Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2018, 18:35

Халыҡ мәнфәғәте – иғтибар үҙәгендә

Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Ауылдар өсөн бик еңел булмаған был заманда улар ярҙамында ауырлыҡтарҙы еңеп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһала, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуҙа маҡсатлы эштәр башҡарыла, сетерекле мәсьәләләр хәл ителә... Бөгөн “Мораҙым”дың ҡунағы ла – иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып, был өлкәлә етерлек тәжрибә туплаған һәм һөнәри оҫталығы менән айырылып торған Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Ибраһимов.

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө

Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Ауылдар өсөн бик еңел булмаған был заманда улар ярҙамында ауырлыҡтарҙы еңеп, киләсәккә ышаныслы аҙымдар яһала, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуҙа маҡсатлы эштәр башҡарыла, сетерекле мәсьәләләр хәл ителә...

Бөгөн “Мораҙым”дың ҡунағы ла – иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып, был өлкәлә етерлек тәжрибә туплаған һәм һөнәри оҫталығы менән айырылып торған Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наил Ибраһимов.

Ул Сапыҡ ауылында тыуып үҫкән. 8 йыллыҡ Ҡаран мәктәбен бөткәс, 9-сы һәм 10-сы кластарға Исем урта мәктәбенә бара, уны 1985 йылда тамамлай. Белемгә ынтылышы ҙур, һәләтле егет Исем совхозынан йүнәлтмә менән Өфөгә Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының механизация факультетына уҡырға инә. 1 – се курсты бөткәс, әрме хеҙмәтенә алына. Тыуған ил алдындағы бурысын 3 йыл Балтика диңгеҙ флотында үтәй. Артабан институтта уҡыуын дауам итеп, 1993 йылда ҡулына диплом ала. Наил Булат улы хеҙмәт юлын йәш белгесте көтөп алған Исем совхозында хужалыҡ машиналары буйынса инженер-механик булараҡ башлай. Шул уҡ йылды Баймаҡ һылыуы – Альбина Сәлимйән ҡыҙына өйләнеп, матур ғаилә ҡора, йорт төҙөп инә, тыуған ауылында төпләнеп ҡала. Наил Булат улының икенсе яртыһы – Сапыҡ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ибраһимовтар ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәне әлеге ваҡытта - әрме сафында, бәләкәйе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала.

Хеҙмәт яланында апаруҡ сыныҡҡан Наил Булат улы 2011 йылдан Сапыҡ, Ҡаран, Ишбирҙе ауылдарын берләштергән Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.


- Ауыл хакимиәтенең эше, бурыстары һанап бөткөһөҙ, маҡсатҡа ирешеү өсөн һәр кешегә гел ай ҙа ҡояш булып ҡына тороп булмайҙыр? Ғөмүмән, һеҙҙең халыҡтың көнкүреше ниндәйерәк кимәлдә?

- Ауыл биләмәһе башлығының төп бурысы – халыҡ менән эшләү, аралашыу, теге йәки был һорауҙар буйынса аңлатыу эштәре алып барыу. Дөрөҫ, кешенең төрлөһө була, уның холҡона ярашлы, беҙгә лә йә йыуаш, мәрхәмәтлерәк, йә уҫал, ҡәтғиерәк, талапсан булырға тура килә. Халыҡты борсоған проблемаларҙы ҡулдан килгәнсә сисергә тырышабыҙ. Йыйылыштар, экологик өмәләр үткәрәбеҙ, әлеге ваҡытта тирә-яҡты таҙартып, бағаналарҙы ағартып, обелискыларҙы рәтләп 1 Май һәм Еңеү байрамдарына әҙерләнәбеҙ. Халыҡ өмәләргә әүҙем йөрөй. Биләмә артыҡ ҙур булмағас, әллә ниндәй ҙур учреждение, ойошмалар юҡ, шуға күрә төрлө йүнәлештәге сараларҙы мәктәп (Сапыҡ урта мәктәбендә бөтәһе 47 бала – авт.) һәм клуб эшсәндәре менән бергәләшеп үткәрәбеҙ. Беҙҙә лә шул башҡа ауылдарға хас күренеш – йәштәрҙең ауылда ҡалырға теләге юҡ, күбеһе ҡалаға тартыла, ауылдар, башлыса, олоғая.


Беҙҙең яҡтарҙа халыҡ егәрле, эш менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың береһе - һөт етештереүсе Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһенең Сапыҡ-Ҡаран фермаһы уңышлы эшләп килә, унда 300–ҙән ашыу эре мал иҫәпләнә Фермер хужалыҡтары бар. Ирҙәрҙең күбеһе вахта менән ситкә йөрөп эшләй. Эштән ҡурҡмаған кешегә ауыл ерендә йәшәргә була, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, гөрләтеп йәшәүсе егәрлеләр ҙә етәрлек беҙҙең биләмәлә. Ишбирҙелә, мәҫәлән, Азамат Айытҡоловтың крәҫтиән-фермер хужалығы, ат фермаһы тураһында күптәр беләлер, Владимир Бардаков – ҡортсо, әүҙем йәмәғәтсе лә; Сапыҡта Насип Хәсәнов, Ҡасим Вәхитов, Данил һәм Тәлғәт Хәсәновтар, Әсҡәт Ибраһимовтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.


- Мотлаҡ хәл итеүҙе талап итеүсе проблемалар ҙа юҡ түгелдер һеҙҙең биләмәлә?

- Әлбиттә. Сапыҡ ауылы юлына ремонт кәрәк. Халыҡ “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы”нда ҡатнашырға теләк белдерҙе, конкурстан үтһәк, халыҡтан аҡса йыйып, юлдарҙы киңәйтеп, төҙөкләндереп ҡуйыу мөмкинлеге булыр ине. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, экологик таҙалыҡты хәстәрләү маҡсатында Сапыҡ ауылы тирәләй ҡороған тирәк, ағастарҙы таҙарттыҡ,


Ишбирҙелә ошо уҡ эште башҡарыу планда тора. Беҙҙең биләмәлә булған клуб биналарына ремонт кәрәк. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса алынған финанс ярҙамды эсәр һыу өсөн скважиналар быраулауға йүнәлттек, янғын хәүефһеҙлеге буйынса ауылда һыу алыу урыны булырға тейеш.


Эскелек менән мауығыусылар күп булмаһа ла, ул проблема бар, был юҫыҡта аңлатыу эштәре алып барыла. Ауылдарҙағы тәртип, таҙалыҡ, мәҙәнилек – бөтәһе лә үҙебеҙҙән, ауыл кешеләренән тора инде.


- Үҙегеҙгә эшегеҙ оҡшаймы?

- Тынғыһыҙ булһа ла, хәҙер өйрәндерҙе инде. Был вазифаны ышанып йөкмәткәндәр икән, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн тормош-көнкүреште яҡшыртырға тырышабыҙ, проблемаларҙы бергәләп хәл итергә, халыҡ мәнфәғәтен яҡларға бурыслыбыҙ.

Эйе, ысын ир аҫылдары үҙе тыуып-үҫкән төбәге һәм туған халҡы яҙмышына битараф була алмай. Ауылдар һәм унда йәшәгән халыҡтың һулышын яҡшы тойған Наил Ибраһимов менән әңгәмәләшкәс, быға беҙ тағы ла бер ҡат инандыҡ.


Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: