ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының насар тәбиғәт күренештәре тураһында иҫкәртеүе өс көн дауамында һаҡлана. Атап әйткәндә, 31 майҙа республиканың ҡайһы бер райондарында йәшен, боҙ-борсаҡ һәм ямғыр булыуы мөмкин. Ел көсәйгәндә секундына 18-23 метрға етә. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ 10-15°, көньяҡ буйынса 20°.
Йәйҙең тәүге ике көнөндә йәшен һәм дауыл ихтималлылығы һаҡлана. Йома, 1 июндә, ел ҡапыл иҫкәндә секундына 20 метрға етә. Һауа температураһы төндә 8-10°, көндөҙ 11-13°.
Шәмбе, 2 июндә, бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр һәм елдең секундына 16 метрға етеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -3,+2°, урыны менән ҡырау төшә – тупраҡта -2,-7°, көндөҙ 8-13°.