Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2018, 01:05

Республикала йәшәүсе 83 миллион һумдан ашыу лотерея отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе «Дәүләт лотоһы»нда 83 миллион һумдан ашыу отҡан. Уға 83 078 199 һум күләмендә суперприз тапшырыла, тип хәбәр итә уйынды ойоштороусыларҙың матбуғат хеҙмәте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Башҡортостанда йәшәүсе «Дәүләт лотоһы»нда 83 миллион һумдан ашыу отҡан. Уға 83 078 199 һум күләмендә суперприз тапшырыла, тип хәбәр итә уйынды ойоштороусыларҙың матбуғат хеҙмәте. Ватандашыбыҙ билетты лотерея киоскында 15 майҙа һатып алған. Билет 200 һум торған.