Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2018, 13:31

Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде. 8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Социаль хеҙмәткәр һөнәре сағыштырмаса яңы - 1989 йылда ғына барлыҡҡа килде, әммә ошо ваҡыт эсендә бик кәрәкле, мөһим өлкә булып танылды. “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең өйгә барып хеҙмәтләндереү бүлексәһендә эшләгән 64 социаль хеҙмәткәр 850 кешегә - инвалидтарға, оло йәштәгеләргә һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға ярҙам күрһәтә.

Социаль ярҙам күрһәтеү башлыса өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, саң һурҙырыу, дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килтереү кеүек ябай ғына көндәлек эштәрҙән торһа ла, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте ошо исемлектән генә ғибәрәт тип әйтеп булмай. Был өлкәне һайлағандарға башҡаларҙың хәленә инә белергә, үҙе ҡараған өлкәндәр, инвалидтар менән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен үҙ йөрәктәре аша үткәрергә, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә.

Аҙнағол ауылында йәшәүсе Гөлнара Белалова үҙ ауылындағы 9 кешене хеҙмәтләндерә. Был эшкә ике йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тотонһа ла, үҙе ҡараған инәй-бабайҙарҙың ышанысын һәм хөрмәтен яулап, уларҙың үҙ кешеһенә әйләнгән. “Өлкәндәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай, картуф ултыртыу кеүек төп бурысына инмәгән ярҙамдарҙы ла күрһәтә, уңдыҡ Гөлнарабыҙҙан”, - тиҙәр уның хаҡында.

Гөлнара Мәргән ҡыҙы - күп балалы әсә, тормош иптәше Илнур менән 2 ҡыҙ, 2 ул үҫтерә, үҙ көстәре менән яңы өй һалып сыҡҡандар, ишле мал аҫрайҙар.

- Хеҙмәттәштәремә ҡарап шуны әйтер инем: был өлкәлә сабыр, кешеләрҙе аңлай белгән, үҙ-үҙенә талапсан, кешелекле һәм кеселекле кешеләр эшләй. Өлкәндәрҙең күбеһе ярҙамдан бигерәк йылы һүҙгә, аралашыуға мохтаж, шуға ла улар менән уртаҡ тел табыу, уларҙың ышанысын яулау мөһим. Үҙем хеҙмәтләндергән инәй-бабайҙарым барыһы ла яҡшы кешеләр, заманында тырышып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Уларҙы ла, эшемде лә бик яратам, - ти социаль хеҙмәткәр.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Автор фотоһы.

Читайте нас: