Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2018, 01:20

Ғүмер көҙҙәренә - яҡты йөҙ һәм көр күңел менән

Тормош юлдарын иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡултотоношоп үтеп, сағыу ғүмер көҙҙәренә татыулыҡта – муллыҡта һәм яҡты йөҙ, көркүңел менән аяҡ баҫҡан парҙар күңелдә тәрән һоҡланыу хисен уята. Был донъяныңәсеһен-сөсөһөн, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен үҙ елкәһендә татыған һуғыш осоробалалары – Ибраһим ауылында йәшәүсе Сабира һәм Әхмәтйән Ташбулатовтар нәҡшундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.

Тормош юлдарын иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп үтеп, сағыу ғүмер көҙҙәренә татыулыҡта – муллыҡта һәм яҡты йөҙ, көр күңел менән аяҡ баҫҡан парҙар күңелдә тәрән һоҡланыу хисен уята. Был донъяның әсеһен-сөсөһөн, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен үҙ елкәһендә татыған һуғыш осоро балалары – Ибраһим ауылында йәшәүсе Сабира һәм Әхмәтйән Ташбулатовтар нәҡ шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.
Улар икеһе лә тамырҙары менән ошо ауылдан. Бер үк һауаны һулап, бер үк шишмә һыуын эсеп үҫкән егет менән ҡыҙ башҡа тиҫтерҙәре кеүек бик бәләкәстән ауыр эшкә өйрәнә, нығынып та бөтмәгән сибек иңдәренә тыуған төбәктәре, туған совхоздары өсөн яуаплылыҡ алып, оло хеҙмәт юлына баҫа. 1958 йылда ике йәш йөрәк ҡауышып, үҙаллы донъя ҡора. Ғаилә ептәрен нығытып, йорттарына ҡот өҫтәп тыуған алты баланан ике улдары һәм ике ҡыҙҙары игеҙәк була. Әхмәтйән Ғәйзулла улы оҙаҡ йылдар малсылыҡ өлкәһендә, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы 15 йыл совхозда балта оҫтаһы булып эшләй. Ат санаһы һәм арбаһы, һауынсылар өсөн бәләкәй ултырғыстар кәрәкме, төҙөлөш эштәреме, кемгә тәҙрә, “кәсәк”лек йүнәтеү... – һөнәрмәндең алтын ҡулдарына ихтыяж ҙур була, ауылдарында уның ҡулы теймәгән өйҙәр ҙә бармаҡ менән һанарлыҡ. Сабира Ҡәһәрмән ҡыҙы ла, күп балалы әсә булараҡ, өйҙә бала ҡосаҡлап ҡына ултырмай, совхозда сөгөлдөр утау, ферма һылап аҡлау кеүек ҡара эштәргә әүҙем йөрөй.

Хәләл көс, намыҫ менән йәшәгән Ташбулатовтар үҙҙәренең балаларына ла: “Дөрөҫ юлда булығыҙ, хур булмаҫһығыҙ”, - тип гел ҡабатлап, тик ғәҙел, тура юлдан атларға өндәп тәрбиәләй. Ғаиләһе менән тыуған ауылында йәшәүсе өлкән ҡыҙҙары – Мәрхәбә апай ошо хаҡта:

- Оло мәғәнә һалынған һүҙҙәрҙең асылын үҫә төшкәс аңлап, атай-әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышып йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, - тип әйтеп алды. – Ҡәҙерле кешеләребеҙ һәр яҡлап беҙгә өлгө. Мин үҙем хәҙер 60 йәшкә етеп киләм, бер ҡасан да уларҙың һүҙгә килешеп әрләшкәндәрен ишеткәнем юҡ. Татыулыҡ, йылы мөнәсәбәт, бер-береһенә булған ихтирам-хөрмәт күҙгә ташланып тора. Ҡасан барһаҡ та, ихлас, йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар. Атай-әсәйебеҙҙең иҫ киткес туған йәнлелеге лә беҙҙе һоҡландыра. Икеһенең дә ағай-апайҙары, еңгәләре, ҡустылары хәҙер гүр эйәләре, уларҙың ҡырҙағы балалары ауылға ҡайтҡанда йүгереп инеп хәл белешеп китһәләр, өлкән кешеләр ҡыуанышып тороп ҡала.
Эйе, туғандарының, балаларының иҫән-һау булылығы изгелекле ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет, оло ҡыуаныс.
Әҙмәүерҙәй ике кейәүен мәңгелеккә оҙатҡас та, ҡыҙҙары өсөн көйәләнә, ғәзиздәренә башҡаса ҡайғылар күрһәтмәһен, тип, Хоҙайҙан үтенә, аҡ теләктәр менән яна улар. Хаҡлы ялда булған дүрт ҡыҙы үҙҙәре хәҙер ҡәрсәй, өләсәй. Әммә сәстәргә сал төшкәндә лә, һәр ҡайһыбыҙ һаман ҡәҙерле кешеләребеҙҙең йөрәк наҙына, йылыһына мохтажбыҙ шул. Үҙҙәренең алты балаһы, 9 ейән-ейәнсәре, 7 бүлә-бүләсәһе өсөн Сабира һәм Әхмәтйән Ташбулатовтар тормош күгенең яҡты ҡояшы, ел-ямғырҙан ҡурсалаусы һәм һаҡлаусы рухи терәге.
Ошо етеш заманды күреү бәхетен биргәне өсөн изгелекле әсә Хоҙайға мең рәхмәтле. “Рәхәт тормош килде инде хәҙер – газ бар, һыуы, бәҙрәфе өйҙә, әммә беҙ генә ҡартайып өлгөрҙөк”, - тип көлдөрөп тә алды ул. Алты балаға ғүмер бүләк итеп, ғүмерлек мөхәббәт һәм татыулыҡ хистәренән ныҡлы, ырыҫлы йорттары һәм матур ғаиләләре менән йәш быуынға ысын өлгө булып торған бәхетле олатай-өләсәйҙең бөтә теләге: “Ғаиләләр тарҡалмаһын, кешеләр татыу йәшәһен, илдәр тыныс булһын, һуғыш осоро балалары кисергән аслыҡ-яланғаслыҡты, михнәтте халҡыбыҙ башҡаса күрмәһен!” Дөйөм кешелек мәнфәғәтен үҙенекенән өҫтөн күреүе, бар кешелек яҙмышын ҡайғыртыуы менән дә һоҡланғыс шул пак күңелле, хәстәрлекле өлкән быуын вәкилдәре!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Фото: ғаилә архивынан.

Читайте нас: