Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2018, 17:09

Ағасыңды һин дә ултырт

Майҙың икенсе шәмбеһенә тура килгән Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһы быйыл Ирекмәндәр йылы сиктәрендә үтте. Йәмғәт акцияһына Башҡортостан халҡы ла дәррәү ҡушылды. Беҙҙең районда ла был көндә Хоҙайбирҙин ауылы эргәһендә ылыҫлы ағастар ултыртылды.

Сарала мәктәп уҡыусылары ла, ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге, район башҡорттары ҡоролтайы, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бер рәттән хакимиәт етәкселеге лә ҡатнашты.

Райондың урман хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөнгә район буйынса дөйөм алғанда барлығы 200 мең төп ағас (50 гектарҙа) ултыртылһа, акция сиктәрендә 5 меңдән ашыу ылыҫлы ағас ултыртылған.

Тирә –яҡты йәшелләндереү эшендә ауыл биләмәләре лә әүҙемлек күрһәтте, улар тураһында мәғлүмәт акцияға йомғаҡ яһалғас, буласаҡ.

Ағас ултыртыу аҙна аҙағына тиклем дауам итә.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Гөлдәр Абдуллина фотолары.
Читайте нас: