Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Май 2018, 21:37

Хеҙмәт кешеһен ҙурлай май

Беренсе май байрамын билдәләү 1886 йылдарға барып тоташа. Быуаттан ашыу тарихы булған был көн Рәсәйҙә тәү башлап 1890 йылда Варшавала билдәләнә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң ул рәсми байрам булып таныла һәм ошо көндә митингылар, демонстрациялар үткәрелә башлай. Район үҙәгендә үткән байрам сараһына ла, көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ арыу ғына йыйылды.

Беренсе май байрамын билдәләү 1886 йылдарға барып тоташа. Быуаттан ашыу тарихы булған был көн Рәсәйҙә тәү башлап 1890 йылда Варшавала билдәләнә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң ул рәсми байрам булып таныла һәм ошо көндә митингылар, демонстрациялар үткәрелә башлай.

Йөҙ ҙә егерме һигеҙ йыллыҡ байрам, баҡтиһәң, бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмаған. Хәйер, үҙгәргән ул үҙгәреүен. Хәҙер уның сәйәси һыҙаты юҡ тиерлек. Яҙ һәм хеҙмәт байрамында халыҡ яҙғы баҡса эштәре менән булыша, туған-тыумасалары, балалары менән осраша, өмәләр үткәрә, ауылдарҙа концерт кеүек тамашалар ҡуйыла.

Район үҙәгендә үткән байрам сараһына ла, көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ арыу ғына йыйылды. Үҙәк майҙанда йәрминкә лә ойошторолдо. Унда һәр йылдағыса беренсе мәктәп балалары ла әүҙем ҡатнашты. Ирекмәндәр балалар өсөн төрлө уйындар, ярыштар үткәрҙе.

Беҙҙең район гәзите лә ситтә ҡалманы, гәзиткә яҙылыусылар араһында махсус бүләк – волейбол тубы уйнатты.

Байрам тантанаһын асып, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Ишбулдин йыйылыусыларҙы тәбрикләне.
- Йылдар үтеү менән май байрамының әһәмиәте юғалмаған, ул әле булһа тыныслыҡты пропагандалай, хеҙмәт кешеһенең эшен күрергә, тейешле баһаларға өндәй. Сөнки нәҡ хеҙмәт кешеһенең фиҙаҡәрлеге арҡаһында беҙ ныҡлы йәмғиәт, дәүләт булып ойошҡанбыҙ, - тине ул сығышында.

Район Советы рәйесе Айрат Болғаиров та Мораҡ халҡын байрам менән ҡотланы, хеҙмәт кешеләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Тантанала белем биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән, намыҫлы эшләгән уҡытыусы, БР-ҙың мәғариф отличнигы Гүзәл Мөхлис ҡыҙы Сәхибгәрәева менән 36 йыл дарыухана селтәрендә провизор-инспектор булып эшләгән Галина Михайловна Никитина “Хеҙмәт ветераны” исеме менән билдәләнде.

Гүзәл Сәхибгәрәеваны белмәгән кеше юҡтыр. Хеҙмәт юлын 37 йыл элек Ибрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлаған уҡытыусы нисәмә быуын балаларға төплө белем биргән, “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Уҡытыусы –оҫта” бәйгеләре лауреаты ла ул. Уның уҡыусылары район, республика кимәлендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған, төрлө ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашҡан. Хәҙерге көндә Гүзәл Мөхлис ҡыҙы хаҡлы ялда, ике ейәнен тәрбиәләргә ярҙам итә, тегеү, бәйләү менән шөғөлләнә.

- Яҙ һәм хеҙмәт байрамы мине бала саҡҡа алып ҡайтҡандай булды. Ҡатырғанан тыныслыҡ күгәрсендәре эшләп, ҡағыҙҙан сәскәләр яһап, демонстрацияға беҙ ҙә сыға торғайныҡ. Байрам айҡанлы бындай оло бүләк алыуы минең өсөн икеләтә бәхет. Хеҙмәт кешеһен күрә белеп, уның эшен ваҡытында баһалағандары өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт,- тине ул рәхмәт һүҙҙәрен белдереп.

Шулай уҡ сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Республиканы ас!” проекты сиктәрендә ойошторолған фотоконкурста ҡатнашып, икенсе урын яулаған (“Башҡортостан ынйылары” номинацияһы) Константин Канаревҡа биш меңлек сертификат тапшырылды. Әйткәндәй, был ижади бәйгелә 150 конкурсанттың 750-нән ашыу эше ҡатнашҡан. Шулар араһында беҙҙең яҡташтың эше еңеүсе исемлегендә булыуы беҙҙең өсөн дә ҙур шатлыҡ.

“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе тағы ла яңы ағзалар менән тулыланды. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев “Йәш гвардия” ойошмаһы етәксеһе, йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегенең баш белгесе Артур Әбдрәхимовҡа, әүҙем йәмәғәтсе Резида Исламғоловаға, Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фидәлиә Юлтинаға танытмалар тапшырҙы.

84-се янғын һүндереү часы начальнигы Юрий Спиваков та бер төркөм ведомство ветерандарына, балаларҙың ут менән шаярыуын, янғын осраҡтарын иҫкәртеү сараларында ҡатнашҡан әүҙемдәргә миҙалдар тапшырҙы.

Ғәҙәттәгесә байрам сараһы бай йөкмәткеле концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайы артистары ғына түгел, ябай һәүәҫкәрҙә ҙә дәртле йыр-бейеүҙәре менән күңелдәрҙе елкендерҙе, йыр-моңдары менән бүлеште.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: