Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2018, 19:03

Фытыр саҙаҡаһын түләү –мотлаҡ ғәмәл

Изге Рамаҙан айы дауам итә, Ураҙа ғәйете еткәнсе һәр мосолман фытыр саҙаҡаһы түләргә бурыслы. Зәҡәт әл-фитр (ғәрәпсә زكاة الفطر‎‎‎ - фытыр, ауыҙ асыу саҙаҡаһы) Ураҙа байрамы етерҙән алда мохтаждарға түләй торған саҙаҡа. Был ғәмәл хаҡында тулыраҡ Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев һөйләй.

Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының аҙаҡҡы көндәрендә бирелә. Ул мосолмандарҙың һәр береһенә важиб (тейешле) булып тора.
Ғабдулла ибн Ғүмәр әйткән: “Аллаһтың илсеһе мосолмандарға Рамаҙан айының фытыр саҙаҡаһын бирергә ҡушты. Һәр ҡолға һәм азат кешегә, иргә һәм ҡатынға, бәләкәйгә һәм олоға бер сағ хөрмә йә бер сағ арпа хәтлем”.
Сағ – ул ошондай ризыҡтарҙы үлсәй торған һауыт һәм яҡынса 2,8 литрға торошло.
Ошоға оҡшаш хәбәр башҡа хәҙистәрҙә лә килтерелә, тик унда икенсе ризыҡтар – бойҙай, йөҙөм, эремсек хаҡында телгә алына. Йәғни халыҡтың йәшәгән ерендә ниндәй ризыҡ бар, шул ризыҡтарҙы бирергә була. Беҙгә дөгө, ҡарабойҙай һәм башҡа төрлө ярмалар, макарон, он, эремсек биреү ярай. Бер кеше өс литрлы банка тулыр-тулмаҫтан ошо ризыҡтарҙы бирә ала.
Имам Әбү Хәнифә шул ризыҡтарҙың хаҡын аҡсалата ла биреү дөрөҫ, ти. Ысынлап та, фытыр саҙаҡаһын аҙыҡ-түлек менән дә, аҡсалата ла бирергә ярай, һуңғыһында мохтаж кеше үҙе теләгән ризыҡты һатып ала ала, ләкин хәмер яратҡандарға аҡсалата биреү яҙыҡ булыр, сөнки нәтижәһе билгеле. Нисә һумдан бирергә икәнлеге үрҙәге әйткән аҙыҡ-түлектәрҙең хаҡынан сығып һанала. Аҡсалата биргәндә килеме түбән булғандарға 50 һум тиҙәр, урта хәллеләргә - 150, байҙарға - 300 һум, килем кәмерәк ббулғанда 1,5 кг он менән бирергә була. Бойҙай биреү килешмәҫ, сөнки бөгөнгө көндә аслыҡ түгел, бер-ике кг бойҙайҙы тарттырырға ҡул тирмәне лә юҡ. Ә уртаса хөрмә, дөгө ярмаһы, ҡарабойҙай хаҡы менән бирелер.
Ҡайһы бер ризыҡтарҙы кг менән әйткәндә бер сағҡа шунса тура килә: хөрмә – 1,5 кг, дөгө ярмаһы – 2,3 кг, он – 1,5 кг, ҡарабойҙай – 2,230г, макарон - 1,760г, борсаҡ – 2,320 г, яҫы борсаҡ - 2,125г. Аллаһ ризалығы өсөн ошо ризыҡтар менән йә уларҙың хаҡтарын һәр йән башынан бирәйек. Бер ғаиләнән биргәндә бер төрлө ризыҡ менән йә төрлөһөнән дә бирергә була. Барыһын да бер кешегә йә бер нисә кешегә биреү ярай.
Фытыр саҙаҡаһы мохтаждарға бирелә. Иң беренсе үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙан ҡарағыҙ, ләкин атай-әсәйеңә һәм балаларыңа бирелмәй, сөнки уларҙы былай ҙа ҡарарға тейешһең. Бер туғандарға, уларҙың балаларына һәм артабанғы туғандарға, әгәр мохтаж йә бурыслы булһалар, бирергә була. Мохтаж булып та, алырға тартынһалар, бүләк тип тә әйтеп бирергә була. Доға ҡылдырыу шарт түгел. Был доға ҡыла белмәй тимәгеҙ, уның шатланыуы ла етә. Иң мөһиме – үҙегеҙҙең ниәтегеҙ. Аллаһы Тәғәлә белә, күрә – шул етә.
Кредит, ссудаларҙы ҡаплау өсөн фытыр бирелмәй, сөнки динебеҙҙә улар тыйыла. Йәшәү өсөн эш хаҡы еткерә алмағандарға бирелә. Фытыр саҙаҡаһының хикмәте шунда: ул Рамаҙан айында эшләнгән кәмселек, хаталарҙы йыуыу өсөн һәм мохтаждарҙы ғәйеттә ҡыуандырыу өсөн бирелә.
Ғабдулла ибн Ғәббәстән риуаят ителә: “Кем ғәйет намаҙына тиклем бирһә, унан ҡабул булыр, кем ғәйет намаҙынан һуң бирһә, ябай саҙаҡа булыр”.
Аллаһы Тәғәлә фытыр саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул итһен, кәмселек-хаталарыбыҙҙы ғәфү итһен. Мал-мөлкәтебеҙҙең бәрәкәтен бирһен.

Рәсүл ЯНБАЕВ,

район иман-мөхтәсибе.

Читайте нас: