Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Май 2018, 21:24

Еңеүҙең 73 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар 10-шар мең һум аҡса ала

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Еңеүҙең 73 йыллығы менән бәйле майҙа-июндә 10-шар мең һум аҡса ала. Бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында тейешле указ Рәсәй Президенты сайтында баҫылып сыҡты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар Еңеүҙең 73 йыллығы менән бәйле майҙа-июндә 10-шар мең һум аҡса ала. Бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында тейешле указ Рәсәй Президенты сайтында баҫылып сыҡты.
«10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү Рәсәй Федерацияһында, Латвия, Литва һәм Эстония республикаларында даими йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ҡатнашыусыларына ҡаралған», — тиелгән ТАСС агентлығы хәбәрендә Рәсәй Хеҙмәт министрығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып.
Түләүҙәрҙе бөтәһе 103 меңгә яҡын кеше ала. Был маҡсатҡа дөйөм федераль бюджет саралары 1,034 миллиард һум тәшкил итә.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыу өсөн махсус рәүештә Рәсәй Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Ул Пенсия фонды мәғлүмәттәре нигеҙендә ғаризанан тыш түләнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Читайте нас: