Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Май 2018, 00:40

Уйланаһы урындар күп

Яҙҙың икенсе айында Стәрлетамаҡтағы 1-се һанлы мәктәптә булған хәл-ваҡиғалар бөтә республиканы шаҡ ҡатырҙы. Үҙәк телевидение һәм башҡа мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 9-сы класс уҡыусыһы (исемен дә әйттеләр) информатика уҡытыусыһы менән 2 уҡыусыны йәрәхәтләй, тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса менән янғын сығара, үҙенә ҡул һалырға маташа. Элек бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе беҙҙә түгел, ә сит илдәрҙә генә булалыр, тип уйлай инек, тик һуңғы ике-өс йылда шуға оҡшаш хәлдәрҙең ҡабатланыуы хафаға һала.

Яҙҙың икенсе айында Стәрлетамаҡтағы 1-се һанлы мәктәптә булған хәл-ваҡиғалар бөтә республиканы шаҡ ҡатырҙы. Үҙәк телевидение һәм башҡа мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 9-сы класс уҡыусыһы (исемен дә әйттеләр) информатика уҡытыусыһы менән 2 уҡыусыны йәрәхәтләй, тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса менән янғын сығара, үҙенә ҡул һалырға маташа.

Элек бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе беҙҙә түгел, ә сит илдәрҙә генә булалыр, тип уйлай инек, тик һуңғы ике-өс йылда шуға оҡшаш хәлдәрҙең ҡабатланыуы хафаға һала. Мине, 40 йыл педагогик хеҙмәт стажы булған кешене, бындай ваҡиғалар битараф ҡалдыра алмай. Әйтәләр бит: бер ваҡиға – осраҡлы хәл, әгәр ҙә ҡабатлана килә икән – ул инде система. Тәрбиәүи эштәрҙең үҙәге булған мәктәптәрҙә бындай йән өшөткөс хәлдәрҙең һуңғы йылдарҙа йыш булыуы ғәҙәткә әйләнә бара түгелме?! Иң тыныс, хәүефһеҙ урын булараҡ унда бындай хәлдәр һуғыш яланы хроникаһын хәтерләткән кеүек. Быны дәлилләү өсөн ҡайһы берҙәрен генә иҫкә төшөрөү ҙә етә. 2014 йылдың февралендә Мәскәүҙә 10-сы класс уҡыусыһы – уҡыу алдынғыһы, олимпиадалар ҡатнашыусыһы мәктәпкә атаһының мылтығын алып килә һәм география уҡытыусыһының, полиция хеҙмәткәренең ғүмерен өҙә, өсөнсө кешене йәрәхәтләй; 2017 йылдың 1 сентябрендә Мәскәү өлкәһенең Ивантеевка ҡалаһында 9-сы класс уҡыусыһы информатика уҡытыусыһына ташлана, уны ауыр йәрәхәтләй, ҡалған уҡыусылар ҡурҡыштарынан тәҙрәнән һикереп имгәнә; 2018 йылдың 15 ғинуарында Пермь ҡалаһында юғары кластан ике уҡыусы бысаҡ менән 4-селә уҡығандарға ташлана, уҡытыусы менән 11 уҡыусы йәрәхәтләнә; февраль айында Баймаҡтың 1-се мәктәбендә 9-сы класс уҡыусыһы үҙен ҡыйырһытҡан һәм аҡса талап иткән 15 йәшлек үҫмерҙе һалҡын ҡорал менән яралай... Уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендәге бындай хәлдәрҙең йышая барыуы үтә лә аяныс күренеш һәм хәүефкә һала.

Хәтерегеҙҙәлер, беҙ бала саҡта “Ҡыуып етәрбеҙ, уҙып китәрбеҙ яҡын йылдарҙа Американы” йыры популяр була торғайны. Кире күренештәр йәһәтенән беҙ быны тормошҡа ашырып барабыҙ түгелме?
Аңы, психикаһы формалашып һәм нығынып та етмәгән үҫмерҙәрҙе енәйәткә кем һәм нимә этәрә һуң? Уларға ошондай ҡурҡыныс аҙымдарға барырға ниндәй факторҙар тәьҫир итә? Бер төрлө генә аныҡ яуап биреүҙәре бындай осраҡта ауыр. Ә был хәл тиҙ арала яуап көтә.
Иң еңеле – үҫмерҙең үҙен ғәйепләү, артабан ғәйепте ул тәрбиәләнгән ғаиләгә, уҡыған мәктәбенә япһарыу. Һуңғы осорҙа беҙ телевидениены, интернетты, сит ил фильмдарын ғәйепләргә оҫтарып киттек. Әлбиттә, ғәйеп уларҙа ла бар, тик был йышайып киткән эштәрҙең сәбәптәре төпкөлдәрәк ята түгелме?
Икенсе яҡтаныраҡ ҡарағанда, төп сәбәптәрҙең береһе – илдәге идеология кризисы, идеология бушлығы, үткән быуатта булған киләсәккә ышаныу һәм өмөттөң, гуманистик ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуы. Октябрят, пионер, комсомол ойошмалары бер төптән юҡ ителде, әммә уларға алмашҡа килгән тәрбиәүи ойошмалар табылманы. Ә был бушлыҡты үҫмер нимә менән тулыландырырға тейеш, уның аңы, ынтылышы, күпте белергә тырышыуы шуны талап итә. Ошо бушлыҡты интернет, сит ил боевиктары, сит ил идеологияһы, телевидениелағы негатив тапшырыуҙар тултыра, ҡыҙғанысҡа күрә. Үҫмер өсөн үҙенән көсһөҙөрәктәргә көс ҡулланыу, үҙенең өҫтөнлөгөн ниндәй юл менән булһа ла иҫбатлау геройлыҡҡа тиң итеп ҡабул ителә. Тағы ла бер сәбәпте мәктәптәргә ҡағылған “оптимизация”күренешенән эҙләргә кәрәктер. Ни өсөндөр мәктәптәр, тәрбиәүи учреждениелар һуңғы осорҙа тәжрибә үткәреү объекттарына әйләнде: тиҫтә йылдар барған уйланылмаған реформалар, үҙгәртеп ҡороуҙар, ситтән керетелгән БДИ, балалар һаны етмәүгә һылтанып мәктәптәрҙе ябыу, уҡытыусылар өҫтөнә төшкән көс еткеһеҙ йөкләмәләр – былар барыһы ла эҙһеҙ үтмәй, ә уларҙың кире йоғонтоһон кем иҫәпләп ҡарағаны бар?

Беҙ эшләгән осорҙа, 70-80-се йылдарҙы әйтәм, уҡытыусы дәрес биреүсе генә түгел, ә тәрбиәсе лә була торғайны. Хәҙерге “оптималләштерелгән” уҡытыусы тик дәрес үткәреүсе генә, сөнки уның өҫтөнә өйөлгән отчеттарҙан, ҡағыҙ волокитаһынан арынып, тәрбиәүи эшкә ваҡыты ҡалмай. Хатта дәрес үткәргәндә лә ул нисек итеп отчеттарҙы йырып сығайым икән тип уйлап ултыра. Хәҙерге уҡытыусы үҙ проблемалары менән бермә-бер яңғыҙ ҡалдырылған кеше, уға ярҙам юҡ кимәлендә. Беҙ эшләгән осорҙа мәктәптә ниндәй генә ижади түңәрәктәр юҡ ине: бәләкәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн бейеү, театр, фотоға төшөрөү, һүрәт төшөрөү, шиғыр яҙыу, ҡул эштәренә өйрәтеү, музыкаль инструменттарға һәм милли уйын ҡоралыбыҙ - ҡурайға өйрәтеү (Мәләүездән оҫта ҡурайсы йөрөп эшләне) түңәрәктәре, әллә нисә төр спорт секциялары эшләне, ә предмет түңәрәктәрен һәр уҡытыусы алып барыр ине. Ә хәҙер уларҙың барыһы ла, финанс юҡлыҡҡа һылтанып, юҡҡа сыҡты. Телевидениеға килгәндә, тәрбиәүи темаларға бағышланған, мәктәп йәшендәге балалар өсөн тапшырыуҙар юҡ кимәлендә, булһа ла улар өсөн уңайһыҙ ваҡытта күрһәтелә.

Ә бөтә төр тапшырыуҙарҙы баҫып алған һәм каналдан каналға күсеп йөрөүсе алып барыусылар алып барған “Прямой эфир”, “Судьба человека”, “Пусть говорят” һ.б. кеше ыҙғыштырыуҙарҙы күрһәтеүҙән, кешенең шәхси тормошоноң бысраҡ яҡтарын асыуҙан ары китә алмай, уларҙан хатта өлкән кешеләр ҙә ялҡып бөткән.
Уҡытыусы абруйы йылдан-йыл түбән төшә, педагогтар онотолоуға дусар ителгәндәр. Ҡайҙа ул 70-80-се йылдарҙа беҙҙең өсөн өлгө булған легендар педагогтар: Шаталов, Щетинкин, Ильин, Лысенкова, Амонашвили һ.б., уларҙың уникаль алдынғы методикаһы нигеҙендә нисәмә уҡытыусы тәрбиәләнде, уларҙың исемдәрен бөтә ил белә ине.
Шахтерҙарға, эшселәргә, төҙөүселәргә, космонавтарға, артистарға, клоундарға, хатта эттәргә һәм аттарға, һыйырҙарға ла постаменттарҙа һәйкәлдәр бар, ә алдынғы уҡытыусыға ҡуйылған һәйкәл барлығын берегеҙ беләме? Мин юҡ, белмәйем, сөнки улар юҡ.
Шуның өсөн дә ир-ат мәктәптән уттан ҡурҡып ҡасҡан кеүек ҡаса, Себер тарафтарына юлланып, йыраҡ тип тормай, ҡара ауыр эштә эшләүҙе өҫтөн күрә. Ә ир балалар менән, бигерәк тә ауыр холоҡлолары менән, ир-ат уҡытыусының эшләүе күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине.
Үҫмерҙәрҙең тәртибе – беҙҙең йәмғиәттә барған процестарҙың туранан-тура сағылышы ул. Уларҙың аңында был процестарҙың, күренештәрҙең ыңғай яҡтары ғына ҡалыуы өсөн беҙ бөтәбеҙ ҙә берҙәй яуаплы. Шуны нисек тормошҡа ашырырға – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Уйланаһы урындар күп.

Салауат СЫҢҒЫҘОВ.

Хоҙайбирҙин ауылы.
Читайте нас: