Республика хөкүмәте
ҡарарына ярашлы, 15 июнь Башҡортостанда байрам көнө тип иғлан ителгән. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республикала йәшәүселәр тағы өс көн рәттән – 15 июндән 17-һенә ҡәҙәр ял итә ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.