Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Май 2018, 18:57

Онотмайыҡ батырлығын данлы ил улдарының!

Уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара. Утлы юлдар үтеп, илебеҙгә генә түгел, еребеҙгә Еңеү таңын ҡабыҙған ил батырҙары! Нисә миллион ҡорбанлы ҡәһәрле һуғыш шаңдауы йылдар төпкөлөнән яңғырап, һаман күңелдәрен һағыш өйкәһә лә, тир һәм ҡан менән яулап алынған орден-миҙалдарына һаҡ ҡына ҡағылғанда, күҙҙәрендә оло ғорурлыҡ хистәренән осҡондар тоҡана. Бына, Ибраһим (халыҡ телендә - Өмөтбай ) ауылында йәшәүсе 94 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 209 – сы уҡсылар полкы уҡсыһы Тимербулат Әбүбәкер улы Йосопбаев та тәүҙә ауыр көрһөнөп: “Балам, яу ҡырында алған яралар йылдар менән үҙен һиҙҙертә, шуғалыр ҙа хәтер янсығы тарайҙы”, - тине. Аҙаҡ, һандығынан ҡәҙерләп һаҡланған наградаларын, уларҙың танытмаларын, иҫтәлеккә төшкән фотоларын барлап, ҡулына алғас, ҡарт яугирҙың моңһоу күҙҙәре нурланып китте, өҙөк-өҙөк булһа ла, тормош һәм данлы яу юлы ла хәтеренә төштө.

Уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара. Утлы юлдар үтеп, илебеҙгә генә түгел, еребеҙгә Еңеү таңын ҡабыҙған ил батырҙары! Нисә миллион ҡорбанлы ҡәһәрле һуғыш шаңдауы йылдар төпкөлөнән яңғырап, һаман күңелдәрен һағыш өйкәһә лә, тир һәм ҡан менән яулап алынған орден-миҙалдарына һаҡ ҡына ҡағылғанда, күҙҙәрендә оло ғорурлыҡ хистәренән осҡондар тоҡана.
Бына, Ибраһим (халыҡ телендә - Өмөтбай ) ауылында йәшәүсе 94 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 209 – сы уҡсылар полкы уҡсыһы Тимербулат Әбүбәкер улы Йосопбаев та тәүҙә ауыр көрһөнөп: “Балам, яу ҡырында алған яралар йылдар менән үҙен һиҙҙертә, шуғалыр ҙа хәтер янсығы тарайҙы”, - тине. Аҙаҡ, һандығынан ҡәҙерләп һаҡланған наградаларын, уларҙың танытмаларын, иҫтәлеккә төшкән фотоларын барлап, ҡулына алғас, ҡарт яугирҙың моңһоу күҙҙәре нурланып китте, өҙөк-өҙөк булһа ла, тормош һәм данлы яу юлы ла хәтеренә төштө.
Тимербулат Йосопбаев 1924 йылдың 16 ноябрендә Ибраһим ауылында донъяға килгән. Атайһыҙ ҡалғанда уға 7 ай ғына булған. Ғәзиз әсәһе ике бөртөгөн – уны һәм Фәрҙиә һылыуын яңғыҙы ҡарап үҫтерә. Атайһыҙ бала – арҡаһыҙ, тигәндәй, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен татыған ағалы-һеңлеле туғандар бер-береһенә таянып, бала саҡтан үҙаллы донъя көтөргә өйрәнә, әсәләренең тормошон, эшен еңеләйтер өсөн нығынып та бөтмәгән ҡулдарына урағын да алырға мәжбүр була. Эшкә сумған зирәк уҡыусыға 6 кластан һуң уҡыуын дауам итергә мөмкинлек булмай.

Һуғышҡа киткәндә Тимербулатҡа ни бары 16 йәш була. Дошман менән алышҡа ингәнсе, хәрби әҙерлек мәктәбен үтәләр, пулемёттан, автоматтан атырға өйрәнәләр.
- Ниндәй пунктта беренсе тапҡыр фашистҡа тоҫҡап атҡанымды хәтерләмәйем, мәгәр Мәскәүҙе күрмәнем, поезд менән ситләтеп үттек, бер иҫән ҡаралтыһы ҡалмаған яндырылған ауылдар ғына күҙ алдымда тора, - тип һуғыш ваҡыттарын иҫкә алып үтте ҡарт һалдат. – Пулемёттан дошмандарҙы атҡанда, 1943 йылдың 15 майында Донецк йылғаһы ярында эргәмдә бомба шартлап, башым ҡаты яраланды, Тамбов госпиталендә аңыма килгәнем хәтерҙә. Разведчиктар йылға аръяғынан “тел” алып килгәндәр ине, шуны һиҙеп ҡалған дошман беҙҙе утҡа тотто ла инде...
Яралы һалдатҡа тыуған өйөнә ҡайтырға, Еңеү таңын полкташтарһыҙ ҡаршыларға тура килә. Еңеүселәр менән бер рәттән ҡурҡыу белмәҫ уҡсы ла шанлы 1942-1943 – сө йылдарҙа фашистарҙы ҡыйыу тар-мар иткәне өсөн “За победу над Германией” миҙалы менән бүләкләнә. 1948 йылда “За отвагу”, аҙаҡ мәртәбәле Жуков миҙалдары ла үҙ эйәһен эҙләп таба.
Һуғыштан һуң тәрән яраларына һылтанып тик ултыра буламы һуң инде ысын ил батыры! Ирҙәрһеҙ ярым емерек хәлгә килгән ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә, колхоз-совхоздарҙы аяҡҡа баҫтырыу ҙа Тимербулат Әбүбәкер улы кеүек утты-һыуҙы кискән яугирҙар иңенә төшә. Хеҙмәт кенәгәһендә теркәлгәнсә, 1960 йылда “Күгәрсен” совхозында бригадир булып эшкә сыҡҡансы, эшһөйәр ир аҫылының 21 йылдан артыҡ хеҙмәт стажы тупланған була. Аралашыусан, кешелекле булғанға күрә, уны бер нисә йыл рәттән депутат итеп тә һайлайҙар. Оҙаҡ йылдар Күгәрсен совхозының “Искра” бүлексәһендә бригадир булып эшләй, почтальон, завмаг, ҡарауылсы һөнәрҙәрендә лә һынатмай. Льготалы шарттарҙа 1979 йылда пенсияға сыҡҡан килеш тә тағы 6 йыл “Искра” совхозына хеҙмәт итеп, 1985 йылда ғына хаҡлы ялға китә. Үҫмер сағынан хеҙмәт яланында сынығып, һәр ҡайҙа намыҫ менән эшләгән Йосопбаев “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Мең касафатлы һуғышта күрһәткән батырлыҡтары ла онотолмай: 1985 йылда I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

- Атайым ысын һалдаттарса йылдарға бирешмәй килә ине әле, 4 йыл элек әсәйем Миңзифа Шәһиҙулла ҡыҙы яҡты донъяларҙан киткәс, ныҡ ҡайғырҙы, һаулығы ҡаҡшай төштө, - тип әңгәмәгә ҡушылды әле хөрмәтле кешеһе менән бергә йәшәгән, уға ҙур терәк булып торған өлкән ҡыҙҙары Миңзәлә. - 65 йылдан артыҡ бергә татыу ғүмер иттеләр, шул ҡәҙәр бер-береһенә йылы мөнәсәбәттә, хәстәрлекле булыуҙарына һоҡланып туя алмай инем. Икәүләп беҙгә, алты балаһына, йөрәк наҙын бирергә лә, тынғыһыҙ совхоз эшенә лә өлгөрҙөләр. Әсәйебеҙ һауынсы булды, сөгөлдөр баҫыуҙарында күп тир түкте. Атайыбыҙ, ғүмере буйына үҙе ант иткән партияға тоғро ҡалған кеше булараҡ, һәр саҡ намыҫ менән йәшәне. Ниндәй өлкән кеше үҙенә булған иғтибарҙы яратмаһын, ти, ихтирам-хөрмәт күрһәтеп, йыл һайын Еңеү байрамы менән ҡотларға онотмаған белдекле силсәүит башлығы бар, шөкөр, тип ҡыуанып торабыҙ.
Олпат йәштәге хөрмәтле ветеран мәрхүм әбейе менән бергәләп төшкән фотоларын да оло хазиналай ҡәҙерләп һаҡлай. Дошман менән Бөйөк Еңеү өсөн ҡанлы көрәштә күпме дуҫтарын, полкташтарын яу ҡырында ҡалдырһа ла, һөйә белгән йөрәкле ысын кеше булараҡ, юғалтыуҙарға һис кенә лә күнә алмаған шул ул. Хушлашҡанда йөҙҙәрендә бер аҙ моңһоулыҡ билдәләре сағылды, тәрән һәм йылы ҡарашында килеп хәл белешеп, данлы үткәненә ихтирам күрһәткән өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ оло рәхмәт һүҙҙәрен уҡығандай булдым. Күп тә кәрәкмәй бер алманы бишкә бүлергә өйрәткән замандарҙа хеҙмәт менән сынығып үҫкән, еребеҙ тыныслығы, аяҙ күгебеҙ өсөн утты-һыуҙы кискән яугирҙарға. Бары – иғтибар, йөрәктән сыҡҡан ихлас “рәхмәт” һүҙе! Еңеү тантанаһында шул бәләкәс кенә бүләктән дә мәхрүм итмәйек хөрмәтле ил батырҙарын!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: