Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель 2018, 21:42

Өфөлә ресторандың биш хеҙмәткәре һәләк булған

Өфөлә биш кеше коллекторҙа һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ Бельская урамындағы 25-се йортта урынлашҡан ресторан комплексы биләмәһендә теркәлгән, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.
Өфөлә биш кеше коллекторҙа һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡ Бельская урамындағы 25-се йортта урынлашҡан ресторан комплексы биләмәһендә теркәлгән, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенән.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ихатала эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ресторандың канализация системаһы ҡоҙоғона ҡолап төшкән. Коллегалары уға ярҙамға ашыҡҡан. Улар уның эргәһенә төшкән һәм иҫтән яҙған — коллекторҙың төбөндә метан йыйылған булған, күрәһең.
Ҡотҡарыусылар зыян күргәндәрҙе алып сыҡҡан, ләкин бер кешене генә ҡотҡарғандар. Бишәүһе һәләк булған. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1143956-v-ufe-pogibli-pyatero-sotrudnikov-restorana-/