ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
«Дөйөм алғанда йәй һауа температураһы буйынса норма тирәһе йәки унан юғары булыуы көтөлә. Рәсәйҙең Европа өлөшө үҙәгендә яуым-төшөм иҫәбе – нормаға яҡын, көньяҡта норма тирәһе һәм унан түбәнерәк булыуы фаразлана», — тине Гидрометүҙәк етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғында яуым-төшөм етмәү мөмкинлеге юғары, тип хәбәр итте метеоролог. Роман Вильфанд аңлатыуынса, июль йылдың иң ямғырлы айы буласаҡ.