Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Май 2018, 19:21

Йәш ғаиләнең дә үҙ ҡәлғәһе

Ҡағылмаған-һуғылмаған, иләк аша үтмәгән тиһәләр ҙә йәштәрҙе, яңы барлыҡҡа килгән ғаилә ныҡлығы нәҡ ошо йылдарҙа һалыналыр ҙа инде. Мораҡ ауылынан Гөлсәсәк һәм ЭльвирПсәнчиндарҙың донъя ҡороуҙарына 3 йыл ғына үтһә лә, татыулыҡ, бер-береңдехөрмәтләү, ихтирам итеү, аңлашыу кеүек күркәм сифаттар ситен түгел уларға. Ҡыҙменән егет бынан ун йыл элек үк дуҫлыҡҡа нигеҙ һала. Бер мәктәптә белем алғанйәштәр һуңғы ҡыңғырау байрамында ла парлашып вальста әйләнә,бер үк уҡыу йортонауҡырға инә. Ә 2015 йылдың март айында Эльвир һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырғатәҡдим яһай.

Ҡағылмаған-һуғылмаған, иләк аша үтмәгән тиһәләр ҙә йәштәрҙе, яңы барлыҡҡа килгән ғаилә ныҡлығы нәҡ ошо йылдарҙа һалыналыр ҙа инде.
Мораҡ ауылынан Гөлсәсәк һәм Эльвир Псәнчиндарҙың донъя ҡороуҙарына 3 йыл ғына үтһә лә, татыулыҡ, бер-береңде хөрмәтләү, ихтирам итеү, аңлашыу кеүек күркәм сифаттар ситен түгел уларға. Ҡыҙ менән егет бынан ун йыл элек үк дуҫлыҡҡа нигеҙ һала. Бер мәктәптә белем алған йәштәр һуңғы ҡыңғырау байрамында ла парлашып вальста әйләнә,бер үк уҡыу йортона уҡырға инә. Ә 2015 йылдың март айында Эльвир һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Уның ышаныслы тормош иптәше булырына шикләнмәгән ҡыҙ, ризалығын белдерә. Уларҙың мөхәббәт емеше булып улдары Динар донъяға килә, хәҙер уға ике йәш тә булып киткән.
Гөлсәсәкте беҙ өс бейеүсе игеҙәктең һыңары булараҡ беләбеҙ. “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле составында районда, республикала үткән бөтә мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты улар. Эльвирҙы инде Мораҡ башҡорт гимназияһының “Кипиш” КВН командаһы ағзаһы итеп таныйбыҙ. Бөгөн Эльвир балалар ижады үҙәгендә “Авиамоделирование” түңәрәген алып бара, туған мәктәбендә георафиянан уҡытырға ла өлгөрә, Гөлсәсәк иһә, килен –ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, ҡәйнәһе кеүек аш-һыуға ла оҫта. Ул бешергән торттар, сәк-сәктәр, бәлештәрҙе яҡындары ғына түгел, заказсылары ла яратып ҡабул итә. Йәш кенә булһалар ҙа, ғаилә йолаларын ныҡлы тота Псәнчиндар – ныҡлап аяҡҡа баҫҡансы, ҡайны –ҡәйнә йортонда торорға булған. Балалар ҙа ҡул араһына ингәнсе ҡартатай-ҡәртәсәй тәрбиәһе алып үҫер, тиҙәр йәштәр.
Үҙҙәренең генә ғаиләһенә хас йолалары ла бар Псәнчиндарҙың: һәр яҙ һайын тәбиғәттең оҙайлы ҡышҡы йоҡонан уянған илаһи мәлен күҙәтергә, умырзаялар күрергә ҡырға сығалар. Йыуа, ҡуҙғалаҡ күтәрелгәс, яҡындарын тәмле яҙғы бәлештәре менән дә һыйлаясаҡ әле йәш хужабикә.

- Яҙҙы беҙ һағынып көтөп алабыҙ. Баҡса эштәре менән бер рәттән ялға ла ваҡыт табабыҙ. Май байрамдарын ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында үткәрҙек. Тыуған көндәр кеүек ғаилә байрамдарын да матур, йөкмәткеле итеп үткәрергә тырышабыҙ, -ти Гөлсәсәк. Бүләккә лә фантазияға бай йәштәр әллә ниндәй ҡиммәтлене түгел, ә күңел йылыһы менән эшләнгән ҡул эштәрен бүләк итеү яҡлы.
Төп эштән тыш өҫтәмә килем сығанағын да ҡайғыртып ҡуйған ғаилә башлығы. Балалар өсөн төрлө аттракциондар менән дә шөғөләнәләр. Үҙҙәренең йортон һалып инергә лә ниәтләп торалар. Төҙөлөш өсөн бөтә кәрәк-яраҡ алынған, эш кенә башларға кәрәк, тиҙәр.
Ғаилә ҡиммәттәрен һанлаған, бер-береһен йәштән ҡәҙер-хөрмәт иткән йәштәр барҙа нисек инде илдең киләсәге булмаһын?

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас: