Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2018, 14:43

Һөнәри байрамығыҙ менән! Янғынға ҡаршы һаҡ эшсәндәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәт район халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҙур урын биләй. Маҡсатҡа ынтылышлы хеҙмәтегеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата талапсанлығығыҙ, ҡыйыулыҡ, фиҙаҡәрлек, бәләгә тарыусыларға ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙ һеҙҙең һөнәргә оло ихтирам һәм хөрмәт тойғолары уята, ғәҙәттән тыш хәлдәргә кәртә булып тора.

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайым!
Һеҙҙең хеҙмәт район халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҙур урын биләй. Маҡсатҡа ынтылышлы хеҙмәтегеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата талапсанлығығыҙ, ҡыйыулыҡ, фиҙаҡәрлек, бәләгә тарыусыларға ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙ һеҙҙең һөнәргә оло ихтирам һәм хөрмәт тойғолары уята, ғәҙәттән тыш хәлдәргә кәртә булып тора.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күргән саралар һөҙөмтәһендә районыбыҙҙа кешеләр ғүмерҙәре һаҡланып ҡала, утта һәләк булыусылар һаны кәмей икән, бында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур.
Күгәрсенлеләр, райондың янғын һағы эшсәндәренең бер ниндәй ауырлыҡ һәм хәүефкә ҡарамайынса, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуын белә.
Һөнәри байрам уңайынан янғын хеҙмәте ветерандарына, уларҙың күптәре әлә сафта, оло рәхмәтемде белдерәм.
Еңел булмаған һәм хәүефле хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, яҡындарығыҙҙың аңлауын һәм ярҙамын теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм именлек һеҙгә!
Район хакимиәте башлығы Ғайса ЯНБАЕВ.
Читайте нас: