Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2018, 15:25

Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр – Владимир Путин

Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр. Ошо хаҡта илебеҙ Президенты Владимир Путин «тура бәйләнеш» барышында белдерҙе, Иваново ҡалаһынан ишле Верховскийҙар ғаиләһенең һорауына яуап биреп.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаларҙы киңәйтәләр. Ошо хаҡта илебеҙ Президенты Владимир Путин «тура бәйләнеш» барышында белдерҙе, Иваново ҡалаһынан ишле Верховскийҙар ғаиләһенең һорауына яуап биреп.
Асыҡланыуынса, өс балалы ғаиләгә закондағы етешһеҙлектәр сәбәпле ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготалы программала баш тартҡандар. Закон буйынса льгота икенсе йәки өсөнсө бала тыуғанда ҡарала, ә дүртенсеһе тыуғанда уны бирмәйҙәр.
Ғаилә башлығы Владимир Путиндан льготаны икенсе һәм өсөнсөгә генә түгел, артабан тыуған балаларға ла бирһендәр өсөн билдәләмәне үҙгәртеүен һораны.
Президент министрҙар кабинеты ҡарарындағы хатаны төҙәтергә һәм күп балалыларға ипотека ставкаһын кәметеү буйынса льготаны киңәйтергә вәғәҙә бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, был бюджеттан яҡынса 9 миллиард һум талап итәсәк.
Шулай уҡ дәүләт башлығы ипотека буйынса ставканы 7 процентҡа тиклем кәметеү бурысы ҡуйҙы. «Бында бөтәһе лә бюджет сығымдары менән бәйле. Әммә хөкүмәт һәм Үҙәк банкы 7 процентҡа ынтылырға тейеш», — тине Владимир Путин.
http://www.bashinform.ru/news/1170858-lgotu-po-snizheniyu-ipotechnoy-stavki-dlya-semey-s-detmi-rasshiryat-vladimir-putin/