Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2018, 01:03

Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?

1 апрелдән Рәсәйҙә, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башланды. Беҙҙең районда был юҫыҡта эштәр нисек бара, егеттәребеҙҙең әрме сафына баҫырға әҙерме? Ошо һорауҙарға беҙгә БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса бүлегенең граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу буйынса бүлек начальнигы ярҙамсыһы Гөлгөнә Рафиҡова ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.

- 2 апрелдән яҙғы саҡырылыш комиссияһы эш башланы. Белеүегеҙсә, уның төп эше район үҙәге дауаханаһы белгестәре менән берлектә буласаҡ, төп маҡсаты - һалдаттарҙың һаулығын ентекләп тикшереп, уларҙың хәрби хеҙмәткә яраҡлымы-юҡмы икәнлеген асыҡлау. Әлегә хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ егеттәрҙең һаны яҡынса 53 кеше иҫәпләнә, был теүәл мәғлүмәт түгел, саҡырылыш барышында был һандың үҙгәреүе мөмкин.

Көҙгө саҡырылышта бөтәһе 122 егет армия сафына алынды. 3 һалдат ғаиләле ине, шуға күрә уларға яҡындараҡ, йәғни Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. 20 егетебеҙ ДОСААФ–тың урындағы бүлексәһендә уҡып, ҡулдарына водитель кенәгәһе алып өлгөргәйне, улар хәрби частҡа үҙҙәренең һөнәре буйынса хеҙмәт итергә алындылар. Шуныһы ҡыуаныслы - буласаҡ һалдаттарыбыҙҙың күпселеге ныҡлы физик һәм психологик әҙерлек, армияла хеҙмәт итергә ҙур теләк менән килә. Саҡырылыусылар менән профессиональ-психологик анкета үткәрәбеҙ, уларҙың мораль яҡтан әҙерлеген асыҡлайбыҙ, бындай йүнәлештә эшләр өсөн беҙгә Өфөлә махсус инструктив-методик курстар үткәрәләр.

Хәрби комиссариат белгесенең һүҙҙәрен йомғаҡлап, шуны өҫтәге килә: әлегә ҡәҙәр төрлө тарафтарҙа хеҙмәт иткән һалдаттарыбыҙҙан гел яҡшы хәбәрҙәр генә килде, был хаҡта баҫмабыҙ битендә ата-әсәләргә адресланған рәхмәт хаттарының даими баҫылып тороуы асыҡ миҫал, артабан да шулай булыр – егеттәр ил алдында бурыстарын намыҫ менән үтәр тип ышанабыҙ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Читайте нас