Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2018, 22:31

Алыҫтан төшкән килендәр, бар ҙа уңғандар, түҙемдәр

Ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ,ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына!.. – тип йырлайҙар ҡыҙ баланың яҙмышына бәйле йырҙа. Борондан ғаиләлә ҡыҙҙарҙы эшкә күндереп, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен һеңдереп, тормош көткәндә кәрәк булған бөтә ҡанундарҙы өйрәтеп тәрбиәләгәндәр. “Төшкән ереңдә таштай-ҡомдай бат!”, “ғаилә ағзаларына итәғәтле бул, өлкәндәрҙе тыңлап, иреңде хөрмәт итеп йәшә!” тигән теләктәр менән, йәштәре еткәс кейәүгә биргәндәр.

Ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ,

Ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына!.. – тип йырлайҙар ҡыҙ баланың яҙмышына бәйле йырҙа. Борондан ғаиләлә ҡыҙҙарҙы эшкә күндереп, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен һеңдереп, тормош көткәндә кәрәк булған бөтә ҡанундарҙы өйрәтеп тәрбиәләгәндәр. “Төшкән ереңдә таштай-ҡомдай бат!”, “ғаилә ағзаларына итәғәтле бул, өлкәндәрҙе тыңлап, иреңде хөрмәт итеп йәшә!” тигән теләктәр менән, йәштәре еткәс кейәүгә биргәндәр. Егет кешегә кәләште икенсе ырыуҙан әйттереү, йә ете быуыны айырылған ғаиләнән алыу төп шарт булып һаналған. Ошондай ҡанундар әүәлдән үтәлеп килгән беҙҙең Үрге Мөрсәләй ауылында. Беҙҙә бөтә килендәр ҙә ситтән төшкәндәр, ошонда ерегеп, тормош көтөп йәшәп киткәндәр. Минең яҙмам әлеге көндә иҫән-имен йәшәп ятыусы еңгә - килендәр тураһында.

Ауылдың иң өлкән еңгәләре: Рауза Гәрәева – Түбәнге Сирбай, Вазифа Исҡужина – Етебулаҡ, Миңъямал Исҡужина – Айһай-Мөрсәләй, Флүрә Байсарина – Йылайыр районы Ҡара-Тәкә ауылы ҡыҙҙары булғандар. Һәр береһе тормош иптәштәре менән 5-әр балаға ғүмер биреп, тормош юлына сығарғандар.

Сәлимә һәм Зәкирә Ҡотлогилдиналар – Түбәнге һәм Үрге Һаҙ ауылынан, Зәйтүнә Исҡужина – Өмөтбай ауылынан, Әнисә Булатова һәм Зилә Латипова – Үрге Сирбайҙан төшкән килендәр. Һәр береһе 3-әр бала тәрбиәләгәндәр. Әнисә Булатова магазинда һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡһа, ҡалған еңгәләр совхоз эшендә хеҙмәт иткән – сөгөлдөр үҫтергән, быҙауҙар ҡараған, һыйырҙар һауған. Миңъямал һәм Зәйтүнә Исҡужиналар – Үрге Мөрсәләй фермаһының алдынғы һауынсылары булды. Уларҙың тормош иптәштәре лә фермала эшләнеләр. Хәким ағай аттар ҡараны, Сәлихйән ағай мал дауаланы.

Башҡортостандың иң алыҫ райондарының береһе - Асҡын яҡтарынан төшкән еңгә Мөнирә Ҡотлогилдина менән Айһай-Мөрсәләй ауылынан килгән Флүрә Арапова – килендәштәр. Ауырлыҡтарға бирешмәйенсә тырышып донъя көткән, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булыуҙары менән абруй яулаған еңгәләр улар. Флүрә Хөснулла ҡыҙы ғүмерен башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәренә бағышланы, ә Мөнирә еңгә мәктәптә йыйыштырыусы булып, совхозда иһә төрлө эштәрҙә эшләне. Флүрә еңгә 2 улға ғүмер бирҙе, Мөнирә еңгә - 3 бала әсәһе.

Башҡаларға ҡарағанда сағыштырмаса йәшерәк булған ауылыбыҙ килендәре Зилә һәм Нажиә Латиповалар һауынсы булып эшләп алды, Гөлсиә Ҡотлогилдина – Сирбай фермаһында һыйырҙар һауҙы. Гөлсиә килен – Ейәнсура районы ҡыҙы, 4 бала әсәһе, Нажиә – Етебулаҡтан төшкән килен, 3 бала әсәһе.

Рәхимә Сәмиғуллина – Ейәнсура районы Үрген ауылы ҡыҙы, 3 бала әсәһе. Хаҡлы ялда булһа ла ауылыбыҙҙың мәҙәни усағын етәкләй, төрлө саралар үткәрә.

Беҙҙә ике Тәнзилә Ҡотлогилдина исемле килендәр бар. Береһе – Түбәнге Һаҙ ҡыҙы, ике бала әсәһе. Икенсеһе – 4 балаға ғүмер бүләк иткән, Үрге Сирбай мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Ул ошо ауылда үҫһә лә, ата-әсәһе һуғыштан һуңғы йылдарҙа Йылайыр яҡтарынан күсеп килгәндәр. Мин үҙем дә ситтән төшкән килен, инде 37 йылдан ашыу ошо ауылда йәшәйем, 3 бала әсәһемен. Әйтергә кәрәк, үрҙә телгә алынған бөтә еңгә-килендәр ҙә күптән инде ҡәрсәй, өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешәләр.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса, өлкәнәйгәс кенә ауылыбыҙға еңгә булып килгән Әлфиә Латипова – Мәләүез районынан. Йәнгир ағай менән ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫрап, матур баҡса үҫтереп донъя көтәләр. Үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.

Йәшерәк килендәр тип иҫәпләһәк тә, дүртенсе тиҫтәне ваҡлаусы Зөлфиә Әбсәләмова – Түләбай ауылынан, 4 балаға ғүмер биргән, автозаправкалау станцияһында оператор эшен башҡара. Ирина Байсарина – Ырымбур өлкәһенән, 2 ул тәрбиәләй, һатыусы булып эшләй. Ғафури районынан килен булып төшкән Тәскирә Исҡужина – 5 бала әсәһе, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Ауылда эш юҡ тип тормай, мал аҫрап, ҡул эштәре менән шөғөлләнеп балаларын тәрбиәләйҙәр.

Тағы ла ауылыбыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, ошо ауылда тыуып-үҫкән Кәримә апай Ҡотлогилдина тураһында яҙып үткем килә. Ул Туйөмбәт ауылына килен булып төшә. Ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса, үҙебеҙҙең ауылға йәшәргә ҡайтып, күп йылдар Үрге Сирбай фельдшер-акушерлыҡ пунктын етәкләне, беҙҙең халыҡтың һаулығы һағында торҙо. Кәримә апай хәҙер хаҡлы ялда, ҡыҙының ғаиләһе менән йәшәй, уларға терәк, таяныс булып тора.

Шөкөр, төрлө тарафтарҙан төшһәк тә, татыу, берҙәм булып йәшәйбеҙ. Өмәләрҙә, байрамдарҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Тормош гел ыңғай ғына бармай шул. Ҡыйын саҡтарҙа, ярҙам-кәңәш кәрәк булғанда, баш терәр тәжрибәле еңгәләр бар үҙебеҙҙә. Ауырлыҡтарҙы еңеп, берҙәм булып, донъя мәшәҡәттәрен бергә еңеп йәшәргә яҙһын әле. Афарин, беҙҙең еңгәләр, килендәр!

Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Үрге Мөрсәләй ауылы.
Читайте нас: