Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Май 2018, 18:59
Ике уңған бергә булһа, гөрләп торор тормоштар
15 – Халыҡ-ара ғаилә көнө Ҡатын-ҡыҙҙың егәрлелеге тупһаһынан уҡ билдәле булһа, ир-аттың уңғанлығы йорт-ҡуранан күренә. Шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе - Фәйрүзә һәм Ғәфүрйән Рафиҡовтар Яңы Хвалын утарында йәшәй. Юлдыбай ауылы һылыуы Фәйрүзә менән Нуҡайауылының оҫтагармунсыларының береһе Ғәфүрйәнде лә башҡакешеләр кеүек үк яҙмышосраштырған. Яңы Хвалынутарының совхоз үҙәгенә әйләнгән,йәш ғаиләләрҙең эш,яңы өйҙәр менән тәьмин ителгән,бындағы тормоштоң гөжләп торған сағын әле лә һағынып иҫкә алахалыҡ. Шул дәүерҙә Рафиҡовтарҙың береһе - ашнаҡсы, икенсеһеагроном булып эш башлай.
15 – Халыҡ-ара ғаилә көнө
Ҡатын-ҡыҙҙың егәрлелеге тупһаһынан уҡ билдәле булһа, ир-аттың уңғанлығы йорт-ҡуранан күренә. Шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе - Фәйрүзә һәм Ғәфүрйән Рафиҡовтар Яңы Хвалын утарында йәшәй.
Юлдыбай ауылы һылыуы Фәйрүзә менән Нуҡай ауылының оҫта гармунсыларының береһе Ғәфүрйәнде лә башҡа кешеләр кеүек үк яҙмыш осраштырған. Яңы Хвалын утарының совхоз үҙәгенә әйләнгән, йәш ғаиләләрҙең эш, яңы өйҙәр менән тәьмин ителгән, бындағы тормоштоң гөжләп торған сағын әле лә һағынып иҫкә ала халыҡ. Шул дәүерҙә Рафиҡовтарҙың береһе - ашнаҡсы, икенсеһе агроном булып эш башлай. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Гөлгөнә менән Разалия донъяға килә.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, халыҡ тағын бер гөж килде: совхоз тарҡалды, кешеләр эшһеҙ ҡалды. Тик күптәр баҙап ҡалманы, ҡайҙан булһа ла үҙҙәренә эш табып, матур йәшәүен дауам итте. Рафиҡовтар ҙа ҡыҙҙарына юғары белем биреп, туйҙар яһап, кейәүгә бирҙеләр. Хәҙер инде Байрас менән Әхмәт исемле тубырсыҡтай ике ейәндәре үҫә.
Инде хаҡлы ялда булһа ла, Фәйрүзә иртә яҙҙан йәшелсә үҫентеләре үҫтереп, көҙөн помидор, борос, кәбеҫтә кеүек төрлө-төрлө йәшелсәләр һатып табыш ала. Ғәфүрйән иһә тирә-яҡҡа даны таралған алтын ҡуллы оҫталарҙың береһе, һәр яҡтан заказдар яуып ҡына тора. Эшләмәгән эше юҡ: тәҙрә, ишек баштарына ҡорма һуҙғыстар, ултырғыстар, семәрле һандыҡтар, йыйылма өҫтәл, еңел машинаға тағылмалар, ҡапҡалар һ.б. Һәр эше күҙҙең яуын ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ эшенең ысын оҫтаһы инде.
Бына шулай, булмыштары, ҡылған эштәре менән ауылыбыҙға йәм өҫтәп йәшәй Рафиҡовтар.
Лира МИҢЛЕБАЕВА,
Яңы Хвалын утары китапхансыһы.
Читайте нас: