи һәм художестволы әҫәрҙәренең байтағы ҡулъяҙма рәүешендә тороп ҡала. Уларҙың яҙмышы беҙгә әлегәсә билдәле түгел. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла эшен еренә еткереп, намыҫ менән атҡара торған шәхес булған. Уның көслө энергияһы, үҙенә генә хас ҙур күтәренкелек менән был яуаплы эштәрҙе кәмселекһеҙ башҡарырға тырышыуын, шәхси тормошон артҡа ҡалдырып, үҙ-үҙен аямайса, Коммунистар партияһына хыянатһыҙ хеҙмәт итеүен бер ниндәй үлсәмдәр менән дә үлсәп бөтөрөрлөк түгел. Партия ҡайҙа ҡушҡан, шунда барған. Был - ул осорҙағы бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең йәшәү рәүеше лә булған.

1937 йылдағы сәйәси репрессиялар Абдулла Ибраһимовты ла урап үтмәй. Мәскәүҙә уҡыған сағында “Контрреволюцион милли ойошмала ҡатнашыусы” мөһөрөн тағып, ул ҡулға алына һәм бер-нисә айҙан атыла.

Коммунистик идеалдарға ышанған, социализм төҙөү эшенә йәнен-тәнен биргән Абдулла Ибраһимовтың һәм уның ише арҡаҙаштарының, тоғро коммунистарҙың үҙҙәре төҙөгән, үҙҙәре инанған властың ҡорбандарына әүерелеүе, әлбиттә, бик аяныслы. “Халыҡ дошманы” мөһөрө алған Абдулланың ҡатыны Әсмә апай һәм балалары - Фуат менән Айһылыу ҙа бик ҡыйырһытылып йәшәй. Улы Фуат ағай һуғыш башланыр алдынан ғына, Сапыҡҡа килеп, туғандарын күреп китә. Ул 1922 йылда тыуған. Һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Һуғышҡа китер алдынан яҙған хаты ғына килеүе билдәле.

Ҡыҙы Айһылыу апай (1924 йылғы) Октябрьск ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәһе Әсмә апай уның ҡарамағында булып, 1969 йылдың 23 мартында үлә. Айһылыу апай, әсәһе үлгәс, Анапала йәшәгән улына китә. Унда ул шәкәр диабеты сире менән ауырып китә. Сит ерҙә зарығып ятып, Айһылыу апай 2003 йылда, 76 йәшендә вафат була.

1956 йылда уҡ Әсмә апайҙы Мәскәүгә саҡыртып, ире Абдулла Әбделғәлләм улын аҡлау ҡағыҙын тоттороп ҡайтарғандар. Рәсми мәғлүмәттәрҙә 1958 йылдың 25 февралендә аҡланды тип яҙалар.

“Халыҡ дошманы” исеме утыҙ йыллап ваҡыт үткәс кенә аҡланды. Яҡшы исем, изге эш, талантлы ижад юғалмай һәм онотолмай, тигән хәҡиҡәтте тарих тағы бер ҡат иҫбатланы. Тарих, минеңсә, тыйылырға, онотолорға тейеш түгел. Әгәр һәр бер ҡала, район, ауыл вәкилдәре, тарих уҡытыусылары, уҡыусылар, үҙҙәренең районынан сыҡҡан арҙаҡлы шул осор батырҙарын табып, уларҙың исемен гәзит биттәрендәме, таҡтаташтар ҡуйыпмы мәңгелләштерһә, был беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына ҙур бүләк булыр ине, тип уйлайым.

Гөлфиә ИСКӘНДӘРОВА.

(ҡайһы бер мәғлүмәттәр Ф. Азаматов һәм Ә. Ибраһимовтың “Сапыҡ” китабынан алынды.)
Читайте нас в