Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июнь 2018, 17:18

Республиканың бер нисә ҡалаһында йәйҙең тәүге көнөндә ҡар яуған

Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында йәйҙең тәүге көнөндә, 1 июндә, ҡар яуған. Һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында урындағы халыҡ социаль селтәрҙә хәбәр итә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында йәйҙең тәүге көнөндә, 1 июндә, ҡар яуған. Һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында урындағы халыҡ социаль селтәрҙә хәбәр итә. Шаһитсылар әйтеүенсә, Дүртөйлөлә, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа ҡар яуған.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ҡарамағында Дүртөйлө районындағы ҡар буранының видеоһы бар.
«Барыһын да йәйҙең беренсе көнө менән ҡотлайбыҙ! Дүртөйлөлә буран! Бик шәп һауа торошо!» — тип комментарий бирә видео авторы.

Яҙылыусылар социаль селтәрҙә шаярта: «Кем йәйгеһен ҡар күрмәгән, шул тормошто татымаған».
Читайте нас: